Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ СПОРТ ӘЙБЕРҘӘРЕ ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ СПОРТ ӘЙБЕРҘӘРЕ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ. Ҡара‑ҡаршы көрәш, туристар өсөн спорт кәрәк‑ярағы, махсус кейем етештерә. Составына тегеү цехы, бесеү оҫтаханаһы ингән. 2009 й. 12 кеше эшләгән, 80 берәмеккә яҡын продукция етештерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1972 й. БАССР‑ҙың физик...

ӨФӨ ТАТАР УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ

ӨФӨ ТАТАР УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. Татар уҡытыусылар мәктәптәре т‑дағы положениеға (1872) ярашлы башҡорттар м‑н татарҙар араһынан урыҫ‑татар һәм урыҫ‑башҡорт халыҡ училищелары өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсаты м‑н асыла.__ 1877 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө...

ӨФӨ ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

ӨФӨ ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. Мәскәүҙә фабриканттар В.А.Горбунов, А.Ф.Моргунов һәм С.И.Щегляев тарафынан ойошторола. Йәмғиәттең төп капиталы 1587,5 мең һум (500 һумлыҡ 3175 акция) тәшкил иткән. Стәрлетамаҡ өйәҙендә тимер мәғдәне ятҡылығын файҙаланыу өсөн йәмғиәт 1 мең дисәтинә ер һатып...

ӨФӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

ӨФӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың көньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн селекция, үҫемлекселек, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғона һәм ҡара‑сыбар тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша....

ӨФӨ ТЕПЛОВОЗДАР РЕМОНТЛАУ ЗАВОДЫ

ӨФӨ ТЕПЛОВОЗДАР РЕМОНТЛАУ ЗАВОДЫ, ААЙ. Тепловоздар, ҡуш тәгәрмәстәр, тартыу двигателдәре, ике машиналы агрегаттар ремонтлау, рессорҙар, рессор табаҡтары, бронза һәм суйын ҡойолмалар, сүкелгән металл киҫәктәре етештереү эштәрен башҡара. Составына тепловоз йыйыу, дизель, ремонт‑механика, тәгәрмәс, тимерлек‑ҡойоу,...

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ВОКЗАЛЫ

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ВОКЗАЛЫ, Тимер юл вокзалдары дирекцияһының структур бүлексәһе — “Рәсәй тимер юлдары” ААЙ фи‑ лиалы. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгенең алыҫ ара һәм ҡала яны бәйләнеше поездары пассажирҙарын хеҙмәтләндерә. 1888 й. Һамар‑Өфө т. юлы асылыуға бәйле Өфө станцияһы вокзалы булараҡ асыла,...

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ОҪТАХАНАЛАРЫ МАСТЕРОВОЙҘАРЫ ҺӘМ ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ПАТРИОТИК ЙӘМҒИӘТЕ

ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ОҪТАХАНАЛАРЫ МАСТЕРОВОЙҘАРЫ ҺӘМ ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ПАТРИОТИК ЙӘМҒИӘТЕ, 1905—06 йй. Өфөлә уң монархистарҙың ҡара груһсылар ойошмаһы. 6 дек. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) ойошторола. Революцион хәрәкәткә ҡаршы [ҡара: революция (1905—07)] сығыш яһаған эшселәрҙе...

ӨФӨ ТИМЕР-БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ“ ЭКОЛОГ” БАШСПЕЦНЕФТЕСТРОЙ

ӨФӨ ТИМЕР-БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ “ЭКОЛОГ” БАШСПЕЦНЕФТЕСТРОЙ, ЯАЙ. Составына тимер-бетон изделиелар етештереү б‑са 3 цех инә. 2009 й. 104 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1962 й. “Башспецнефтестрой” тресы составында ойошторола, 1990 й. алып ҠП, 1993 й. хәҙ. статусын...

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №1

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №1. 1959 й. 21‑се Төҙөлөш‑монтаж тресының (ҡара: Трест №21) ярҙамсы пр‑тиелары контораһы базаһы (1948 й. асылған) һәм төҙөлөш индустрияһы базаһы (1956) нигеҙендә 5‑се тимер‑бетон заводы булараҡ ойошторолған, 1964 й. алып “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) берекмәһенең...

