Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺӘҮӘЛӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ҺӘҮӘЛӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 52 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 62 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 496; 1939 — 425; 1959 — 391; 1989 — 165; 2002 — 142; 2010 — 100 кеше....

ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, урындағы стратиграфик бүлексә. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, аҫҡы (үткәл, ҡурташ, тупарғас, мазарин һәм уҡшыҡ‑әрүәк свиталары) һәм өҫкө (аҡбейек һәм бәләкәй) серияларға бүленә (1941). А.А.Алексеев, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, В.М. һәм Д.Д. Криницкийҙар,...

ҺӘҮӘҪКӘР ЙҮГЕРЕҮСЕЛӘР КЛУБТАРЫ

ҺӘҮӘҪКӘР ЙҮГЕРЕҮСЕЛӘР КЛУБТАРЫ, йәмәғәт ойошмалары. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: сәләмәт йәшәү рәүешен, һауыҡтырыусы йүгереүҙе пропагандалау, ярыштар һәм киң спорт саралары үткәреү, халыҡты рухи һәм патриотик яҡтан тәрбиәләү. Башҡортостанда тәүге Һ.й.к. — “Эверест” 1983 й. Октябрьский ҡ. асыла (етәксеһе...

ҺӘҮӘҪКӘР КИНО

ҺӘҮӘҪКӘР КИНО, үҙешмәкәр сәнғәттөрө. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. барлыҡҡа килә. Тәүге үҙешмәкәр киностудия 1957 й. Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто эргәһендә булдырыла. Бында “Нефтле яҡ” (“Нефтяной край”; 1957—58) киножурналының алты сығарылышы, йәмғиәт тәртибен боҙоусыларға...

ҺӘҮБӘН, эпос геройы

ҺӘҮБӘН, “Аҡбуҙат” эпосының төп геройы. Үҙенең ҡарт олатаһы Урал батырҙың данлы эштәрен дауам итеүсе, кеше бәхете, соц. дөрөҫлөк өсөн көрәшеүсе булып сығыш яһай. Атаһы Сура батырҙан ҡалған һыҙма м‑н Һ. алтын өйрәк атып ала, ул һыу аҫты батшаһы Шүлгәндең ҡыҙы Нәркәс булып сыға. Батыр, уның кәңәштәрен...

ҺӘҮБӘНОВА Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы

ҺӘҮБӘНОВА Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы [9.11.1914, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 16.7.2002, Өфө], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1970) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1933; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев...

ҺӘҮЕРТАШТАР

ҺӘҮЕРТАШТАР, метаморфик тау тоҡомдары. Һ. минераль составы төрлө, кварц, слюдалар, хлорит, амфиболдар, тальк, карбонаттар өҫтөнлөк итә. Саф Һ. (башланғыс метаморфизмдың ваҡ бөртөклө тоҡомдары: балсыҡлы, составында балсыҡ минералдары булған аспид Һ.); кристаллы Һ. (урғылыусы тау тоҡомдары б‑са ортоһәүерташтарға...

ҺЕЙҘЕК ТАШЫ АУЫРЫУЫ

ҺЕЙҘЕК ТАШЫ АУЫРЫУЫ, у р о л и т и а з, кеше һәм хайуандарҙың бәүел бүлеп сығарыу системаһында конкременттар барлыҡҡа килеүенә бәйле ауырыу. Кешенең Һ.т.а. Ауырыу башланыуына матдәләр алмашыныуының һәм уродинамиканың боҙолоуы, бөйөрҙә, һейҙек юлдарында шешеү һәм инфекция процестары, нәҫелдән килгән...

ҺЕЛӘҮҺЕН

ҺЕЛӘҮҺЕН (Felis lynx), йыртҡыстар отрядының бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 82—107 см, ауырлығы 8—17 кг (һирәк осраҡта 32 кг тиклем), инә Һ. вағыраҡ. Төҫө тоноҡ һары‑күкһелдән алып көрәнһыу ҡыҙылға тиклем, арҡаһында, ян‑яҡтарында һәм...

ҺЕЛӘҮҺЕН КИНЙИН

ҺЕЛӘҮҺЕН КИНЙИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Кинйә Арыҫлановтың улы. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла. Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 1773 й. көҙөндә — 1774 й. яҙында Нуғай даруғаһы халҡы араһында Пугачёвтың манифестарын...

ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР

ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы I төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: калий, литий, натрий, рубидий, франций, цезий. Көмөш төҫлө (цезий — алтынһыу һары); еңел иреүсән металдар. Шыйыҡ аммиакта, ҡайһы бер алкиламиндарҙа һәм полиэфирҙарҙа эрей; химик активлығы юғары;...

ҺЕЛТЕЛЕ‑ЕР МЕТАЛДАРЫ

ҺЕЛТЕЛЕ‑ЕР МЕТАЛДАРЫ, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы II төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: кальций, стронций, барий. Көмөш төҫлө, сүкелеүсән, һығылмалы металдар; һауала зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге оксидтар (барий — пероксидтар), карбонаттар, нитридтар плёнкаһы м‑н ҡаплана; Һ.‑е.м....

ҺЕҢРӘН, башҡорт ҡәбиләһе

ҺЕҢРӘН, башҡорт ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғаһы _\_ Этник яҡтан төрки ҡәбиләләргә һәм фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығынан төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә. 16 б. аҙ. — 17 б. башында Күсем нәҫеле м‑н...

ҺЕҢРӘН, Илеш р‑нындағы ауыл

ҺЕҢРӘН, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡәҙер а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 137 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1068 кеше; 1920 —1322; 1939 — 1081; 1959 — 782; 1989 — 482; 2002 — 419; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҺЕПЕРТКЕ ҮЛӘН

ҺЕПЕРТКЕ ҮЛӘН, с ы б ы ҡ с а (Kochia), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Африкала һәм Төньяҡ Американың көнбайышында, Евразияның дала һәм ярымсүл зоналарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр, һирәк осраҡта ярым ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары күтәрелеүсән,...

ҺЕРКӘЛӘНЕҮ

ҺЕРКӘЛӘНЕҮ, һеркәне сәскәле үҫемлектәрҙә емешлек ауыҙына йәки яланғас орлоҡло үҫемлектәрҙә орлоҡ бөрөһөнә һеркәлектәрҙән күсереү. Һ. аталаныуға килтерә. Һ. 2 тибы айырыла: ситтән һәм үҙенән‑үҙе Һ. Башҡортостан флораһының күпселек орлоҡ үҫемлегенә ситтән Һ. хас (бер үҫемлектең сәскәһен икенсе үҫемлектең...

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР, ағалтын, алтын һ.б. файҙалы компоненттары булған ватыҡ материал тупланмаһы. Төп сығанаҡтарҙың емерелеүе һөҙөмтәһендә, ш. уҡ аралаш коллек­торҙарҙы (юғары концентрациялы ҡиммәтле минералдары булған терриген тау тоҡомдары) яңынан йыуыу юлы м‑н барлыҡҡа килә. Генезисы б‑са аллювиаль,...

ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ

ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һигеҙенсе март а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Приют т. юл ст. Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Тар­ҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 650; 1959 — 986; 1989 — 817; 2002 — 814; 2010 — 778 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы

ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы (30.3.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). И.Х.Һиҙиәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 21‑се дауаханала (өҙөклөк м‑н) эшләй, 1990—92 йй. Урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһында...

ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы

ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы (28.10.1933, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡужан а. — 8.2.2003, шунда уҡ), хирург. Мед. ф. канд. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Хәйбулла районының үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1961 й. алып Әбйәлил р‑ны Урал ауыл участка дауаханаһы мөдире....