Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФАСОЛЬ

ФАСОЛЬ (Phaseolus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу (культурала яҡынса 20) төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Европала, Көньяҡ һәм Көньяҡ‑Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда ябай Ф. үҫтерелә, уның әрсеү (орлоҡ алыу өсөн үҫтерелә) һәм шәкәр (бешеп етмәгән ҡуҙаҡ)...

ФАСЦИОЛЁЗ

ФАСЦИОЛЁЗ, кешенең һәм хайуандарҙың башлыса гепатобилиар системаһын һәм эсәктәрен зарарлай торған паразитар ауырыу. Тыуҙырыусылары: Fasciola hepatica (бауыр имгесе) һәм Fasciola gigantica һ.б. трематодалар. Тыуҙырыусының сығанағы — тышҡы мөхиткә паразиттың йомортҡаларын бүлеп сығарған ауырыу хайуандар...

ФАУНА

ФАУНА (лат. Fauna — урман һәм баҫыуҙар алиһәһе, рим мифол. хайуандарҙы ҡурсалаусы), билдәле бер терр‑яла йәшәгән хайуан төрҙәренең тарихи яҡтан нығынған йыйылмаһы. Төрлө фауна комплекстарынан (тундра, тайга, урман һ.б.), ш. иҫ. ареалдары оҡшаш булған хайуан төрҙәренән, барлыҡҡа килә. Билдәле бер терр‑яның...

ФАЯГӨЛ

ФАЯГӨЛ (Polemonium), фаягөл һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда зәңгәр Ф. үҫә. Тарбаҡланмай торған ҡыҫҡа йыуан тамырһабаҡлы һәм күп һанлы оҙон нескә тамырҙары булған күп...

ФАЯГӨЛ ҺЫМАҠТАР

ФАЯГӨЛ ҺЫМАҠТАР (Polemoniaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 130‑ҙан ашыу заты, 300‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, бер нисә заты Евразияның тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Бер һәм күп йыллыҡ үләндәр. Башҡортостанда нескә колломия (бер йыллыҡ), фаягөл һәм Себер флоксы (күп...

ФАЯЗОВ Радик Рәдиф улы

ФАЯЗОВ Радик Рәдиф улы (28.7. 1960, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Арыҫлан а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 1990 й. алып Шишмә үҙәк район дауаханаһында, 1993—95 йй. — ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, 1998 й. — 8‑се дауаханала (икеһе...

ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы

ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы (4.11.1950, Өфө), тренер. Бобслей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1986 й. алып “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры, 1987 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең, 1994 й. — БР юғары спорт оҫталығы...

ФӘЙЕЗОВ Фәйзрахман Вәлетдин улы

ФӘЙЕЗОВ Фәйзрахман Вәлетдин улы [16.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ураҙбаҡты а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 18.10.1998, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—81 йй. Шишмә р‑нында эшләй: Салауат ис. к‑здың баҫыусылыҡ бригадаһы хисапсыһы, 1938—41 йй. Шишмә МТС‑ының тракторсыһы,...

ФӘЙЕЗОВ Фәнүз Фәйез улы

ФӘЙЕЗОВ Фәнүз Фәйез улы (22.7. 1935, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡыйғаҙытамаҡ а. — 15.11.2009, БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1952 й. алып Ҡариҙел урман сәнәғәте хужалығында тракторсы. 1953–90 йй. “Башнефть” ПБ‑ның Краснохолмский быраулау эштәре идаралығында эшләй: слесарь,...

ФӘЙЕЗОВА Лариса Петровна

ФӘЙЕЗОВА Лариса Петровна (14.7. 1952, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) 1981 й. тиклем Өфөнөң 5‑се дауаханаһында эшләй. 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге хроник панкреатиттың иммунопатогенезында һәм уның диагностикаһын...

ФӘЙЗИ Әхмәт Әхмәтсафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Әхмәт Әхмәтсафа улы (26.2.1903, Өфө — 11.8. 1958, Ҡазан), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1957) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Төркөстан АССР‑ы, Өфө мәғариф учреждениеларында эшләй; 1924—26 йй. Донбаста мәҙәни‑ағартыу...

ФӘЙЗИ Мирхәйҙәр Мостафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Мирхәйҙәр Мостафа улы (19.10.1891, Орск ҡ. эргәһендәге Күкшел утары — 9.7. 1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.), драматург. Орск ҡалаһындағы мәсет эргәһендәге (1902—05), “Хөсәйениә” (1907) мәҙрәсәләрендә уҡый. 1919 й. алып мәҙәни‑ағартыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә,...

ФӘЙЗИ Рәфғәт Шакирйән улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Рәфғәт Шакирйән улы (3.8.1904, Ырымбур ҡ. — 5.9.1983, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1964) һәм атҡ. (1944) артисы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Волга аръяғы хәрби округы сәйәси идаралығы эргәһендәге драма студияһын тамамлаған (Һамар ҡ., 1920), 1924—27 йй. Мәскәү халыҡ мәғарифы...

ФӘЙЗУЛЛИН Абдулла Мөхәмәтдин улы

ФӘЙЗУЛЛИН Абдулла Мөхәмәтдин улы [7.8.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Рафиҡ а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 27.12.2014, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). 1942—89 йй. Хәйбулла р‑нында эшләй: “1‑се Таналыҡ” к‑зында, 1947 й. алып Һарыкүл МТС‑ы тракторсыһы, 1957 й. — “Матрай” с‑зының тракторсы‑комбайнсыһы,...

ФӘЙЗУЛЛИН Айрат Рәй улы

ФӘЙЗУЛЛИН Айрат Рай улы (6.5. 1959, Октябрьский ҡ. — 26.12.2002, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1980). “Нефтсе” спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.И.Ворсин). Спидвей б‑са шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1984); СССР чемпионаттарының...

ФӘЙЗУЛЛИН Айытбай Абдулхаҡ улы

ФӘЙЗУЛЛИН Айытбай Абдулхаҡ улы [10.8.1953, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Әбделнасир а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны)], бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1974). 1975—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы,...

ФӘЙЗУЛЛИН Әғзәм Шакир улы

ФӘЙЗУЛЛИН Әғзәм Шакир улы (23.2.1921, Омск ҡ. — 19.3.1984, Өфө ҡ.), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1973), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). БДУ‑ны тамамлаған (1958). 1946 й. алып ВЛКСМ‑дың ҡала комитеты, 1947 й. — ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә...

ФӘЙЗУЛЛИН Миҙхәт Муса улы

ФӘЙЗУЛЛИН Миҙхәт Муса улы (1.1.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а. — 28.5.1998, Ишембай ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1944 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында: слесарь, 1946 й. башлап газ м‑н иретеп йәбештереүсе, 1948 й. — газ операторы, 1955 й. алып газ эше слесары. 1959—87...

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы (26.5.1984, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай ҡсб), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2009). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй чемп. (2009), “Олимпия өмөттәре” Рәсәй чемпионаты...

ФӘЙЗУЛЛИН Рәшит Ғибаҙулла улы

ФӘЙЗУЛЛИН Рәшит Ғибаҙулла улы (1.2.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау‑Муҡшы а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а., — 30.12.1984, Нефтекама ҡ.), нефтсе. СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1974), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). 1947 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.)...