Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АҠБУҘАТ”, опера

“АҠБУҘАТ”, Х.Ш.Заимов һәм А.Э.Спадавеккианың ш. уҡ исемле башҡ. эпосы мотивтары б‑са прологтан, 3 шаршауҙан торған операһы. 1942 й. яҙылған. Премьераһы 1942 й. 7 нояб. Опера һәм балет театрында уҙа (С.М.Мифтахов либреттоһы, дирижёры П.М.Славинский, реж. Б.Ғ.Имашев һәм В.А.Нелли, ҡуйыусы рәссамдары Ғ.Ш.Имашева...

“АҠБУҘАТ”, шифахана

“АҠБУҘАТ”, ата-әсәләре м‑н балалар өсөн психоневрология шифаханаһы. Өфө р‑ны Опто а. (1‑се һәм 2‑се бүлексәләр) һәм Өфөлә (3‑сө бүлексә) урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра -14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 2006 й. “Һуҫар” һәм “Миләшкәй” шифаханаларын берләштергәс,...

“АҠБУҘАТ”, эпос

  “АҠБУҘАТ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. “Урал батыр” эпосының логик дауамы. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. М.А.Буранғолов тарафынан 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Бабалар а. Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына. Төп темаһы — батырҙың кешеләр бәхете өсөн көрәше, ғәҙеллектең тантана итеүе....

“АҠҠУЖА”

“АҠҠУЖА”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Учалы р‑нында урынлашҡан. Складтары, бесән һаҡлағысы, малсылыҡ бинаһы һ.б. бар. 2010 й. 8 кеше эшләгән. Ер майҙаны 155 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 142 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 18, бер йыллыҡ үләндәр бесәне — 18, күп йыллыҡ — 19. Етештереү...

“АҠМӘСЕТ”, марш

“АҠМӘСЕТ”, башҡ. халыҡ инструменталь маршы. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский Ишғәли Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “А.” барлыҡҡа килеүе Аҡмәсет ҡәлғәһенә В.А.Перовский етәкс. 1853 й. хәрби поход (ҡара: Коканд походтары)...

“АҠМУЛЛА”, журнал

“АҠМУЛЛА”, рәсемле сатирик-юмористик журнал. Нәшер итеүсеһе — Х.Ғ.Ғәниев. 1911 й. июленән 1916 й. ғинуарына тиклем Ырымбур губернаһы Троицк ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. Х.Сосновскийҙың “Энергия” типографияһында баҫтырыла. Баҫма биттәрендә Ш.Бабич, Я.Ғ.Йомаев, К.Ҡәрипов һ.б. сатирик һәм юмористик...

“АҠМУЛЛА”, опера

“АҠМУЛЛА”, З.Ғ.Исмәғилевтың 2 шаршаулы операһы. 1986 й. яҙылған. Премьераһы 1996 й. 5 окт. БДОБТ сәхнәһендә уҙа (Р.А.Вәлиуллин редакторлығында И.И.Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры М.Ә.Әхмәтзарипов, реж. Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы Р.М.Арыҫланов, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина, балетм....

“АҠҺАҠ ҠОЛА”, эпос

“АҠҺАҠ ҠОЛА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑проза формала йәшәй. Тәүге тапҡыр 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейск р‑ны Үрге Ильяс а.) Хәсән Буранғоловтан яҙып алына. Эпостың “Аҫҡаҡ ҡола”, “Биш ҡолон” һ.б. варианттарын...

“АЛГА”, гәзит

“АЛГА” (“Алға”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Алға” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Борай р‑ны Борай а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. 1930 й. февр. алып Бөрө ҡ. (1930 й. авг. башлап — Борай а.) “Ленин планы өчен” (“Ленин...

“АЛҒА”, гәзит

“АЛҒА”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1917 й. авгусынан алып ноябренә тиклем Өфө ҡ. иҫке төрки телендә сыға, “Тормош” гәзите типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 ноябрҙә; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ....

