Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫУ БӨРСӘЛӘРЕ

ҺЫУ БӨРСӘЛӘРЕ (Daphnia), тармаҡлы мыйыҡлылар ярым отрядына ҡараған ҡыҫала һымаҡтар заты. 26 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап сөсө һыу ятҡылыҡтарында таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар: планктон Һ.б., ябай Һ.б., D. cucullata, D. magna. 2 мм тиклем оҙонлоҡтағы (ата Һ.б. инә заттарҙан 1,5—2,5 тапҡырға бәләкәйерәк)...

ҺЫУ БӨРСӨГӨ

ҺЫУ БӨРСӨГӨ (Utricularia), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Ер шарының тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә та­ралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Тамырҙары булмаған күп йыллыҡ бөжәк ашаусы һыу үҫемлектәре. Һабаҡтары түшәлеүсән йәки йөҙмә, бейеклеге...

ҺЫУ ЙЫЙЫУ БАССЕЙНЫ

ҺЫУ ЙЫЙЫУ БАССЕЙНЫ, һыу йыйыу майҙаны, һыу йыйыу, ер өҫтөнөң һәм тупраҡ ҡатламының һыу айырғыс м‑н сикләнгән өлөшө, һыу унан һыу объектына ағып төшә. Ер өҫтө һәм ер аҫты Һ.й.б. айырыла, уларҙың сиктәре тап килмәүе мөмкин. Башҡортостан терр‑яһы Волга һәм Урал (Каспий диңгеҙе басс.), Обь (Төньяҡ Боҙло...

ҺЫУ КАДАСТРЫ

ҺЫУ КАДАСТРЫ, дәүләт терр‑яһының һыу ресурстары т‑да системалаштырылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын, ер аҫты һыуҙарын иҫәпкә алыу һәм һыу объекттарын экологик мониторингылау мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Һыу ресурстарының сифат, һан яғынан, геогр. һәм физик‑химик баһаһын һәм классификацияһын,...

ҺЫУ ҠАНДАЛАЛАРЫ

ҺЫУ ҠАНДАЛАЛАРЫ, ҡандалалар отрядына ҡараған бөжәктәрҙең бер нисә ғаиләһе (Gerridae, Hydrometridae, Vellidae һ.б.). Яҡынса 700 төрө билдәле, бөтә Ер шарында сөсө һыуҙа таралған. БР‑ҙа 5 төрө осрай: ҙур Һ.ҡ., күл Һ.ҡ., көмөш Һ.ҡ., G. odontogaster, G. thoracicus. Кәүҙәһе тар, оҙонса, оҙонлоғо 6—17 мм....

ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы (халыҡ, сәнәғәт, транспорт һ.б.) һыу м‑н тәьмин итеү б‑са саралар йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын һәм ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу нигеҙендә башҡарыла. Һ.м.т.и. системаһы (һыу үткәргес) эсенә һыу алыу ҡоролмаһы, насос станциялары, һыу үткәргестәр, таҙартыу ҡоролмалары,...

ҺЫУ МОТОЦИКЛЫ

ҺЫУ МОТОЦИКЛЫ, г и д р о ц и к л, карбюраторлы двигателе булған бәләкәй судно. Яҡшы хәрәкәтләнә: бер нисә секунд эсендә тулы тиҙлеген арттыра һәм 180° корпусы оҙонлоғона тигеҙ аралыҡта борола ала. Ял итеү, спорт м‑н шөғөлләнеү һәм һыу акваторияһында патруллек итеү өсөн тәғәйенләнгән. 1997 й. ӨМЭПБ‑ла...

ҺЫУ МЫРЫ

ҺЫУ МЫРЫ (Ephemeroptera), бөжәктәр отряды. 23 ғаиләһе, 2 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда яҡынса 40 төрө осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,2—4 см, һомғол, төҫө һарынан алып ҡуйы һороға тиклем. Башы ҙур түгел, күҙҙәре ҙур. Мыйыҡтары ҡыҫҡа, беҙ формаһында. Ауыҙ аппараты редукциялана. Ҡорһағы оҙонса,...

ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ

ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ, хужалыҡта һәм көнкүрештә файҙаланырға яраҡлы төрлө фаза хәлендәге ер өҫтө һыуҙарының һәм ер аҫты һыуҙарының дөйөм запасы. Һыу алмашыныуы актив (йылғалар һыуы) һәм аҡрын (быуаттар буйына) барған (ер аҫты һыуҙары, һаҙлыҡтар, күлдәр, һыуһаҡлағыстар, боҙлоҡтар) Һ.р. айырыла. Һ.р. арауыҡта...

ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ

ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ, б а т м а н с ы ҡ (Trapa), һыу сәтләүеге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда себер Һ.с. үҫә. Бер йыллыҡ һыу үҫемлеге. Һабағы нәҙек, тарбаҡлы, оҙонлоғо 150 см тиклем. Оҙон ҡабарынҡы һаптары булған ябай, ромб формаһындағы,...

ҺЫУ СЫҒЫМЫ

ҺЫУ СЫҒЫМЫ, гидрологияла: ваҡыт берәмеге эсендә йырҙаның (ағымдың) арҡыры киҫелеше аша ағып үткән һыу миҡдары. Һ.с. м3/с м‑н, бәләкәй һыу ағымдары өсөн л/с м‑н күрһәтелә; йылғаларҙың, ер аҫты һыуы сығанаҡтарының һ.б. һыу күләмен билдәләү өсөн ҡулланыла. Тәбиғи һыу ағымдарында һыуҙың һыу йыйыу бассейнынан...

ҺЫУ ТАҘАРТЫУ

ҺЫУ ТАҘАРТЫУ, хужалыҡты һәм сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн тәбиғи сығанаҡтарҙың һыуын таҙартыуҙағы технологик процестар йыйылмаһы. Һ.т. төп стадиялары: һыуҙы тондороу һәм төҫһөҙләндереү (ваҡ онтаҡ хәлендәге һәм коллоид өлөшсәләрҙе бөтөрөү), зарарһыҙландырыу (төрлө микроорганизмдарҙы, ш. иҫ. ауырыу...

ҺЫУ ТАУЫҠТАРЫ

ҺЫУ ТАУЫҠТАРЫ (Rallidae), торна һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 52 заты, яҡынса 150 төрө билдәле, Арктиканан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 7 төрө осрай. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 16—35 см, ауырлығы 40—460 г, ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһыны йомшаҡ, кәүшәк. Төрлө төҫтә була: ҡыҙғылт...

ҺЫУ ТУҘБАШ ЙЫЛАНЫ

ҺЫУ ТУҘБАШ ЙЫЛАНЫ (Natrix tessellata), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Үҙәк һәм Көньяҡ Европала, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында, Көньяҡ Волга буйында, Ҡаҙағстандың көнсығышында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 140 см тиклем; ҡойроғо ҡыҫҡа. Кәүҙәһенең һәм ҡойроғоноң тәңкәләрендә бәләкәй ҡабырғалар...

ҺЫУ ТУРҒАЙЫ

ҺЫУ ТУРҒАЙЫ (Cinclus cinclus), турғай һымаҡтар отрядының һыу турғайы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (төньяҡ‑көнсығыш Себерҙән тыш), Көньяҡ‑Көнбайыш Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 14—20 см, ауырлығы 50—85 г, ҡанат йәйеме 25—30 см. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡуйы көрән, түше һәм тамағы...

ҺЫУ ҮЛӘНЕ

ҺЫУ ҮЛӘНЕ (Potamogeton), һыу үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 15 төрө үҫә: альп Һ.ү., быуынлы Һ.ү., ҡыяҡлы Һ.ү. һ.б. Күбеһенсә йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу үләндәре (гидрофиттар). Һабағы ғәҙәттә цилиндр...

ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ, г и д р о б и о н т т а р, бөтә ғүмере буйына йәки ғүмеренең бер өлөшөндә (ҡарышлауыҡ стадияһында) һыуҙа йәшәгән хайуандар. 2 төркөмгә бүленә: боронғо ваҡытта һыу аҫтында йәшәгән беренсел Һ.х. (иң ябайҙар, болоттар, эсәкҡыуышлылар һ.б.); боронғо ваҡытта ер өҫтөндә йәшәгән, һуңынан һыу...

ҺЫУ ХУЖАЛЫҒЫ

ҺЫУ ХУЖАЛЫҒЫ, һыу ресурстарын иҫәпкә алыу, рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау, уларға мөмкин булған зарарлы тәьҫирҙәрҙе иҫкәртеү м‑н шөғөлләнгән халыҡ хужалығы тармағы. Һыуҙы комплекслы файҙаланыу бөтә һыуҙы файҙаланыусылар һәм һыуҙы ҡулланыусыларҙың мәнфәғәттәрен оптималь берләштереү (ҡара: Һыуҙы файҙаланыу),...

ҺЫУ ҺАҠЛАУ ЗОНАҺЫ

ҺЫУ ҺАҠЛАУ ЗОНАҺЫ, һыу объекттарының акваторияларына сиктәш булған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. Ер өҫтө һыуҙарының һыу режимын көйләү, уларҙың бысраныуына, һайығыуына, ләмләнеүенә, ҡыйланыуына һәм ярлыланыуына юл ҡуймау; үҫемлек һәм хайуандар донъяһы объекттарының йәшәү мөхитен...

ҺЫУ‑МОТОР СПОРТЫ

ҺЫУ‑МОТОР СПОРТЫ, аҫылмалы моторҙары йәки стационар двигателдәре булған судноларҙа тиҙлеккә ярыштар. Аквабайктарҙа (һыу мотоциклы), уҙышыу һәм сәнәғәт төҙө­лөшлө судноларҙа ярыштар айырыла. Башҡортостанда Һ.‑м.с. 20 б. 60‑сы йй. башында “Батыр” спорт клубында, һуңыраҡ Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт...