Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВӘЛИ (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы

ВӘЛИ (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы [28.7.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 19.3.1963, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1932). 1934—41 йй. һәм 1945 й. алып Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә эшләй,...

ВӘЛИӘХМӘТОВ Ансар Фазлиәхмәт улы

ВӘЛИӘХМӘТОВ Ансар Фазлиәхмәт улы [1.5.1922, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 10.7.2005, Өфө], патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлаған (1950), 1953 й. алып шунда уҡ эшләй: 1958—61 йй., 1968—70 йй. дауалау ф‑ты деканы, 1961—63...

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы (18.1.1951, БАССР‑ҙың Шаран районы Хафиз а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2007) халыҡ, БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡаҙанған артисы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1979; Д.Ә.Мусин класы). 1970 й. алып Туймазы ҡ. мәҙәниәт һарайы, 1973—74 йй. Бүздәк район мәҙәниәт...

ВӘЛИД Батыр Хажиәхмәт улы

ВӘЛИД (Вәлидов) Батыр Хажиәхмәт улы [20.4.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Туҡтағол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 26.2.1969, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) “Ҡыҙыл Баймаҡ” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре,...

ВӘЛИДИ Ә.‑З. МУЗЕЙЫ

ВӘЛИДИ Ә.-З. МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. Ишембай р‑ны Көҙән а. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола. Экспозицияһы 1994 й. асыла. Музей фондында 1780‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидовтың профессор мантияһы, яҙыу приборы, шәхси документтары һәм фотографиялары. 2 залда урынлашҡан экспозицияла Вәлидовтың...

ВӘЛИДОВ Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы

  ВӘЛИДОВ Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы, Ә х м ә т з ә к и В ә л и д и, Ә х м ә т з ә к и Вәлиди Туған, З ә к и В ә л и д и, З ә к и В ә л и д и Т у ғ а н [10.12.1890, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.7.1970, Төркиә, Истанбул ҡ.], сәйәси эшмәкәр, шәрҡиәтсе. Башҡорт милли хәрәкәте...

ВӘЛИДОВТАР

ВӘЛИДОВТАР, дин әһелдәре. Әхмәтйән В. [1828, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юрматы улусы (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) Көҙән а. – 1867, шунда уҡ], имам‑хатип, мөҙәрис. Көҙән мәсетендә хеҙмәт итә һәм мәҙрәсә аса. Мөхәмәтвәли В., Ә х  м ә т в ә л и В., В ә л и м у л л а (1845, Көҙән – 1915, шунда уҡ), мулла,...

ВӘЛИЕВ Абдулла Хәбибулла улы

ВӘЛИЕВ Абдулла Хабибулла улы [1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны 2‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а., — 1943 й. окт., Киев янында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.1.1944, Ленинград өлк. Туганицы а. янында)], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ғин. алып Воронеж, Үҙәк...

ВӘЛИЕВ Әлфәт Мирсәйет улы

ВӘЛИЕВ Әлфәт Мирсәйет улы (3.12. 1938, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Яңы Туҡмаҡлы а.), кинооператор. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1997). “Мосфильм” к/ст эргәһендәге оператор оҫталығы курстарын (1988; етәксеһе П.Н.Кузнецов) тамамлаған. 1960 й. алып шымартыусы, бер үк...

ВӘЛИЕВ Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы

ВӘЛИЕВ Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы [22.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҙлыҡыуыш а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 2.12.2013, шунда уҡ], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1948 й. алып Саҡмағош районының С.М.Киров исемендәге колхозында эшләй: 1952 й. башлап тракторсы, 1962—70 йй. трактор бригадаһы бригадиры....

ВӘЛИЕВ Ғәйфулла Хәмит улы

ВӘЛИЕВ Ғәйфулла Хәмит улы [6.11.1930, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Имәнлек а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1.8.1982, Өфө], яҙыусы. Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1978) ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1963). 1957—58 йй. “Совет Башҡортостаны”...

ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы

ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы (2.1.1940, Силәбе өлкәһе Этбай а. — 28.5.2002, Өфө ҡ., Силәбе өлкәһе Яңы Субыл а. ерләнгән), философ, йәмәғәт эшмәкәре. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). Свердловск юридик институтын тамамлаған...

ВӘЛИЕВ Зиннәт Вәли улы

ВӘЛИЕВ Зиннәт Вәли улы [1.5.1902, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1903; Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Туйыш а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 16.5.1997, шунда уҡ], әкиәтсе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй, мулла була. Һүҙ оҫтаһы В....

ВӘЛИЕВ Ильяс Иштуған улы

ВӘЛИЕВ Ильяс Иштуған улы (25.1. 1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Тайыш а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1999), проф. (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009)....

ВӘЛИЕВ Иршат Ғәли улы

ВӘЛИЕВ Иршат Ғәли улы [1.8.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 12.10.1997, Өфө, Салауат ҡ. ерләнгән], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1971) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; Х.Бохарский, Ғ.С.Саттаров...

ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы, йырсы

ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы (25.5.1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баҡырүҙәк ҡсб — 13.6.2016, Өфө, Сибай ҡ. ерләнгән), йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1971) артисы. М.И.Калинин ис. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын (1953), Гнесиндар ис. муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1969; С.М.Хромченко...

ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы, физик

ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы [23.2.1934, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.3.2000, Өфө], физик. Физика-матем. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1967 й. алып БДУ-ла эшләй (1987—2000 йй. дөйөм физика...

ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы

ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы [20.9.1942, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Түбәнге Сәрҙек а. (БР‑ҙың Туймазы районы)], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1984), ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡаҙанған (1973) артисы. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1965). Әлмәт татар драма театры эргәһендәге театр студияһын...

ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы

  ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы (19.4.1935, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка ҡсб — 23.3.1992, Өфө), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим). Зөбәржәт — Л.М.Солтанова (1972) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Мәскәү ер төҙөлөшө инженерҙары ин‑тын (1959), Ленинград...

ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы

ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы (5.9.1943, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1995). РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1966 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында, 1969—71 йй....