“АЛДАР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”

“АЛДАР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, хикәйәт. Фаразланыуынса, Т.С.Беляев әҫәрҙе Ҡуңҡас сәсәндән (уның исеме арнауҙа иҫкә алына) яҙып алған. Урыҫ телендә “Минең кистәрем. Башҡорт әкиәттәре” (“Мои вечера. Сказки башкирские”) исемле яҙма һаҡланған. Текст проза формаһында яҙылған. 56 өлөштән...

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы, ДУАХП. БР, РФ‑тың эре теплица хужалыҡтарының береһе. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәге — Алексеевка ауылы. “А.” составына теплица комб‑ты, йәшелсәләрҙе ҡабул итеү, һаҡлау һәм ҡаптарға һалыу комплексы, һөтсөлөк‑тоҡомсолоҡ фермаһы, сусҡасылыҡ комплексы; һөт эшкәртеү, сусҡа ите етештереү,...

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы

“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы, ДУАХП. БР, РФ‑тың эре теплица хужалыҡтарының береһе. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәге — Алексеевка ауылы. “А.” составына теплица комб‑ты, йәшелсәләрҙе ҡабул итеү, һаҡлау һәм ҡаптарға һалыу комплексы, һөтсөлөк‑тоҡомсолоҡ фермаһы, сусҡасылыҡ комплексы; һөт эшкәртеү, сусҡа ите етештереү,...

“АЛКИН” ШИФАХАНАһЫ АУЫЛЫ, Шишмә р‑нында, Алкин а/с ҡарай

“АЛКИН” ШИФАХАНАһЫ АУЫЛЫ, Шишмә р‑нында, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Алкин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 149 кеше; 1959 — 463; 1989 — 421; 2002 — 422; 2010 — 432 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). 20 б. 20‑се йй. ҡымыҙ...

“АЛЛАҺЫҘ”, журнал

“АЛЛАҺЫҘ”, ижтимағи‑сәйәси, фәнни һәм әҙәби журнал. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының Башҡортостан өлкә советы органы. Өфө ҡ. айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға (1929 й. айырым һандарҙың исемдәре һәм текст өлөштәре — татар телендә). 1928 й. майынан “Дәһри”, 1929 й. ғинуарынан алып 1935 й. июненә тиклем “А.”...

“АЛПАМЫША МЕНӘН БАРСЫНҺЫЛЫУ”

“АЛПАМЫША МЕНӘН БАР СЫНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. Тәүге тапҡыр 19 б. аҙ. — 20 б. башында Ырымбур губ. А.Г.Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың “Алпамыша”, “Алтыйәшәр Алпамыша” һ.б. исемле варианттарын М.А.Буранғолов, С.Ә.Галин, К.Мәргән, С.Ф.Миржанова,...

“АЛТЫ ЕГЕТ”, йыр

“АЛТЫ ЕГЕТ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. “А.е.” варианттарын тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков 1893 й. Верхнеурал өйәҙе Ташбулат а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтыра. Башҡа варианттарын З.Ғ.Исмәғилев,...

“АЛТЫН МӨГӨҘ” ит комбинаты

“АЛТЫН МӨГӨҘ” ит комбинаты, ЯСЙ. Ит һәм колбаса ризыҡтары, ит ярым фабрикаттары һәм деликатестары етештерә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1992 й. нигеҙ һалына. Составында һуғым (1992 й. нигеҙләнгән) һәм колбаса (1993) цехтары. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина...

“АЛТЫН СОЛОҠ”, заказник

“АЛТЫН СОЛОҠ”, зоологик заказник. 1997 й. башҡорт бал ҡорто популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә Бөрйән р‑нында урынлашҡан. Сиктәре төньяҡта — Ҡалыу һәм Арҙаҡты һырттарының көньяҡ ситтәре, көнсығышта — Баҙал һырты, көньяҡта — Ағиҙел й.,...

“АЛЬКАИР”

“АЛЬКАИР” производство фирмаһы, ЯСЙ. Ҡунаҡханалар, медицина учреждениелары, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары персоналы өсөн махсус кейем (200‑ҙән ашыу модель), халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештерә. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1994 й. асыла. Составына 2 тегеү (1994 й., 1996 й. нигеҙләнгән) һәм ярҙамсы цехтар инә....