Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАҠМАР ЯРУСЫ

ҺАҠМАР ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан икенсе бүлексәһе. Әселе ярусында ята, әртә ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Стратотибы Ырымбур өлк. Кондуровка а. янындағы Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан, ҡалынлығы 900 м булған ҡомташ, мергель, эзбизташ ҡатламдарынан тора. Таҙтүбә...

ҺАҠМАР‑НАҘАРҒОЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ҺАҠМАР‑НАҘАРҒОЛ, Һ а ҡ м а р б ү р е һ е, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 51 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 102 кеше; 1920 — 156; 1939 — 129; 1959 — 136; 1989 — 135; 2002 — 154; 2010...

ҺАҠМАР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҺАҠМАР, Ҡ а ҡ т у ғ а й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 20 кеше; 1959 — 523; 1989 — 470; 2002 — 475; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түбә...

ҺАҠМАР, йылға

ҺАҠМАР, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һыртының көнсығыш битләүенән башлана. БР‑ҙың Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсы­ғыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, артабан көнбайышҡа борола һәм Ырымбур өлк. буйлап аға, Урал й. (тамағынан 327 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 760 км,...

ҺАҠМАР, персонаж

ҺАҠМАР, “Урал батыр” эпосы персонажы, Шүлгән м‑н Айһылыуҙың (Самрауҙың ҡыҙы) улы. Әсәһе Һ. атаһының хыянаты т‑да һөйләй һәм яуыз көстәр м‑н көрәштә ярҙам итер өсөн Урал батырға ебәрә. Һ. Иҙел, Нөгөш һәм Яйыҡ м‑н бергә ғәскәр башлығы булып китә. Дошманды еңгәс, Иҙелгә эйәреп, халыҡты һыу м‑н тәьмин итер...

ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР

ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР (Anax imperator), энәғараҡтар отрядының энәғараҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Африкала һәм Үҙәк Азияла таралған. Ҡанаттары үтә күренмәле, оҙонлоғо 50 мм тиклем. Күҙҙәре ҙур, зәңгәрһыу йәшел төҫтә. Күкрәге йәшел, йөйҙәрендә киң ҡара һыҙыҡтар бар. Ата бөжәктең ҡорһағы зәңгәр,...

ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР

ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР (Anax imperator), энәғараҡтар отрядының энәғараҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Африкала һәм Үҙәк Азияла таралған. Ҡанаттары үтә күренмәле, оҙонлоғо 50 мм тиклем. Күҙҙәре ҙур, зәңгәрһыу йәшел төҫтә. Күкрәге йәшел, йөйҙәрендә киң ҡара һыҙыҡтар бар. Ата бөжәктең ҡорһағы зәңгәр,...

ҺАЛДЫБАШ, йылға

ҺАЛДЫБАШ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Силәбе өлк. Ҡаратау һыртының көньяҡ‑көнбайыш битләүенән башлана. Силәбе өлк., БР‑ҙың Нуриман һәм Иглин р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, артабан Нуриман р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Өфө й. (тамағынан 117 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо...

ҺАЛЙОТ

ҺАЛЙОТ, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары: Этник яҡтан Алтайҙа һәм Көньяҡ Себерҙә йәшәү осоронда төрки ҡәбиләләр йоғонтоһон кисергән “салджиут” монгол ҡәбиләһенә барып тоташа. Һ. формалашыуына ш. уҡ уларҙың 11—12 бб. ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһаған. “Һалйот”...

ҺАЛЙОТ, башҡорт ҡәбиләһе

ҺАЛЙОТ (салъюһут, салъюгут, сальют), башҡорт ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары: Этник яҡтан Алтайҙа һәм Көньяҡ Себерҙә йәшәү осоронда төрки ҡәбиләләр йоғонтоһон кисергән “һалйоғот” монгол ҡәбиләһенә барып тоташа. Шулай уҡ Һ. формалашыуына уларҙың 11—12 бб. ҡыпсаҡтар мөхитендә...

ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ

ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ, әйләнеш есеме тибындағы һәм ҡалын урыны булған стерженлы металл конструкция материалдарынан яһалған деталдәрҙе һалҡын килеш штамплау ысулдарын ҡулланып әҙерләү өсөн машиналар. Технологик тәғәйенләнеше б‑са Һ.к.у.а. бер позициялы (бер һәм ике һуҡмалы, ябай деталдәрҙе...

