Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы

УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы (25.3.1965, Сибай ҡ.), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Искра” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Сибай; тренерҙары Р.Р.Кәримов, Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.Т.Әхмәтвәлиев). Европа (1996, 1998), Евразия (2001), Рәсәй...

УЙЫЛДАНОВА Айгөл Рәйеф ҡыҙы

УЙЫЛДАНОВА Айгөл Рәйеф ҡыҙы (15.8.1980, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Николаевка а.), спортсы. Софтбол б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2000). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). Өфө р‑ны СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.В.Маклаков, Е.Ф.Маклакова)....

УКАЗ (1832 й. 10 апр.)

УКАЗ (1832 й. 10 апр.) “Б а ш ҡ о р т т а р ҙ ы ң Ы р ы м б у р к р а й ы н д а ғ ы е р ҙ ә р е н ә х о ҡ у ҡ т а р ы т у р а һ ы н д а ”, башҡорттар м‑н күсеп килгән халыҡтың төрлө категориялары араһында ер мөнәсәбәттәрен көйләгән норматив‑хоҡуҡи акт (ҡара: Ер сәйәсәте). Указ проектын Сенат ҡарамағындағы...

УКАЗ (1869 й. 10 февр.)

УКАЗ (1869 й. 10 февр.) “А ҫ а б а б а ш ҡ о р т т а р ғ а һ ә м у л а р ҙ ы ң к е р ҙ ә ш т ә р е н ә е р б ү л е р ө с ө н б а ш ҡ о р т д а й с а л а р ы н ы ҙ а н л а у һ ә м б а ш ҡ о р т т а р ҙ ы ң й ә м ә ғ ә т е р ҙ ә р е н һ а т ы у һ ә м о б р о к к а б и р е ү т ә р т и б е т у р а һ ы н...

УКАЗДАР (1736 й. 11 февр.)

УКАЗДАР (1736 й. 11 февр.), 1735—36 йй. башҡ. ихтилалдарын [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] баҫтырыу сараларын билдәләгән һәм Ырымбур экспедицияһы (1734—44) эшмәкәрлеген көйләгән норматив‑хоҡуҡи акттар. Ырымбур экспедицияһы нач. И.К.Кирилов һәм Башҡорт эштәре комиссияһы нач. А.И.Румянцев тәҡдиме...

УКРАИН ӘҘӘБИӘТЕ

УКРАИН ӘҘӘБИӘТЕ. У.ә. м‑н башҡорт әҙәбиәтенең үҙ‑ара әүҙем мөнәсәбәттәре Б.В. һуғышы осоронда башлана һәм 1941 й. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының, Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзының һ.б. ойошмаларҙың Өфөгә эвакуацияланыуына бәйле. Украина ССР‑ы Яҙыусылар союзы нәшриәте тарафынан “Фронт һәм тыл” серияһында...

УКРАИН ТЕЛЕ

УКРАИН ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнсығыш‑славян төркөмсәһе). Украинаның рәсми теле. Шулай уҡ РФ‑та, Белоруссияла, Польшала, Словакияла, Чехияла, Канадала таралған. Һөйләшеүселәр һаны 39 млн яҡын кеше (1993). Урыҫ теленә һәм белорус теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. У.т. диалекттары...

УКРАИН ФОЛЬКЛОРЫ

УКРАИН ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы украиндары фольклоры төр, жанр һәм форма төрлөлөгөндә үҫешә. Йыйылған материалдар араһында әкиәттәр (тормош‑көнкүреш, тылсымлы һәм хайуандар т‑да), риүәйәттәр, легендалар, хөрәфәти хикәйәләр ҙур урын алып тора. Мөхәббәт, ғаилә‑көнкүреш, тарихи (төрөктәр м‑н...

УКРАИНА

УКРАИНА, У к р а и н а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 576,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Киев. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 42,9 млн кеше (2014): украиндар (77,8%), урыҫтар (17,3%) һ.б.; 4,2 мең башҡорт йәшәй (2001). Рәсми...

УКРАИНА ССР-ы ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ

УКРАИНА ССР‑Ы ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ, 1919 й. ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941—43 йй. Президиумы һәм ин‑ттарының күпселеге Өфөлә эвакуацияла була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: авиация, металлургия, танк сәнәғәте өлкәһендә оборона әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү; һаулыҡ һаҡлау, тәбиғәт...