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №2

ӨФӨ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ №2, ААЙ. Составына 2 форма эшләү, арматура, бетон ҡатнаштырыу, механика, автотранспорт, энергетика цехтары; контроль һәм сифат лаб. инә. 2012 й. 308 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1956 й. ойошторола, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела СССР‑ҙа...

ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ. 1904 й. ойошторола, 1907 й. Өфө силикат кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡеүәте йылына 3—3,5 млн дана, 2 ҡыҫҡысы, 2 һүндереү барабаны, 4 тупик автоклавы, быу ҡаҙаны булған), 1931 й. алып “Башкирстройматериалы” берекмәһе (ҡара: “Башстром”) составында; 60‑сы...

ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ

ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ, “ЭЛЕКТРОЗАВОД” холдинг компанияһы ААЙ‑ның айырым бүлеге (Мәскәү). Көс биреү, май һәм ҡоро бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанциялары етештерә. Составында көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанцияһы производстволары бар....

ӨФӨ ТРИКОТАЖ ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ ТРИКОТАЖ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Ҡатын‑ҡыҙҙар кейеме, мәктәп формаһы, өй өсөн текстиль етештерә. Составына экс‑ перименталь, бәйләү, киҫеү‑әҙерләү, тегеү цехтары; лаб. инә. Фирма магазиндары селтәре бар. 2013 й. 164 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1939 й. “Трикотаж”...

ӨФӨ ТЭЦ-тары

ӨФӨ ТЭЦ-тары, “Башҡортостан генерациялау компания” һы ЯСЙ филиалдары. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. 1-се Өфө ТЭЦ-ы. 1935 й. Черниковка эшселәр ҡасабаһында Өфө крекинг-заводы ТЭЦ-ы булараҡ (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) нигеҙ һалына, 1938 й. 1-се сираты сафҡа индерелә; 1940 й. алып Өфө...

ӨФӨ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯЛАРЫ

ӨФӨ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯЛАРЫ. 1‑се Өфө совет уҡсылар дивизияһы РККА составында 1918 й. июнендә Н.И.Подвойский бойороғо б‑са Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының 2‑се һәм 3‑сө дружиналарынан ойошторола. Уның составына 1‑се һәм 2‑се совет уҡсылар полктары, артиллерия һәм атлы дивизиондар, бронеотряд инә. Дивизия...

ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ

ӨФӨ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ УҠЫУСЫЛАРЫН ФИЗИК ТӘРБИӘЛӘҮ ЙӘМҒИӘТЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1907 й. 15 дек. А.С.Цветков тарафынан ойошторола. Ир‑ат та, ҡатын‑ҡыҙ ҙа, бөтә дин кешеләре лә дәрәжәһенә һәм мөлкәтенә ҡарамай ҡабул ителгән. Йәмғиәт ағзаларының физик тәрбиәләү системаһына саңғыла йүгереү, һыбай йөрөү, гимнастика,...

ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ

ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, ағас ағыҙыу м‑н шөғөлләнгән. 1948 й. Өфө моторҙар базаһында Өфө транспорт ағас ағыҙыу контораһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Башлес” комб‑тының Өфө ағас ағыҙыу ПБ, 1973 й. — Өфө ағас ағыҙыу контораһы, 1983 й. — Өфө урман комб‑ты, 1997 й. — ДУП, 1948...

ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1960 й. “Башмежколхозстрой” берекмәһенең урман әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1974 й. алып Ө.у.с.х., 90‑сы йй. урман участкалары акциялаштырыла, 1996 й. “Өфө” дәүләт урман сәнәғәте комплексына үҙгәртелә, 2007 й. ябыла. Составына...

ӨФӨ ФАНЕР КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ФАНЕР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составында ағас‑юнысҡы плиталары, фанер производстволары; автотранспорт, ремонт‑төҙөлөш, ремонт‑механика цехтары; ыҫмала етештереү участкаһы; пар энергияһын файҙаланыу хужалығы бар. 2012 й. 1199 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм...

ӨФӨ ФАНЕР‑ПЛИТА КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ФАНЕР‑ПЛИТА КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составында ағас‑сүс плиталары етештереү, фанер, автотранспорт цехтары; ыҫмала етештереү, ағас эше, ремонт‑механика, ремонт‑төҙөлөш, электроремонт участкалары бар. 2012 й. 1168 кеше эшләгән; 13040 мең м2 ағас‑сүс плитаһы, 50,1 мең м3 фанер етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа...