Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АҒИҘЕЛ”, ял базаһы

“АҒИҘЕЛ”, ял базаһы. “Баштур” ЯАЙ составына инә. Белорет р‑нында, Ҡағы а. 3 км, Белорет т. юл ст. 76 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. 1964 й. бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 2 ҡатлы корпусы һәм йәйге коттедждары (284 урын), спорт майҙансығы, туристик...

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), гәзит

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын‑ҡыҙҙар бүлеге органы. Уралда ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән‑бер һаны Стәрлетамаҡ ҡ. 1921 й. 7 ноябрендә иҫке башҡорт телендә сыға. Мәҡәләләр революция (1917) юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ...

“АЗАМАТ”, йыр

“АЗАМАТ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр М.Х.Хисмәтуллин 1937 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. С.Кулибаеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. “А.” варианттарын И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Йыр лирик характерҙа. С.Ә.Галин фаразлауынса,...

“АЗАМАТОВ КАНТОН”, йыр

“АЗАМАТОВ КАНТОН”, “Мирхәй кантон”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Легендаһын һәм поэтик тексын тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. С.Сәлимов яҙып ала һәм “Башҡорт аймағы” йыйынтығында (1929, №7) баҫтыра. Лирик‑эпик йүнәлешле йыр. Легенда б‑са, ул кантон нач. Мирхәйҙәр Азаматовтың (ҡара: Азаматовтар) үлер алдынан...

“АЗАТЛЫК”

“АЗАТЛЫК” Башҡортостан Республикаһының татар йәштәре союзы, татар йәштәре респ. ижт. тормошонда үҙ урынын тапһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. төҙөлә. Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдары бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, балет

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са М.Х.Әхмәтовтың 2 шаршаулы балеты. 1978 й. яҙылған. Премьераһы 1982 й. БДОБТ‑ла уҙа (Э.В.Әхмәтова либреттоһы, балетм. Б.В.Танин, дирижёры Ғ.Х.Моталов, ҡуйыусы рәссамы Е.Ефим). Төп партияларҙа: Ф.М.Нафиҡова (Тәңкәбикә), Л.В.Шапкина (Шәфәҡ),...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, опера

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ” (“В ночь лунного затмения”), М.Кәримдең ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са С.Ә.Низаметдиновтың 3 шаршауҙан торған операһы. 1996 й. яҙылған. Премьераһы ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла уҙа (Я.А.Козловскийҙың шиғри тәржемәһе нигеҙендә Низаметдинов һәм Р.М.Ғәлиев либреттоһы, муз. етәкс. һәм дирижёры...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, трагедия

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең 3 бүлектән һәм эпилогтан торған трагедияһы. 1963 й. яҙылған. Драматик конфликт нигеҙен боронғо йола һәм традицияларҙы ҡабул итергә теләмәү, кешенең рухи азатлыҡҡа ынтылышы тәшкил итә. Йолаға ярашлы, Аҡйегетте ағаһының тол ҡатынына өйләндерәләр, ә һөйгәне Зөбәржәтте 11 йәшлек...

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, балет

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле драмаһы б‑са Н.Ғ.Сабитовтың 3 шаршауҙан һәм прологтан торған балеты. 1971 й. яҙылған. Премьера ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла үтә (И.М.Кәримов, Сабитов һәм И.Х.Хәбиров либреттоһы, балетм. — Хәбиров, дирижёры — Сабитов, ҡуйыусы рәссамы — М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Л.С.Ҡыуатова...

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, драма

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең 6 картиналы драмаһы. 1967 й. яҙылған. Пьеса һуғыш арҡаһында айырылған әсә һәм ҡыҙҙың драматик яҙмышы хаҡында бәйән итә. Фашист әсирлегенән ҡасҡан Зөлхәбирә Италияла яңы тормош башлай. Йылдар үткәс, үҙе м‑н ҡыҙы Айгөлдө алып китеү өсөн тыуған яғына ҡайта һәм ауылдаштарының унан...

“АЙМАҠ”

“АЙМАҠ”, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы. Өфө ҡ. 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. октябренән 1929 й. авгусына тиклем “Башҡорт аймағы”, 1930 й. ғинуарынан 1931 й. авгусына тиклем “А.” (2 һаны сыға) исеме менән нәшер ителә. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы,...

“АКСАКОВНЕФТЬ”

“АКСАКОВНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Шкапов нефть ятҡылығын, ш. уҡ Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары терр‑яһында Бәләбәй, Знаменка, Раевка, Сатай, Шафран һ.б. нефть ятҡылыҡтарын, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыуға тапшырыу м‑н шөғөлләнгән. 1955 й. Йәрмәкәй...

“АКЦЕНТ ПЛЮС”

“АКЦЕНТ ПЛЮС” Республика Хоҡуҡи Мәғлүмәт Үҙәге, ЯСЙ, Дөйөм Рәсәй “КонсультантПлюс” белешмә-хоҡуҡ системаһын таратыу селтәренең БР буйынса төбәк үҙәге. Производство эшмәкәрлеген иҫәпкә алыуҙы автоматлаштырыу буйынса программа менән тәьмин итеү, төрлө милек формаһындағы предприятиелар өсөн оргтехника...

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л.Ғәзизов, Н.Уталиев. Өфө ҡ. 1919 й. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр,...

“АҠ ТИРМӘ” милли-мәҙәни үҙәҡ

“АҠ ТИРМӘ” Башҡортостан Республикаһы милли-мәҙәни үҙәге, башҡ. халҡының мәҙәниәте үҫешенә, милли традицияларҙы һәм башҡорт телен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. Респ. башҡ. мәҙәниәте клубы булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә....

“АҠ ТУЛҠЫН”

“АҠ ТУЛҠЫН”, спорт клубы. Өфө р‑ны Чесноковка а. урынлашҡан. 1997 й. спорт залы, стадионы булған Чесноковка урта мәктәбе эргәһендә асыла. Софтбол, урыҫ лаптаһы секциялары, Өфө р‑ны СДЮШОР‑ы бүлеге (2001 й. алып) эшләй. “А.т.” клубының “Амазонки” командаһы — софтбол б‑са Рәсәй чемпионатының (1999) көмөш,...

“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, халыҡ көйө

“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр Л.Н.Лебединский 1939 й. Баймаҡ р‑нында Ғ.Шәмсетдиновтан яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында З.Ғ.Исмәғилев яҙмаһында баҫыла. Варианттарын Ф.К.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Көй бейеү характерында.Башҡарыр алдынан,...

“АҠБУҘАТ”, балалар театры

“АҠБУҘАТ”, Учалы р‑ны Ҡорама а. мәҙәниәт йортоноң балалар драма театры. 1980 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1996 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — В.Ф.Лифшицтың “Иркәбай мажаралары”. 1980—2010 йй. 35‑кә яҡын спектакль ҡуйылған: Ф.Ә.Исхаҡованың...

“АҠБУҘАТ”, журнал

  “АҠБУҘАТ”, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы —  5 мең дананан ашыу (2021). 1989 й. майынан “Ағиҙел” журналы эсендәге...

“АҠБУҘАТ”, ипподром

“АҠБУҘАТ”, ипподром. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. “А.” ипподромы булараҡ асыла, 1997 й. алып ААЙ, 2005 й. — БР ДУП. 2009 й. Т.Т.Күсемов исеме бирелә. Юрттырыу түңәрәге (призлы сабыш юлы — 1144 м, призлы юрттырыу юлы — 1000 м, техник юл — 950 м, күнекмәләр юлы — 893 м), ат өйрәтеү өсөн 2 майҙаны, йөрөтөү...