Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨСӨГӘН-ӘСӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ӨСӨГӘН-ӘСӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Буҙат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Көсөгән й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 743 кеше; 1920 – 949; 1939 – 578; 1959 – 557; 1989 – 313; 2002 – 309; 2010 – 264 кеше....

ӨСЪЯПРАҠ

ӨСЪЯПРАҠ (Menyanthes), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Заттың берҙән-бер төрө — Ө. Төньяҡ ярымшарҙың субарктик, уртаса, субтропик бүлкәттәрендә таралған. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы (тамырһабаҡ булып үҙгәргән) йыуан, оҙон, быуынлы, йәйелеүсән, өҫкө өлөшөндә 15—30 см күтәрелеүсән. Япрағы...

ӨҪӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

ӨҪӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1750 йй. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы һәм Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Өҫән й. буйында И.Г.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1837 й. алып Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар). Троицк тау округына...

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА ЗАКАЗНИГЫ

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА ЗАКАЗНИГЫ. 1991 й. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы урмандарының төп төрҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ботаник заказник булараҡ ойошторола. Бәләбәй һәм Дәүләкән р‑ндары терр‑яһында ҡалҡыулыҡтың үҙәк өлөшөндә ята. Майҙаны 12,0 мең га, яҡынса 55%‑н урман ҡаплаған. Заказник сиктәрендә Асылыкүл...

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Өҫән‑Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1083 кеше; 1920 — 3374; 1939 — 2923; 1959 — 1518; 1989 — 916; 2002 — 926; 2010 — 882 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ӨҪӘН, йылға, Ыҡ й. (Кама й. басс.) уң ҡушылдығы

ӨҪӘН, йылға, Ыҡ й. (Кама й. басс.) уң ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Красная Заря а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа (Мәҡсүт һәм Сиушка йй. тамаҡтары араһында — көнбайышҡа) һәм артабан Бәләбәй м‑н Туймазы р‑ндары буйлап төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға. Ыҡ й. (тамағынан...

ӨҪКӨ ЙӨҘҘӘ АКТИВ МАТДӘЛӘР

ӨҪКӨ ЙӨҘҘӘ АКТИВ МАТДӘЛӘР, фаза һәм энергетик бәйләнештәрҙе үҙгәртеп, ҡаты һәм шыйыҡ фаза бүленеше сигендә адсорбцияланыуға һәләтле химик берләшмәләр. Тәбиғәттә биол. процестарҙа ҡатнашалар; өҫкө йөҙҙәге активлыҡҡа хайуандарҙың ашҡаҙан‑эсәк юлы һәм ҡанының шыйыҡсалары, үҫемлектәрҙең һуты һәм экстракты...

ӨҪТӘЛ ТЕННИСЫ

ӨҪТӘЛ ТЕННИСЫ, п и н г - п о н г, бәләкәй целлулоид туп һәм ракеткалар м‑н өҫтәлдә уйнай торған спорт уйыны. Яңғыҙ (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар), парлы (ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) ярыштарға айырыла. Башҡортостанда Ө.т. 20 б. 20‑се йй. аҙ. үҫеш ала. 1958 й. алып БР чемпионаттары уҙғарыла. 1959 й. БАССР...

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, шәхесте танып белеүгә, ижадҡа дәртләндереү һәм өҫтәлмә белем биреү программаларын һәм хеҙмәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән белем биреү ойошмалары. Балалар өсөн Ө.б.б.у. төп бурыстары: һөнәри үҙбилдәләнеш һәм ижади хеҙмәт өсөн шарттар тыуҙырыу; йәмғиәттә...

ӨФӨ II

ӨФӨ II, 4—16 бб. археологик ҡомартҡыһы. Өфөлә Пушкин һәм Воровский урамдары киҫелешендә урынлашҡан. 1953 й. П.Ф.Ищериков тарафынан асыла, 1957—58 йй. Ищериков, Н.А.Мәжитов, 1968 й. М.Х.Садиҡова, 1990 й. В.В.Овсянников, 2004 й., 2006—10 йй. Мәжитов, Ә.Н.Солтанова, Ф.А.Сөнғәтов, Р.Б.Исмәғилев өйрәнә....

ӨФӨ АГРЕГАТ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ӨФӨ АГРЕГАТ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. Авиация, автомобиль, нефть, атом, газ сәнәғәттәре өсөн электр м-н тәьмин итеү системаһы агрегаттарын һәм башҡарма механизмдарҙы эшләү, етештереү, сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау эштәрен башҡара. Составына гальваника, ҡойоу, керамика, махсус техника йыйыу...