УКРАИНДАР

УКРАИНДАР (үҙ атамаһы украиндар), халыҡ, Украинаның төп халҡы. У. һаны 1989 й. Украина ССР‑ында — 37,5 млн, РСФСР‑ҙа — 4,36 млн; 2002 й. РФ‑та — 2,94 млн кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны — 74,9 мең; БР‑ҙа 2002 й. — 55,2 мең кеше. Айырыуса Өфө (17,7 мең кеше), Стәрлетамаҡ (6,6 мең), Салауат (3 мең) ҡҡ.,...

УКУЗӘШ, Мишкә р‑нындағы ауыл

УКУЗӘШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 137 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 203 кеше; 1959 — 280; 1989 — 172; 2002 — 158; 2010 — 156 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 1927 й. Бөрө кантонында нигеҙ һалынған. Тәрж....

УҠ АТЫУ

УҠ АТЫУ, атыу спорты төрө, 4 дистанцияла (30 м алып 90 м тиклем) 36 уҡ м‑н стационар сәпкә (диам. 80—122 см) тейҙереү б‑са ярыш. Башҡортостанда У.а. үҫеше 1969 й. Бөрө пед. ин‑ты эргәһендә тәүге секция асылыуға бәйле, унда 1973 й. “Буревестник” ДСО‑һы эргәһендә У.а. б‑са ДЮСШ ойошторола. 1976 й. Мәләүез...

УҠБАЛЫҠ

УҠБАЛЫҠ, с ө г ә (Acipenser ruthenus), бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Балтик, Каспий, Ҡара, ш. уҡ Аҡ, Баренц, Карский диңгеҙҙәре басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо — 125 см тиклем, ауырлығы — яҡынса 16 кг. Кәүҙәһе оҙонса, 5 буй рәт ромб һымаҡ һөйәк пластиналары бар. Арҡаһы ҡуйы һоро, һорғолт...

УҠЪЯПРАҠ

УҠЪЯПРАҠ (Sagittaria), көтөүсе ҡумыҙы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, башлыса Америкала, Евразияла таралған. Башҡортостанда ябай У. үҫә. Бер өйлө күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—100 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, суҡлы, остарында бүлбегә оҡшаш бөрөләре булған оҙонса үренделәре бар. Сәскә...

УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ

УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ, федераль дәүләт учреждениеһы, БДАУ‑ға ҡарай. Урмандарҙы һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү һәм тәрбиәләү б‑са эштәр башҡара. Аграр университеттың урман хужалығы белгестәрен әҙерләү б‑са уҡытыу‑производство һәм фәнни‑ғәмәли базаһы булып тора. 1948 й. Дмитриевка урмансылығы базаһында...

УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, лимонарий.

УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, лимонарий. РФ‑та, Көнсығыш Европала цитрус үҫемлектәр үҫтереүсе ҙур питомниктарҙың береһе. Лимон сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, экзотик үҫемлектәрҙең үҫентеләрен, сәскәләрҙең үрсетмәләрен һ.б. культураларҙы үҫтереүгә һәм һатыуға махсуслаша. 1990 й. Ағиҙел урман хужалығының...

УҠЫТЫУҘЫ ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАУ

УҠЫТЫУҘЫ ДИФФЕРЕНЦИАЦИЯЛАУ, белем биреүҙе уҡыусыларҙың ынтылыштарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм һәләттәрен иҫәпкә алып ойоштороу формаһы. Рәсәйҙә 1920 йй. башынан У.д. төрлө формалары һәм төрҙәре (айырым предметтарҙы төплө өйрәнеү, ҡыҙыҡһыныу б‑са кластар, һөнәри йүнәлеш биреү һ.б.) индерелә. 1980 йй. аҙ....

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТТАРЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТТАРЫ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында ҡала училищелары, өйәҙ училищелары, юғары башланғыс уч‑щелар һ.б. өсөн уҡытыусылар әҙерләгән ир‑егеттәр уҡыу йорттары. Тәүге У.и. (уҡыу курсы 4 йыл булған) 1817—22 йй. һәм 1838—46 йй. Баш пед. ин‑ты (С.‑Петербург) эргәһендә эшләгән. Уҡытыусылар...

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТЫ

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТЫ. 1909 й. асыла, 1919 й. алып Өфө Халыҡ мәғарифы ин‑ты (ҡара: Башҡорт дәүләт университеты). Уҡытыусылар институттары т‑дағы положениеға (1872) ярашлы ҡала училищелары, гимназиялар һәм прогимназиялар өсөн уҡытыусылар әҙерләгән уҡыу йорто булараҡ ойошторола. Халыҡ мәғарифы министрлығы...