Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЛЫҠ ГЕОГРАФИЯҺЫ

ХАЛЫҠ ГЕОГРАФИЯҺЫ, иҡтисади һәм социаль география бүлеге, төрлө тәбиғи, соц. һәм иҡт. шарттарҙа халыҡтың составын, урынлашыуын һәм терр. ойошоуын өйрәнә. Х.г. халыҡтың тәбиғи артыуының, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһының, уның соц., этник һәм ғаилә-никах составының һ.б., хеҙмәт ресурстары урынлашыуының...

ХАЛЫҠ ДИПЛОМАТИЯҺЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

ХАЛЫҠ ДИПЛОМАТИЯҺЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР халыҡтарының рухи, мәҙәни һәм белем кимәлен күтәреү, башҡа илдәр халҡы м-н дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. “Яңы Башҡортостан өсөн” респ. берек­мәһе, “Башҡортостан—Франция” һәм “Башҡортостан—Бөйөк Британия”...

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан.1937 й.Башҡ-н респ. халыҡ ижады йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Респ. фәнни-методик халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эштәре үҙәге, 1991 й. башлап Респ. халыҡ ижады үҙәге. Нефтекама (1998; дир. В.К.Юрин) һәм Бәләбәй (2005; дир. Г.М.Хальзов) ҡҡ. филиалдары бар....

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ, махсус ойошторолған статистик күҙәтеүҙәр. Билдәле ваҡытҡа ҡарата иҫәп алыу объекттарының иҫәбе (һаны, майҙаны һ.б.) һәм составы т-дағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу, дөйөмләштереү, баһалау, анализлау һәм баҫтырып сығарыуҙы үҙ эсенә ала; дәүләт, соц., иҡт. һәм демография сәйәсәте йүнәлештәрен...

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ, халыҡ музыкаһын һаҡлаусылар, башҡарыусылар, милли муз.-поэтик мираҫ һәм башҡарыу традицияларын дауам итеүселәр. Баш­ҡорт йырсылары һәм музыканттарына тауыштары, халыҡ музыка ҡоралдары м-н оҫта эш итеү хас; үҙ ижадтары м-н улар теге йәки был халыҡ сәнғәте мәктәбен күрһәтә....

ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ

ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ, йыл ваҡытын бүлеү, иҫәпләү һәм регламентлау йәһәтенән тарихи яҡтан ойошҡан система, традицион йолалар һәм байрамдар циклын, хужалыҡ һәм көнкүреш практикаһын, ш. уҡ төрлө ышаныуҙарҙы һәм фольклорҙы барлыҡҡа килтерә. Башҡорттарҙа Х.к. (ҡояш һәм ай календарын үҙ эсенә ала) тәбиғәт күренештәре...

ХАЛЫҠ КОМИССАРҘАРЫ СОВЕТЫ

ХАЛЫҠ КОМИССАРҘАРЫ СОВЕТЫ, Совнарком, Хөкүмәт, БАССР дәүләт власының юғары башҡарма һәм күрһәтмә биреү органы. 1920 й. июлендә Стәрлетамаҡ ҡ. РСФСР Конституцияһы һәм Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС-ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ярашлы АСБР-ҙың 1-се...

ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ

ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ. 2001 й. Башҡорт филармонияһы эргәһендә БР Х.ҡ.м.о. булараҡ ойошторола, тәүге концерты 2001 й. 1 окт. була. 1-се художество етәксеһе һәм дирижёры — Р.М.Ғәйзуллин. Оркестр репертуары: М.Х.Әхмәтов — “Башҡорт рапсодияһы” (“Баш­кирская рапсодия”), “Дуҫым Рәмилгә соло-фантазия”...

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ, тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы файҙаланыу т-да эмпирик белем йыйылмаһы. Башҡорттарҙың Х.м. Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәренә, традицион хужалыҡ формаларына...

ХАЛЫҠ МИГРАЦИЯҺЫ

ХАЛЫҠ МИГРАЦИЯҺЫ, халыҡтың механик үҙгәреше, кешеләрҙең (мигранттарҙың) даими йәки ваҡытлыса йәшәү, йәки йыш ҡайтыу өсөн йәшәү урынын алмаштырыу маҡсатында теге йәки был терр-я сиктәре аша күсеүе. Йүнәлеше б-са тышҡы (иммиграция һәм эмиграция) һәм эске (төбәк-ара, төбәк эсендә); оҙайлығы б-са – кире...

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ. Башҡорт халыҡ музыка инструментарийы күп төрлө. Аэрофондар төркөмөнә (тынлы музыка ҡоралдары) ҡурай, һорнай, борғо (һыбыҙғы; һунарҙа сигнал ҡоралы, мөштөгө булған конус рәүешле ағас торба, оҙонлоғо яҡынса 800 мм, бармаҡтар өсөн 1—2 тишеге була йәки тишекһеҙ), һыҙғыртмаҡ (һыҙғыртҡыс;...

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ, м у з ы к а л ь ф о л ь к л о р, халыҡтың вокаль һәм инструменталь ижады. Традицион ауыҙ-тел ижады формаһында йәшәп килә. Башҡорттарҙа Х.м. боронғо тотемистик ҡараштарға (ҡара: “Сыңрау торна”), йыллыҡ циклдың традицион байрамдарына (ҡара: Кәкүк сәйе, Ҡарғатуй), һунар һәм хәрби эшмәкәрлеккә,...

ХАЛЫҠ СОЦИАЛИСТАРЫ, ҡара: Халыҡ‑социалистик хеҙмәт партияһы

ХАЛЫҠ СОЦИАЛИСТАРЫ, ҡара: Халыҡ‑социалистик хеҙмәт партияһы. 

ХАЛЫҠ ТЕАТРҘАРЫ

ХАЛЫҠ ТЕАТРҘАРЫ, 1) халыҡта ауыҙ-тел ижады м-н органик рәүештә бәйле булған формаларҙа йәшәп килгән театрҙар. Башҡорттарҙа театрлаштырыу элементтары баҡсы, шаман башҡарған магия акттарында (ҡара: Ҡамлау, Шаманлыҡ), һуғыш ритуалдарында, төрлө йолаларҙа (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар, Ер эшкәртеүгә...

ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ (Өфөләге)

ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының Х.т. булараҡ ойошторола, 2011 й. алып “Өсөнсө быуын” (“Третье поколение”) халыҡ театры (театрға нигеҙ һалыусы һәм 1-се художество етәксеһе П.А.Шеиндың исеме бирелә). 1985 й. башлап “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге постановка – Н.И.Мирошниченконың...

ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ

ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ, күңел асыуға нигеҙләнгән һәм халыҡтың донъяға традицион ҡараштарын, инаныуҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклоры, соц. мөнәсәбәттәре һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге үҫешен сағылдырған тарихи яҡтан ойошҡан шөғөлдәр (уйын-көлкө, тамаша, күңел асыу, спорт, бейеү, йыр һ.б. ярыштар). Башҡорттарҙа Х.у....

ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, халыҡ мәктәптәре, Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем халыҡ массалары уҡый алырлыҡ башланғыс уч-щеларҙың дөйөм атамаһы. 1786—1804 йй. төп халыҡ училищеларының һәм кесе халыҡ училищеларының рәсми исеме. “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение” (1864, 1874) б-са Х.у. бөтә ведомстволарҙың,...

ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ СОВЕТТАРЫ

ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ СОВЕТТАРЫ, совнархоздар, 1917—32 йй. һәм 1957—65 йй. РСФСР-ҙа һәм СССР-ҙа халыҡ хужалығына, башлыса сәнәғәткә идара итеү органдары. ХХС сәнәғәт пр-тиеларын национализациялауға етәкселек итә, халыҡ хужалығының айырым тармаҡтарын ойоштороу, дәүләт әҙерләүҙәрен планлаштырыу, етештереү күләмдәрен...

ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, ҡара: Милли иҡтисад

ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, ҡара: Милли иҡтисад. 

ХАЛЫҠ ҺАНЫ

ХАЛЫҠ ҺАНЫ, соц.-иҡт. шарттарға, халыҡтың йәшәү кимәленә, халыҡ һанының ғәмәли үҙгәрешенә, халыҡ миграцияһына бәйле. Йыл башындағы һәм уртаса йыллыҡ Х.һ. (йыл башындағы һәм аҙағындағы уртаса арифметик дәүмәл) күрһәткестәре ҡулланыла, улар демографик коэф. иҫәпләү өсөн нигеҙ булып тора. Демографияла...