Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ

ЯДРО‑МАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЯМР), йүнәлештәрен үҙгәртеүгә бәйле ядролары нуль булмаған магнит моментлы (1Н, 13С, 15N, 19F, 29Si, 31P һ.б.) матдәнең электр‑магнит энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Бер төрлө даими магнит ҡырында көсһөҙ радио йышлыҡлы ҡырҙы һалғанда магнит һәм...

ЯҘ ЙОНДОҘҘАРЫ

ЯҘ ЙОНДОҘҘАРЫ (Notodontidae), күбәләктәр отрядының бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. БР‑ҙа 33 төрө осрай: оло гарпия, оҙон ҡойроҡло суҡҡойроҡ, көмөш соҡорсоҡ, кәкерсәкле Я.й., осло башлы Я.й. һ.б. Кәүҙәһе йыуан, йөнтәҫ. Ҡанаттарының йәйеме...

ЯҘ ЙОНДОҘО

ЯҘ ЙОНДОҘО (Corydalis), тиле­ ки­шер­ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 380 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә, 1 төрө тропик Африканың тау урмандарында таралған. БР‑ҙа тиле кишер кеүек Я.й. (үҙәк тамырлы бер йәки ике йыллыҡ үлән) һәм тығыҙ Я.й. (үҫешкән...

ЯҘ ҺӨЙӘРҘӘР

ЯҘ ҺӨЙӘРҘӘР (Plecoptera), бө­жәк­тәр отряды. 5 ғаиләһе, яҡынса 2 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 17 төрө осрай. Кәүҙәһе оҙонса, йомшаҡ, оҙонлоғо 3—30 мм, төҫө асыҡ көрәндән алып ҡараға тиклем. Ҡанат (2 пар) йәйеме 10 мм алып 80 мм тиклем, ярылы. Башы ҙур, оҙон нәҙек мыйыҡтары бар, ауыҙ аппараты йыш осраҡта...

ЯҘҒЫ ТАШҠЫН

ЯҘҒЫ ТАШҠЫН, йылғаның һыу режимы фазаһы, йыллыҡ һыу күләменең артыуы, кимәленең күтәрелеүе, һыуҙың үҙәндәрҙән сығып туғайҙарҙы баҫыуы м‑н билдәләнә. Йыл һайын бер үк миҙгелдә төрлө көсөргәнешлелек һәм оҙайлылыҡ м‑н ҡабатлана; көслө һәм оҙайлы һыу ағымынан барлыҡҡа килә, был яҙ көнө тигеҙлектәрҙәге ҡарҙың...

ЯҘҒЫЙОРТ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЯҘҒЫЙОРТ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 258 кеше; 1959 — 455; 1989 — 329; 2002 — 280; 2010 — 259 кеше. Баш­ҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20...

ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯҘЛАУ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 233 кеше; 1959 — 192; 1989 — 164; 2002 — 207; 2010 — 163 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй....

ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ

ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы, яҙыусыларҙың һәм әҙәбиәт белгестәренең ижади берекмәһе. 1934 й. мартында Өфөлә яҙыусыларҙың 1‑се съезында ойошторола. Уға тиклем төрлө әҙәби түңәрәктәр һәм Баш­ҡор­тостан пролетар ­яҙыусылар­ ассоциацияһы ­була. Төп маҡсаттары һәм...

ЯҘЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ

ЯҘЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ. Башҡортостан яҙыусылар съезы БР Яҙыусылар союзының юғары етәксе органы булып тора; кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла. Съезд идараны ойоштора һәм яңынан һайлай, Уставты раҫлай һәм кәрәк булғанда уға үҙгәрештәр индерә, Яҙыусылар союзы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләй, идараның,...

ЯЗЫКОВ УРТА МӘКТӘБЕ

ЯЗЫКОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑нында урынлашҡан. 1874 й. халыҡ­ училищеһы булараҡ асыла, 1897 й. башлап земство­мәктәбе, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт...

ЯЗЫКОВ, ауыл, Благовар р‑нының үҙәге

ЯЗЫКОВ, ауыл, Благовар р‑нының (1935—63 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Языков а/с үҙәге. Өфөнән Көнб. 70 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында, Шишмә—Языков—Саҡмағош автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,7 (Языков утары м‑н бергә иҫәпкә алынған);...

ЯЗЫКОВ, Благовещен р‑нындағы ауыл

ЯЗЫКОВ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Яңы Надеждин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Мамонда й. (Иҙәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 644 кеше; 1920 — 741; 1939 — 502; 1959 — 251; 1989 — 246; 2002 — 245; 2010 — 195 кеше. Урыҫтар,...

ЯЙҘАҠТАР

ЯЙҘАҠТАР, ысын яйҙаҡтар (Ichneumonidae), яры­ ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 60 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа амблител, крипт, офион, пимпла һ.б. заттарға ҡараған бер нисә тиҫтә төрө осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 0,4—5 см, ҡара йәки һары‑ерән төҫтә, башында һәм...

ЯЙҘАҠТАР

ЯЙҘАҠТАР, ысын яйҙаҡтар (Ichneumonidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 60 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа амблител, крипт, офион, пимпла һ.б. заттарға ҡараған бер нисә тиҫтә төрө осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 0,4—5 см, ҡара йәки һары‑ерән төҫтә, башында һәм күкрәгендә...

ЯЙҠАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЯЙҠАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 75 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 266; 1939 — 183; 1959 — 150; 1989 — 156; 2002 — 187; 2010 — 157 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ЯЙЛА

ЯЙЛА (фр. plateau), бер аҙ бүлгеләнгән тигеҙ йәки убалы‑түбәле йөҙҙән торған тәпәш яҫы­таулыҡ. Баш­ҡортостандың­Урал­алдыныңтөнь­яҡ‑көнсығышында Өфө ­яйлаһы, Баш­ҡортостан­( Көньяҡ)­ Уралының көнь­яғында Йылайыр­ яйлаһы урынлашҡан, уларға ныҡ йырғыланған денудация‑эрозиялы рельеф,тәрәнборолмалы үҙәндәр...

ЯЙЫҠ ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ

ЯЙЫҠ ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалы һәм Крәҫтиәндәр­ һуғышы­ (1773—75)­ осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. Генерал‑майор П.С.Потёмкин ҡарары б‑са 1774 й. 8 авг. Ырымбур­ йәшерен­ комиссияһы ҡарамағындағы күсмә тәфтиш орган булараҡ ойошторола. 1772 й. һәм 1774 й. әсиргә...

ЯЙЫҠ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, ҡара: Урал ­казак­ ғәскәре.

ЯЙЫҠ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, ҡара: Урал ­казак­ ғәскәре.

ЯЙЫҠ, “Урал ­батыр” эпосы персонажы

ЯЙЫҠ, “Урал ­батыр” эпосы персонажы, Урал ­батырҙың өлкән улы. Я. теге донъя м‑н бәйле, уның әсәһе – Ҡатилдың ҡыҙы. Эпоста Я. 8 йәшендә килеп сыға, был календарь символикаһына бәйле, тип фараз ителә. Әсәһе, улын Урал батырға ебәргәндә, үҙе тере һыу ярҙамында терелткән 4 батырҙы уға ярҙамға бирә. Атаһы...

ЯЙЫҠ”, ижт.‑сәйәси гәзит.

“ЯЙЫҠ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Яйыҡ” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. 1991 й. ғин. алып Учалы ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Учалы ҡ. һәм Учалы р‑нының ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Тәрж.­...