Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ

ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ, 1) игенселек өлкәһендә хужалыҡ итеүҙең тарихи барлыҡҡа килгән органик-технологик формаһы; 2) ерҙе рациональ файҙаланыуға, тупраҡтың һәм а.х. культураларының уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу‑хужалыҡ, агротехник, мелиоратив саралар йыйылмаһы. И.с. хужалыҡта һәм ер терр‑яһында...

ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ

ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ, тупраҡты эрозиянан һаҡлау б‑са үҙ‑ара бәйле ойоштороу, агротехник, урман‑мелиорация, гидротехник саралар комплексын ҡулланыуға нигеҙләнгән игенселек системаһы. БР‑ҙа һәр ауыл хужалығы зонаһы өсөн эшләнә. Һыу эрозияһына дусар булған тау‑урман зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш...

ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ

ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ, 1959 й. Иглин р‑ны Оло Теләк а. Оло Теләк йәнлекселек хужалығы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып ЯСЙ, 2000 й. — МУАХП, 2002 й. — “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһының “Иглин” йәнлекселек бүлексәһе, 2004 й. — “И.й.х.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына көлһыу ҡара төлкө, вуалле аҡ төлкө,...

ИГЛИН РАЙОНЫ

ИГЛИН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнсығышта — Архангел, көньяҡ-көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, көнбайышта — Өфө, төньяҡ‑көнбайышта Благовещен р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Өфө р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара:...

ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1

ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1, Иглин р‑ны. 1861 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1919—23 йй. һәм 1925 й. 1‑се баҫҡыс, 1924 й. һәм 1926 й. алып 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1934 й. 1‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. башлап өлгөлө урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Йорт хужалығы...

ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ

ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына механизмдар йыйыу цехы (1961 й. нигеҙләнгән); эксперименталь инструменттар, штамплау (икеһе лә — 1961), электрон һәм ҙур габаритлы үлсәүҙәр етештереү (2005) участкалары инә. 2010 й. 130 кеше эшләгән. Үлсәү сиге 50‑нән 3000 кг тиклем булған төрлө модификациялы механик...

ИГЛИН, ауыл, Иглин р-ны үҙәге

ИГЛИН, ауыл, Иглин р‑ны (1935—63 йй., 1964—65 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Иглин а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Т.-Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта, Бәләкәс й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Иглин—Красная Горка, Иглин—Архангел автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Өфө—Кропачёво участкаһы) урынлашҡан....

ИГЛИНСКАЯ

ИГЛИНСКАЯ, тәкә һаҡалы сорты. 20 б. аҙ. М.М.Аҡсурин (БР ФА‑ның Умартасылыҡ селекцияһы үҙәге), Ғ.Ҡ.Зарипова (БНИИСХ) тарафынан Умартасылыҡ ҒТИ (Рыбное ҡ.) һәм В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ‑ның (Лобня‑5 ҡ.) сорт өлгөләренән оҙайлы күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы 80—155 см...

ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ

ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ, болон тимофеевкаһының урындағы селекция сорты. Һабағы цилиндр рәүешендә, бейеклеге 100 см тиклем, ҡыуағы кәүшәк, төҙ. Япраҡлылығы 50%‑ҡа тиклем. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Орлоғо ваҡ, оҙонса овал формала. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,4—0,5 г. Һуң өлгөрөүсән, уртаса...

ИГНАТ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ

ИГНАТ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ, Игнатий ғибәҙәтханаһы, Ямаҙыташ, палеолит археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Игнатий мәмерйәһе (оҙонлоғо яҡынса 630 м, коридор тибында, ауыҙы көньяҡ‑көнсығышта) исеме м‑н аталған. Силәбе өлк. Серпиевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта Эҫем й....

ИГНАТЕНКО Светлана Владиславовна

ИГНАТЕНКО (Евсеева) Светлана Владиславовна (20.12.1956, Өфө), сәнғәт белгесе. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) БДХМ‑да эшләй: 1982 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. башлап фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге Нестеров М.В. исемендәге...

ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич

ИГНАТЕНКО Сергей Николаевич (3.11.1955, Өфө ҡ.), рәссам. РФ‑тың (2022) һәм БР‑ҙың (2004) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не тамамлаған (1982). 1993—2002 йй. “Сәнғәт” галереяһы рәссамы, 2004 й. алып Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.   Хәҙерге һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым...

ИГНАТОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл

ИГНАТОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 187 кеше; 1939 — 206; 1959 — 257; 1989 — 381; 2002 — 324; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар. Ауылға...

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович (7.9.1818, Мәскәү губ. — 2.1.1886, Ырымбур ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Лазарев шәреҡ телдәре ин‑тын (Мәскәү), Париж консерваторияһын тамамлаған. 1837 й. алып Мәскәү, Тверь һәм Новгород губ., 1858 й. — Ырымбур губернаһының, 1865—77 йй. һәм 1880 й. башлап Өфө губернаһының...

ИГНАТЬЕВ Семён Денисович

ИГНАТЬЕВ Семён Денисович (14.9.1904, Херсон губ. Карловка а. — 27.11.1983, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. И.В.Сталин ис. Бөтә Союз сәнәғәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1935). 1922—31 йй. Ҡырғыҙ АССР-ында һәм Үзбәк ССР‑ында, 1935 й. алып ВКП(б)‑ның ҮК аппаратында эшләй. 1937 й. башлап ВКП(б)-ның...

ИГНАТЬЕВ Сергей Николаевич

ИГНАТЬЕВ Сергей Николаевич (28.12.1963, Өфө), тренер. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1989). 1985 й. алып Өфө авиация техникумының дзюдо һәм самбо б‑са тренер‑уҡытыусыһы, 1992 й. — 15‑се СДЮСШОР‑ҙың, 2004 й. —...

ИГОШЕВ Владимир Александрович

ИГОШЕВ Владимир Александрович [28.10.1921, АСБР‑ҙың Бөрө кантоны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 8.1.2007, Мәскәү], рәссам. Проф. (1965). СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1965) халыҡ, РСФСР‑ҙың атҡ. (1961) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын...

ИҒДӘҮЛӘТОВ Зәйни Сирай улы

ИҒДӘҮЛӘТОВ Зәйни Сирай улы [4.1.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Аптраҡ а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 13.6.1982, Өфө], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1970) һәм атҡ. (1954) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1937; М.Ә.Мәһәҙиев курсы) тамамлаған. 1936—74 йй. БАДТ актёры. И. тыуҙырған образдар сатирик үткерлек,...

ИҒМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл

ИҒМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Иғмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 100 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1009 кеше; 1920 — 1242; 1939 — 833; 1959 — 622; 1989 — 378; 2002 — 340; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ СИСТЕМАЛАРЫ

ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ СИСТЕМАЛАРЫ, билдәһеҙлек шарттарында яһалма интеллект алымдарын һәм сараларын (эксперт системалар, аныҡ булмаған логика, нейрон селтәрҙәре, генетик алгоритмдар һ.б.) файҙаланып, техник объекттар һәм ойоштороу процестары м‑н идара итеү системалары. И.и.и.с. атом энергетикаһында,...