Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘХМӘМӘТОВТАР, дворяндар нәҫеле

ӘХМӘМӘТОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван Васильевич Ә., ҡалмыҡтарҙан. 1658 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙ­мәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Уның улы...

ӘХМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ II, 3—4 бб. археологик ҡомартҡыһы

ӘХМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ II, 3—4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ишембай р‑ны Әхмәр а. көньяҡҡа табан 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1972 й. С.М.Васюткин тарафынан асылған һәм 1972—74 йй. тикшерелгән. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә, 24 ҡурған өйрәнелгән. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,5—0,75 м) салҡан...

ӘХМӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ӘХМӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 66 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 319 кеше; 1920 — 428; 1939 — 269; 1959 — 314; 1989 — 548; 2002 — 582; 2010 — 543 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ӘХМӘР, Ишембай р‑нындағы ауыл

ӘХМӘР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы:1906 й.—1076 кеше;1920 — 1104; 1939 — 1140; 1959 — 1408; 1989 — 989; 2002 — 963; 2010 — 984 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы [24.2.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман а. (БР‑ҙың Фёдоровка районы) — 11.4.1996, БР‑ҙың шул уҡ районы Бала Сытырман а.], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1‑се Атлы Армия исемендәге Тамбов Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған...

ӘХМӘРОВ Ҡасим Закир улы

ӘХМӘРОВ Ҡасим Закир улы [7.11.1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай районы) — 11.2.1969, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1919). Тикшеренеү эшмәкәрлеген 1928 й. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә башлай. 1938—69 йй....

ӘХМӘРОВ Рәүеф Барый улы

ӘХМӘРОВ Рәүеф Барый улы [25.2.1911, Өфө губ. ш. уҡ ис. өйәҙе (БР‑ҙың Иглин р‑ны) Һарт‑Лабау а. — 6.8. 2000, Өфө], археолог, музей белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары музей курстарын (Мәскәү, 1936), К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын...

ӘХМӘРОВ Хәсән Нурый улы

ӘХМӘРОВ Хәсән Нурый улы (1866, Ырымбур ҡ. — ?), хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын, хәрби уч‑щены тамамлаған. ?—1917 йй. рус армияһында, полковник; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. 49‑се Себер уҡсылар полкында ком. булып хеҙмәт итә. Башҡорт милли хәрәкәтендәҡатнаша....

ӘХМӘРОВА Әминә Мөхәмәтйән ҡыҙы

ӘХМӘРОВА Әминә Мөхәмәтйән ҡыҙы [21.3.1909, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Луговая а. (Пермь крайы) — 3.6. 1996, Мәскәү өлк. Троицк ҡ.], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1963). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1968), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан...

ӘХМӘРОВА Зәкиә Абдулла ҡыҙы

ӘХМӘРОВА Зәкиә Абдулла ҡыҙы [13.3.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 22.6.2006, Салауат ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1958). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940, В.Ғ.Ғәлимов, Б.Ғ.Имашев курсы) 1990 й....

ӘХМӘРОВА Нурия Миңлейәр ҡыҙы

ӘХМӘРОВА Нурия Миңлейәр ҡыҙы [22.9.1956, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Әбет а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (2004). СДПИ‑ны тамамлаған(1980),1983 й. алып шунда уҡ эшләй: 1996 й. башлап көндөҙгө уҡытыу б‑са декан урынбаҫары, 1997 й. алып башланғыс уҡыу педагогикаһы һәм методикаһы каф. мөдире...

ӘХМӘРОВА Светлана Герцен ҡыҙы

ӘХМӘРОВА Светлана Герцен ҡыҙы (10.3.1963, Өфө), соц. гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 5‑се дауаханала эшләй, 1987 й. алып Киров район советының башҡарма ком‑тындағы табип‑хеҙмәт эксперттары комиссияһы (икеһе лә — Өфө) рәйесе....

ӘХМӘРОВА Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ

ӘХМӘРОВА Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙа тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған йәмәғәт берекмәһе. Ойоштороусыһы – Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы. 1992 й. тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы булараҡ ойошторола, 2004 й. алып Әхмәрова Ф.ис....

ӘХМӘРОВА Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы

ӘХМӘРОВА Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы [14.11.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 20.3.2004, Өфө], педагог‑методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Ҡандра районы, ТАССР‑ҙың Ширәмәт...

ӘХМӘТ‑ГӘРӘЙ, хан

ӘХМӘТ‑ГӘРӘЙ, хан. Сыңғыҙхан нәҫеленән. Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Аҡназар улы. В.В.Трепавлов фекере б‑са, Ә.‑Г. — Шәйбәни нәҫеленән, Себер ханы Күсемдең ағаһы. 1546 й.—1558 й. тирәһендә Нуғай Урҙаһының Башҡортостандағы наместнигы, Ә.‑Г. йортона үҙәк Башҡортостан терр‑яһы ингән. Һуңынан Кубань й....

ӘХМӘТ‑ХУЖА (Әхмәтҡужин) Әсхәл Әбүталип улы

ӘХМӘТ‑ХУЖА (Әхмәтҡужин) Әсхәл Әбүталип улы (24.6.1942, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Амангилде а. — 8.11.2018, шунда уҡ), шағир, тәржемәсе. РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1970). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1965), М.Горький ис. Әҙәбиәт...

ӘХМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ӘХМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ҡырҙас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 183; 1939 — 271; 1959 — 205; 1989 — 147;2002 —151; 2010—145 кеше.Башҡорттар йәшәй (2002)....

ӘХМӘТ, Благовар р‑нындағы ауыл

ӘХМӘТ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 46 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 339 кеше; 1939 — 385; 1959 — 297; 1989—138;2002—154; 2010— 139 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ӘХМӘТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ӘХМӘТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Мәнәҙе күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1158; 1939 — 2447; 1959 — 1621; 1989 — 1080; 2002 — 891; 2010 — 886 кеше. Татарҙар йәшәй...

ӘХМӘТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ӘХМӘТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 296 кеше; 1920 — 392; 1939 — 390; 1959 — 397; 1989 — 322; 2002 — 332; 2010 — 326 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тайнаш...