Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУРАС, Балтас р‑нындағы ауыл

ҠУРАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Көндәшле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 33 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) 98 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1744 кеше; 1920 — 1706; 1939 — 1025; 1959 — 703; 1989 — 280; 2002 — 246; 2010 — 226 кеше. Урыҫтар...

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. 1943 й. 6 февр. ойошторола. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 71 мең км2. Халҡы — 0,9 млн кеше, ш. иҫ. 12,3 мең башҡорт...

ҠУРҒАШ

ҠУРҒАШ (Plumbum), Pb, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. Ҡ. — зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге һығылмалы йомшаҡ, ауыр металл; tиреү 327,4°С; tҡайнау 1725°С, тығыҙлығы 11340 кг/м3. Химик яҡтан әүҙем түгел, ҡоро һауала окисланмай, дымлы һауала тоноҡлана, окисел плёнкаһы м‑н ҡап лана....

ҠУРҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Оло Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 23 кеше; 1939 — 22; 1959 — 229; 1989 — 152; 2002 — 127; 2010 —...

ҠУРҒАШ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ләүйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 328; 1939 — 227; 1959 — 261; 1989 — 310; 2002 — 357; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 136 кеше; 1989 — 316; 2002 — 341; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташбүкән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 46 км алыҫлыҡта Ҡурғашлы й. (Егән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 30 кеше; 1959 — 118; 1989 — 503; 2002 — 429; 2010 — 280 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб, китапхана,...

ҠУРМАС

ҠУРМАС, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Бүрәт, ҡаҙаҡ, монгол, сыуаш, татар, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың аш-һыуында осрай. Башҡорттар Ҡ. бойҙайҙан, арпанан, һирәкләп арыштан, борсаҡтан һ.б. яһай. Бөтөн орлоҡтарҙы майланған ҡаҙанда ҡуралар йәки ҡыҙҙыралар. Ҡоро килеш ашайҙар, һаҡлыҡҡа әҙерләйҙәр. Иҙелгән...

ҠУРПЫСЫҠ

ҠУРПЫСЫҠ (Scolopax rusticola), сәпсәү һымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙәһе тығыҙ, йомро, оҙонлоғо яҡынса 35 см, ауырлығы 270—305 г. Ҡауырһын ҡапламы өҫ яҡтан ерәнһыу көрән, ҡара, көрән, һоро таплы, аҫ яҡтан һорғолт охра төҫөндә, көрән арҡыры тулҡынлы....

ҠУРСАЕВ Хәмзә Ибраһим улы

ҠУРСАЕВ Хәмзә Ибраһим улы [15.6.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 14.4.2009, Сибай ҡ.], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1986), БАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; И.Х. Йомағолов курсы). 1944—2004...

ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ

ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 1932 й. Өфөлә ойошторола. Театр составына урыҫ (1932 й. алып) һәм башҡ. (1933 й. алып) труппалары инә. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе — М.Н. Елгаштина (1932—55). Тәүҙә труппала А.Г.Давидсон (1‑се дир., ир‑егет ролдәрен башҡарыусы), Елгаштина,...

ҠУРСАУИ Ғәбденнасир

ҠУРСАУИ Ғәбденнасир (яҡынса 1771—76 йй., Ҡазан губ. Ҡурса а. — 1812 й. сент., Истанбул), мосолман дин белгесе. Вятка губ. Маскара а. һәм Бохара ҡ. мәҙрәсәләрҙәуҡый. Тыуған ауылындағы мәсеттә имам-хатип һәм мөҙәрис булып хеҙмәт итә. 1807—08 йй. Бохарала мосолман руханиҙары һәм ғалимдары м‑н дини тәғлимәт...

ҠУРСАУЛЫҠ

ҠУРСАУЛЫҠ, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла. Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, үҫемлек һәм хайуандарҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө...

ҠУРТАШТАУ

ҠУРТАШТАУ, Уралтау һыртының тау түбәһе. Белорет ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1019 км, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,6 км. Көмбәҙгә оҡшаш формала. Битләүҙәре текә, түбәһендә ҡаялы тау ҡалдыҡтары бар. Һәүәнәк метаморфик комплексы кварциттарынан һәм кристалл һәүерташтарынан...

ҠУРТЫМ

ҠУРТЫМ, килешеү нигеҙендә хаҡ түләп мөлкәткә ваҡытлыса эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Килешеү предметы — ер участкалары һ.б. айырым тәбиғәт объекттары, биналар, ҡоролмалар, пр‑тиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. күсемле һәм күсемһеҙ милек. Башҡортостанда Ҡ. үҙенсәлекле формаһы булып керҙәшлек...

ҠУРТЫМ

ҠУРТЫМ, килешеү нигеҙендә хаҡ түләп мөлкәткә ваҡытлыса эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Килешеү предметы — ер участкалары һ.б. айырым тәбиғәт объекттары, биналар, ҡоролмалар, пр‑тиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. күсемле һәм күсемһеҙ милек. Башҡортостанда Ҡ. үҙенсәлекле формаһы булып керҙәшлек...

ҠУРТЫМ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ҠУРТЫМ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, дәүләт, муниц. пр‑тиелар йәки уларҙың структура берәмеге мөлкәтен ҡуртымға алыу нигеҙендә ойошторолған пр‑тие. Ҡ.п. статусы, ҡуртым килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң, ҡуртымға алыусыларға пр‑тие мөлкәтен тапшырыу мәленән бирелә. Үҙенең уставына ярашлы, Ҡ.п. идара итеү формаһын,  хеҙм‑рҙәрҙе...

ҠУҪА ЗАВОДЫ

ҠУҪА ЗАВОДЫ, 1789 й. Себер даруғаһы Әйле һәм Сырҙы улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡуҫа й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы, 1811 й. башлап...

ҠУТЫРБАШ

ҠУТЫРБАШ (Knautia), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, бейеклеге 30— 200 см. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ...

ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР

ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР, айырытояҡлылар (Artiodactyla), имеҙеүселәр отряды. 8—9 ғаиләһе, яҡынса 180 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ярым отрядтан 4 төрө (көйшәмәүселәр — ҡабан, көйшәүселәр — ҡоралай, марал, мышы) бар. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см алып (ҡоралай) 3 м тиклем (мышы), ауырлығы 60—400 кг (ата хайуандар эрерәк). Кәүҙәһе...