ҺАЛМА, традицион аҙыҡ

ҺАЛМА (дүрткел һалма, ҡыйыҡ һалма, шаҡмаҡ), башҡорт аш‑һыуында традицион аҙыҡ. Башҡорттар Һ. бойҙай, һирәгерәк арпа йәки арыш ононан һыуҙа (Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында — һурпала) йомортҡа ҡушып баҫа. Йоҡа итеп йәйелгән ҡамырҙы ромб рәүешендә, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙа квадратлап...

ҺАЛМАҠ КӨЙ

ҺАЛМАҠ КӨЙ, башҡорт муз. фольклористикаһындағы мелодик стиль; башҡорт халыҡ музыкаһы жанры. Һ.к. үҙ эсендә оҙон көй һәм күберәк ҡыҫҡа көй үҙенсәлектәрен берләш­терә. Һ.к. әкрен темп, ижек эсендәге көй боролоштарының сиклелеге (бер ижеккә ике‑өс тауыш), бәләкәй диапазон, көйләп һөйләү һәм көйләп йырлау...

ҺАЛЫМ ПОЛИЦИЯҺЫ

ҺАЛЫМ ПОЛИЦИЯҺЫ, РФ хоҡуҡ һаҡлау органдарының бер төрө. РФ ҡануниәте акттарына ярашлы 1992 й. РФ Дәүләт һалым инспекцияһы эргәһендә БР б‑са Һалым тикшереүе идаралығы ойошторола, 1993 й. алып БР Һ.п. департаменты, 1995 й. башлап РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы. Эшмәкәрлегенең...

ҺАЛЫМДАР

ҺАЛЫМДАР, халыҡтың дәүләт файҙаһына мотлаҡ түләүҙәре. 14—16 бб. башҡорттар яһаҡ һәм “дисәтинә” оброгы — һәр 10 йорттан 1 баш мал (ҡара: Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы, Ҡазан ханлығы) түләгән. Һ. йыйыу м‑н даруғалар һәм баҫҡаҡтар шөғөлләнгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан...

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР. Һалым — дәүләт һалым йыйыу хеҙмәте тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән уларҙың аҡсаларының бер өлөшөн тартып алыу формаһында йыйылған ҡайтарылмай торған мотлаҡ түләү. Йөкләмә — дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа вәкәләтле органдар һәм вазифалы кешеләр...

ҺАМАҠ, көй

ҺАМАҠ, һамаҡ көй, 1) башҡорт фольклорында әҫәрҙәрҙе (бәйет, сеңләү, арбау, үтенеү, әйтешмәктәрҙе, ш. уҡ эпос, әкиәт, легендаларҙың айырым шиғри өлөштәрен) башҡарыу стиле. Һ. шулай уҡ хәрәкәткә бәйле булыуы мөмкин, мәҫ., бейеүгә (һамаҡлап бейеү), уйынға (һамаҡлап уйнау). Көйлө (бер юғарылыҡтағы өндәрҙең...

ҺАМАР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ

ҺАМАР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ, “Красная Башкирия” совхо зының Һамар бүлексәһе ауылы, Һамар, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 115 кеше; 1959 — 289; 1989 — 491;...

ҺАМАР ГУБЕРНАҺЫ

ҺАМАР ГУБЕРНАҺЫ, 1851 й. Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һарытау губернаһының Николаевск һәм Яңы Үҙән өйәҙҙәренән, Сембер губ. Ставрополь, Сызрань, Һамар өйәҙҙәренең бер өлөшөнән ойошторола. 19 б. аҙ. төньяҡта — Ҡазан губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Өфө губернаһы, көнсығышта...

ҺАМАР ДӘҮЛӘТ АРХИТЕКТУРА‑ТӨҘӨЛӨШ УНИВЕРСИТЕТЫ

ҺАМАР ДӘҮЛӘТ АРХИТЕКТУРА‑ТӨҘӨЛӨШ УНИВЕРСИТЕТЫ. Бәләбәй ҡ. филиалы 1994 й. дөйөм техника ф‑ты булараҡ асыла, 1998 й. башлап Һ.д.а.‑т.у., 2016 й. — Бәләбәй ҡ. Һамар техник ун‑ты филиалы. 3 каф., 4 лаб., 2 компьютер класы, китапханаһы һ.б. бар. Уҡыуҙы тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе...