Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫШЛАУЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҠЫШЛАУЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 48 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡышлауйылға й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 265 кеше; 1920 — 462; 1939 — 445; 1959 — 490; 1989 — 370; 2002 — 388;...

ҠЫШТЫМ ЗАВОДТАРЫ

ҠЫШТЫМ ЗАВОДТАРЫ, 1757 й. Себер даруғаһы Бәкәтин (Мәкәтин), Терһәк һәм Сырҙы улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыштым й. буйында (Исәт й. басс.) Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан Үрге һәм Түбәнге суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар,...

ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ

ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Урал тау һәм металлургия сәнәғәтенең иң ҙур акционер йәмғиәттәренең береһе. 1900 й. С.‑Петербургта Ҡыштым тау округы хужалары (сауҙагәр Л.И.Расторгуев вариҫтары) тарафынан ойошторола. Идараһы С.‑Петербургта, баш идаралығы Екатеринбург өйәҙе Ҡыштым Заводы ҡасабаһында урынлаша....

ҠЫШҺӨЙӘР

ҠЫШҺӨЙӘР (Chimaphila), утүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—7 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте урмандарында таралған. Башҡортостанда сатырлы Ҡ. үҫә. Һырылыусы, тармаҡлы тамырһабаҡлы мәңге йәшел ярым ҡыуаҡ. Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 10—20 см. Япрағы ҡалын тиресәле,...

ҠЫЯҠЛЫЛАР

ҠЫЯҠЛЫЛАР, б а ж а т һ ы м а ҡ т а р (Gramineae, йәки Poaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. 650 заты, яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үлән, һирәгерәк ағас һымаҡ үҫемлек. Башҡортостанда 39 заттан (айрыҡ, аҡтамыр, бажат, бүтәгә, ҡолонғойроҡ, ҡылған һ.б.) 139 төр үҫә. Бер, ике, күп йыллыҡ...

ҠЫЯР

ҠЫЯР (Cucumis), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ға яҡын төрө билдәле, Көньяҡ Азияла һәм Африкала нығыраҡ таралған. 4 м тиклем оҙонлоҡтағы түшәлеүсән йәки үрмәле һабаҡлы бер, һирәгерәк ике өйлө бер йыллыҡ үҫемлек. Башҡортостанда сәсеү Ҡ. асыҡ йәки ябыҡ грунтта үҫтерелә. Һабағы ҡырлы,...

ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Йәнырыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Ҡыяуыҡ й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 891; 1939 — 726; 1959 — 455; 1989 — 197; 2002 — 177; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар...