Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫУҒА БАТЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТҠАРЫУ ЙӘМҒИӘТЕ

ҺЫУҒА БАТЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТҠАРЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. 1872 й. “Рәсәй карап һәләкәттәрендә ярҙам итеү йәмғиәтенең” (1880 й. алып “Рәсәй һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте”, 1892—1914 йй. “Император Рәсәй һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте”) Өфө губерна идараһы төҙөлә. 1925 й. башлап...

ҺЫУҘА ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ

ҺЫУҘА ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ, башҡорттарҙа традицион йөрөү саралары. Кәмә, һал һәм борам киң таралған. Кәмә һәм борам күк тирәк, өйәңке, йүкә, уҫаҡ, ҡарағай, ҡарағастан; һал ағастың төрлө төрҙәренән һәм ҡамыштан яһалған. Әҙерләмәне балта, кәмәсабыр (ҡупы, ҡубыл), бөрөз, өҫтөн кәкере йышҡы һ.б. м‑н эшкәрткәндәр....

ҺЫУҘЫ ҠУЛЛАНЫУ

ҺЫУҘЫ ҠУЛЛАНЫУ, һыу ресурстарын һыу объектынан йәки һыу менән тәьмин итеү системаһынан алып ҡулланыу. Хужалыҡ‑коммуналь һәм эсәр — халыҡтың көнкүреш ихтыяждарына бәйле һәм торама пункттарҙы төҙөкләндереүҙе тәьмин итеү өсөн һыу ҡулланыу; производствола (техникала) — сәнәғәттә, ауыл хужалығында, транспортта, энергетикала...

ҺЫУҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

ҺЫУҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, һыу ресурстарын файҙаланыуҙың тәртибе (юридик), шарттары һәм формалары. Һыу кодексы м‑н көйләнә, уға ярашлы һыуҙы ҡулланыусылар һыуҙы рациональ тотоноуҙы һәм һаҡлауҙы, сығарылған ағынты һыуҙарҙың сифатын һәм уларҙың һыу объекттарына йоғонтоһон контролдә тотоуҙы, һыу һаҡлау зоналарында,...

ҺЫУЛЫ ЙЫРЫН

ҺЫУЛЫ ЙЫРЫН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Бишбүләк р‑ны Сухоречка а. көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Ҡыҙылшишмәнең (Кама й. басс.) һәм уның ҡушылдығы Һыулы йырындың үрге ағымдарында урынлашҡан. Майҙаны 52,2 га. Ҡазан ярусы эзбизташтарынан тора. Рельефы арҡаларҙан ғибәрәт, йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән....

ҺЫУОСҠАН, тәбиғәт ҡомартҡыһы

ҺЫУОСҠАН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Яҡтыкүлдән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 2041 га. Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан тора. Һырт түбәләренән шарлауыҡтар (иң ҙуры 4 м) барлыҡҡа килтергән Һыуосҡан шишмәһе башлана. Ландшафы органоген‑ҡырсынташлы...

ҺЫУСӘСӘК

ҺЫУСӘСӘК (Butomus), һыусәсәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Сатырлы Һ. ғибәрәт, Европала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә таралған. Үрмә тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән кеүек һыу үҫемлеге. Һабағы уҡҡа оҡшаған, бейеклеге 50—150 см. Япрағы розеткалы, күп һанлы, тар ҡыяҡ, аҫҡы өлөшөндә өс ҡырлы,...

ҺЫУҺАҠЛАҒЫС

ҺЫУҺАҠЛАҒЫС, һыуҙы туплау һәм артабан файҙаланыу (ағас ағыҙыу, балыҡ үрсетеү, гидроэнергетика, рекреация, судносылыҡ, һуғарыу, һыу менән тәьмин итеү һ.б.), аҡманы көйләү өсөн һыу терәү ҡоролмалары м‑н йылға үҙәнендә төҙөлгән яһалма һыу ятҡылығы. Күп йыллыҡ, бер миҙгеллек, бер аҙналыҡ һәм тәүлек эсендә...

ҺЫУҺАР

ҺЫУҺАР (Martes martes), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европала, Көнбайыш Себерҙә, Кавказда, Кесе Азияла, Иранда таралған. Ата Һ. кәүҙә оҙонлоғо 48—55 см (инә Һ. вағыраҡ), ауырлығы 750—1500 г. Кәүҙәһе һомғол, башы бәләкәй, мороно киң, ҡыҫҡа, танау осо ҡара. Ҡолаҡтары ҙур, осло. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ,...

ҺЫУҺАРҘАР

ҺЫУҺАРҘАР (Mustelidae), йыртҡыстар отрядына ҡараған имеҙеүселәр ғаиләһе. 29 заты, яҡынса 70 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала таралған. БР‑ҙа 10 төрө бар. Кәүҙәһе оҙон, һығылмалы, бәләкәй (аҫ, йәтсә һ.б.) йәки ҙур (бурһыҡ). Төрлө төҫмөрҙә була: бер төҫлө йәки сыбар; арҡаһы...

ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Миәкә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223; 1959 — 259; 1989 — 284; 2002 — 293; 2010 — 313 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 750 кеше; 1920 — 748; 1939 — 617; 1959 — 631; 1989 — 602; 2002 — 794; 2010 — 825 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1342 кеше; 1920 — 1600; 1939 — 1814; 1959 — 1531; 1989 — 888; 2002 — 819; 2010 — 777 кеше. Сыуаштар, башҡорттар...

ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 — 1379; 1939 — 491; 1959 — 483; 1989 — 467; 2002 — 583; 2010 — 591 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺЫУЫР

ҺЫУЫР, б а й б а ҡ (Marmota bobak), кимереүселәр отрядының тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның дала зонаһында ҙур булмаған популяциялар м‑н осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 10 кг тиклем. Кәүҙәһе ҙур, һығылмалы, төҫө ҡом кеүек һарынан алып ҡуйы һороға тиклем; йөнө арҡаһында һәм ян‑яғында...

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА, есемдәрҙе яһалма һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән аппараттар, машиналар һәм ҡулайламалар; уртаса һыуыҡ т‑ра (‑150°С юғары) алыу мәсьәләләрен өйрәнгән техника өлкәһе. Эшләү принцибы б‑са компрессион (газ һәм пар), абсорбцион, пар эжекторлы һәм термоэлектрик һыуытҡыс ҡулайламалары айырыла....