ӨФӨ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ. 1932 й. Өфө мотор з‑дын (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) төҙөү өсөн 17‑се Дәүләт төҙөлөш тресы (ҡара: Төҙөлөш тресы №3) ярҙамсы пр‑тиелар контораһының Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ асыла, 1959 й. алып БАССР‑ҙы Төҙөү б‑са баш идаралығының урман ҡырҡыу һәм...

ӨФӨ АҘ КҮЛӘМЛЕ НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ ПРОИЗВОДСТВОЛАРЫНЫҢ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ

ӨФӨ АҘ КҮЛӘМЛЕ НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ ПРОИЗВОДСТВОЛАРЫНЫҢ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ. Пилот ҡулайламаларында технологик процестарҙы үҙләштереү, катализаторҙар һайлап алыу, аҙ күләмле продукция етештереү һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1966 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның Өфө тәж. з‑ды булараҡ асыла, 1992 й. алып Өфө аҙ күләмле нефтехимия...

ӨФӨ АМФИТЕАТРЫ

ӨФӨ АМФИТЕАТРЫ, Уралдың алғы йыйырсыҡтар зонаһында урынлашҡан ярымтүңәрәк формалағы тектоник структура. БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында, башлыса Балаҡатай р‑ны сиктәрендә ята. Ҙур өлөшө урта карбондан алып аҫҡы пермгә (эзбиз- таш, флиш, моласса) тиклем архей‑протерозой кристалл нигеҙендә ятҡан һәм ҡаплау...

ӨФӨ АРМИЯ КОРПУСЫ

ӨФӨ АРМИЯ КОРПУСЫ 2‑се, 1918 й. 30 сент. Юғары баш командующий ген.-лейт. В.Г.Болдырев бойороғо б‑са Өфө губ. Халыҡ армияһы подразделениеларын ойоштороу штабының айырым хәрби частарынан төҙөлә; 19 окт. алып Өфө айырым кор‑ пусы, 1919 й. ғин. — 2‑се Ө.а.к. Корпус составына 4‑се Өфө (13‑сө һәм 14‑се Өфө,...

ӨФӨ БИҪТӘЛӘРЕ

ӨФӨ БИҪТӘЛӘРЕ, Өфө кремле тирәләй урынлашҡан, барщина йөкләмәләренән азат ителгән торамалар. 16 б. аҙ. – 18 б. барлыҡҡа килә. 16 б. аҙ. алып Татар биҫтәһе (башҡорттар, мордвалар, татарҙар һ.б. йәшәй), 2 стрелецтар биҫтәһе — Большая Репная (Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа табан Себер даруғаһы терр‑яһында) һәм...

ӨФӨ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

ӨФӨ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ. Төрлө тәғәйенләнешле скважиналарҙы быраулау, үҙләштереү, йыһазландырыу, йүнәтеү, ер аҫты һәм һыу аҫты үткәүелдәрен төҙөү һәм реконструкциялау һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1938 й. июнендә — Туймазы промыслаһы, авг. алып — “Туймазанефть” тресы, 1951 й. алып “Туймазабурнефть” махсус...

ӨФӨ ВАҠЫТЛЫ МОСОЛМАН ҠАЛА ХАЛЫҠ КОМИТЕТЫ

ӨФӨ ВАҠЫТЛЫ МОСОЛМАН ҠАЛА ХАЛЫҠ КОМИТЕТЫ, Өфө мосолмандарының ижт.‑сәйәси тормошона һәм Өфө ҡала думаһында мосолман фракцияһына етәкселек итеү өсөн 1918 й. 5 июлендә ҡала митингыһында ойошторолған һайланма йәмәғәт органы. Ком-т составына Барый Усманов (рәйес), Ибн.Ә.Әхтәмов, Ибниәмин Ҡудашев, Ә.‑С.Ғ....

ӨФӨ ГИМНАЗИЯҺЫ №20

ӨФӨ ГИМНАЗИЯҺЫ №20. 1970 й. 20‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1992 й. 20‑се Өфө ҡала башҡ. гимназияһы статусын ала (1995—99 йй. Өфө ҡала башҡорт уҡытыу‑тәрбиә комплексы). 1999 й. Ф.Х.Мостафина исеме бирелә. 2 компьютер класы, китапханаһы, техник һәм хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы оҫтаханалары, мед. пункты,...

ӨФӨ ГУБЕРНА БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ

ӨФӨ ГУБЕРНА БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ, Ө ф ө г у б е р н а э ш с е, к р ә ҫ т и ә н һ ә м ҡ ы ҙ ы л а р м е е ц д е ‑ п у т а т т а р ы с о в е т ы н ы ң б а ш ҡ а р м а к о м и т е т ы, г у б и с п о л к о м, Өфө губернаһында совет власының юғары органы, Өфө губ. Советтары съездары араһындағы осорҙа эшләгән....