Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫТАЙ

ҠЫТАЙ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР), Үҙәк һәм Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 9,6 млн км2. Баш ҡалаһы — Пекин. Дәүләт башлығы — рәйес. Халҡы — 1,3 млрд кеше (2010): хандәр (91,5%), маньчжурҙар, хуэйҙар һ.б. Рәсми тел — ҡытай теле. Диндарҙары — буддистар, даосылар һ.б. БР‑ҙың Ҡытай м‑н бәйләнештәре...

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Силәбе өлкәһенең Ҡытау‑Ивановка ҡ. эргәһендәге Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында стратотип менән бергә О.П.Горяинова һ.б. айырып күрһәтә (1931). Ултырмаларҙы А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986, 1994) һ.б. тасуирлай....

ҠЫТАУ-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

ҠЫТАУ-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1757 й. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан, Көҙәй һәм Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡытау й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар...

ҠЫТАУТАМАҠ ЗАВОДЫ

ҠЫТАУТАМАҠ ЗАВОДЫ, 1758 й. Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) һәм И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мясников һәм Твердышев, 1782...

ҠЫТҠЫЙЫЛҒА, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ҠЫТҠЫЙЫЛҒА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 26 км алыҫлыҡта Ҡытҡыйылға й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 227 кеше; 1920 — 280; 1939 — 347; 1959 — 320; 1989 — 110; 2002 — 137; 2010 —...

ҠЫУ БӘШМӘКТӘР

ҠЫУ БӘШМӘКТӘР, базидиомицеттар класының афиллофор һымаҡтар һәм фомитопсид һымаҡтар тәртибенә ҡараған ғаиләләрҙең даими булмаған төркөмө. Яҡынса 600 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Бер йәки күп йыллыҡ организм. Ауырлығы 10 кг еткән емешлек тәндәре итләс, ҡалын тиресәле, ҡаты,...

ҠЫУАҠАН

ҠЫУАҠАН, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: йылан, ҡыркүле, сәғит, һатҡы, тау, түбәләс. Тамғаһы —            . Этник яҡтан Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡыуаҡан” этнонимы алтайҙарҙа, тываларҙа һ.б. халыҡтарҙа осрай. Ҡ. формалашыуына яңы эраның 2‑cе мең йыллығы...

ҠЫУАН ЕЛ

ҠЫУАН ЕЛ, далаларҙа, ярымсүлдәрҙә һәм сүлдәрҙә иҫкән юғары т‑ралы (35—40°С тиклем) һәм түбән сағыштырмаса дымлылыҡлы (15—20%‑ҡа тиклем) ел. Антициклонға континенталь тропик һауа массалары инеүенә бәйле. Ел тиҙлеге 5—20 м/с, күбеһенсә көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле, 1—2 көн дауам итә. Ҡ.е. ауыл...

ҠЫУАНДЫҠ РАЙОНЫ

ҠЫУАНДЫҠ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1935 й. 20 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 6000 км2. Адм. үҙәге — Ҡыуандыҡ ҡалаһы. Районда 18 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 22,0 мең кеше (2010), ш. иҫ. 24% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән...

ҠЫУАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҠЫУАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 285 кеше; 1920 — 505; 1939 — 131; 1959 — 339; 1989 — 250; 2002 — 239; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

ҠЫУАТОВ Ғүмәр Ғәлим улы

ҠЫУАТОВ Ғүмәр Ғәлим (Мөхәмәтғәлим) улы (29.6.1893, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡыуат‑Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., — 6.4.1946, Мәскәү), хирург, дәүләт эшмәкәре. Ҡыуатовтар нәҫеленән, М.Ә.Ҡыуатовтыңулы, У.М.Ҡыуатовтың ағаһы. Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан...

ҠЫУАТОВ Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы

ҠЫУАТОВ Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., — 1937, Өфө), мәғрифәтсе. Ҡыуатовтар нәҫеленән. Ырымбур гимназияһын һәм Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған. 10‑дан ашыу донъяуи милли мәктәп, ш. иҫ. Сермән (1891—94 йй. дир.) һәм Ейәнсура...

ҠЫУАТОВ Сафа Солтанморат улы

ҠЫУАТОВ Сафа Солтанморат улы (2.2.1919, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡыуат‑Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., – 21.8.1991, Өфө), журналист. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969), матбуғат отличнигы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыуатовтар нәҫеленән. КПСС...

ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы

ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы [1897, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ейәнсура а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 1956, Баҡы], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡыуатовтар нәҫеленән, М.Ә.Ҡыуатовтың улы, Ғ.Ғ.Ҡыуатовтың ҡустыһы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1918). 1‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайы (ҡара: Бөтә...

ҠЫУАТОВА Әлмира Шәриф ҡыҙы

ҠЫУАТОВА Әлмира Шәриф ҡыҙы (30.10.1957, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Этҡол а.), актриса, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). Ҡыуатовтар нәҫеленән. ӨДСИ‑не (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Рәсәй сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу ин‑тын...

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы (9.11.1948, Өфө), балет артисы, балетмейстер, педагог. РСФСР‑ҙың (1982), БАССР‑ҙың (1974) халыҡ һәм атҡ. (1971) артисы. Ҡыуатовтар нәҫеленән, С.С.Ҡыуатовтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1993 й....

ҠЫУАТОВТАР

ҠЫУАТОВТАР, дворяндар нәҫеле (кенәз Бикбовтарға барып тоташа). Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡыуат Кинйәғолов, Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы. 1736 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. Ихтилал баҫтырылғандан һуң 2 йыл Кесе һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарында йәшеренеп йөрөй. 1754 й....

ҠЫУЫШ

ҠЫУЫШ, башҡорт йәйләүҙәрендә осло йәки ике ҡыйыҡлы итеп эшләнгән ваҡытлы торлаҡ. Башлыса ҡайындан, уҫаҡтан, ҡарағайҙан эшләнгән. Ике ҡыйыҡлы Ҡ. каркасы сатрашлап бәйләнгән 2—3 пар һайғауҙан, арҡыры һалынған баҫрауҙан (оҙонлоғо 2 м ашыу) һәм горизонталь йәки вертикаль һалынған ботаҡтарҙан, осло Ҡ. —...

ҠЫУЫШ ТАЖЪЯПРАҠ

ҠЫУЫШ ТАЖЪЯПРАҠ (Coeloglossum), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда йәшел Ҡ.т. үҫә. Бармаҡ һымаҡ бүленгән 2 тамыр‑бүлбеһе булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 6—40 см, төбөндә көрән төҫтәге...

ҠЫУЫШТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠЫУЫШТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Кузнецовка а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Эҫем й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусының гипстарында һәм ангидриттарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнбайыш йүнәлештәге үтә тишекле горизонталь коридорҙан тора....