Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК”, гәзит

“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК” (“Баймаҡ хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Баймаҡ ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. “Ҡыҙыл Баймаҡ” булараҡ башҡ. телендә нәшер ителә башлай. 1955 й. “Баймакский рабочий” гәз. [“Баймаҡ эшсеһе”; урыҫ...

“БАЙМАҠ-МЕБЕЛЬ”

“БАЙМАҠ-МЕБЕЛЬ”, мебель етештереү пр‑тиеһы. 1969 й. район сәнәғәт комб‑тының мебель цехы базаһында Баймаҡ мебель ремонтлау һәм эшләү ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Мебельщик” ЯСШ, 1996 й. — “Б.-м.” ААЙ, 2004 й. ябыла. Составына (1999) әҙерләү (1969 й. нигеҙләнгән) һәм эшкәртеү-йыйыу (1991)...

“БАЙРАМҒОЛ”, спорт клубы

“БАЙРАМҒОЛ”, “Байрамғол” с‑зының спорт клубы. Учалы р‑ны Уральск а. урынлашҡан. 1969 й. асыла. Футбол майҙаны, йүгереү юлдары, хоккей һәм 2 волейбол майҙансығы булған стадионы бар. Ауыр атлетика, волейбол, еңел атлетика, саңғы ярышы, футбол, шахмат секциялары эшләй. 7 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән....

“БАЙЫҠ”, бейеү

“БАЙЫҠ”, башҡ. халыҡ бейеүе (яңғыҙ башҡарыла). Шул уҡ исемле йырҙың аныҡ марш ритмы, квадрат структураһы, киң һикерешле йөрөштәр м‑н айырылып тороусы көйө (тәү башлап С.Г.Рыбаков тарафынан 1892 й. яҙып алына, “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында...

“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ”, гәзит

“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ” (“Баҡалы таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ауыл таңдары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Баҡалы р‑ны Баҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Авыл таңнары” – “Ауыл таңдары”) телдәрендә сыға. 1931 й....

“БАЛА ҠАРҒА”

“БАЛА ҠАРҒА”, башҡ. инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр А.С.Ключарёв тарафынан 20 б. 30‑сы йй. яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Инструменталь көйҙөң берҙән‑бер вокаль версияһы К.М.Дияровтан яҙып алына һәм “Сал Уралдың моңдары” (1988) китабында баҫыла. Көйҙө башҡарыу алдынан бер...

“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ”, гәзит

“БАЛТАЧ ТАҢНАРЫ” (“Балтас таңдары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. 1931 й. сент. башҡ. телендә “Генераль һыҙыҡ өсөн”...

“БАШГРАЖДАНСТРОЙ”, пр‑тие

“БАШГРАЖДАНСТРОЙ”, торлаҡ, соц.‑мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1971 й. Өфөлә “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына 1‑се төҙөлөш идаралығы (1971 й. тиклем трест №21 составында), 2‑се төҙөлөш идаралығы һәм 8‑се төҙөлөш идаралығы (1971 й....

“БАШЖИЛКОММУНПРОЕКТ”

“БАШЖИЛКОММУНПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһы проект институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1971 й. “Башремстройпроект” респ. проект контораһы булараҡ асыла, 1979 й. алып “Б.” проект контораһы, 1988 й. хәҙ. статусын ала, 2003 й. хәҙ. исемен йөрөтә (1998 й. башлап ДУП). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — торлаҡ-граждан,...

“БАШЗОЛОТО”, пр-тие

“БАШЗОЛОТО”, 1) трест. 1922 й. Йылайыр кантонында урынлашҡан алтын табыу пр‑тиеларын берләштергән Башҡ‑н тау тресы (Башгортрест) булараҡ ойошторола; 1929 й. — Башҡ‑н алтын-баҡыр комб‑тына, 1931 й. 1‑се Башҡ‑н алтын‑баҡыр комб‑тына үҙгәртелә. 1932 й. 1‑се һәм 2‑се (1931 й. асылған һәм тармаҡтың Учалы...

“БАШЗООВЕТСНАБ”, пр-тие

“БАШЗООВЕТСНАБ”, ААЙ. Биологик препараттар, дезинфекциялау һәм дауалау саралары, ш. уҡ зоотехник һәм ветеринар тәғәйенләнешле ҡорамалдар һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Дәүләкән, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл ҡҡ., Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. филиалдары бар. 2009 й. 101 кеше эшләгән; тауар...

“БАШИНВЕСТБАНК”

“БАШИНВЕСТБАНК” инновация төҙөлөш банкыһы, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы), иҫәп-хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик (бәләкәй һәм урта бизнес пр‑тиелары) һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын...

“БАШИНКОМ”, пр-тие

“БАШИНКОМ” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы, ЯСЙ. Органик ашламалар, һаҡлау саралары һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр (бионекс, гуми, гумиоми, фитоспорин, эзбиз-гуми), тупраҡ-грунттар; малсылыҡтың (ш. иҫ. ҡошсолоҡтоң) етештереүсәнлеген күтәреү өсөн мал аҙығы өҫтәмәләре; быраулау эретмәләре өсөн...

“БАШИНФОРМ”

“БАШИНФОРМ”, мәғлүмәт агентлығы, ААЙ. Сәйәси, иҡт., соц.‑мәҙәни һ.б. характерҙағы мәғлүмәт әҙерләй һәм тәҡдим итә. Өфөлә урынлашҡан. Модем‑компьютер элемтәһе ярҙамында көн һайын урыҫ, башҡ. һәм инглиз телдәрендә базалы мәғлүмәт сығарылышын тарата; матбуғат конф. үткәрә. Өфө полиграфкомбинаты м‑н берлектә...

“БАШИНФОРМСВЯЗЬ”, предприятие

“БАШИНФОРМСВЯЗЬ”, ААЙ. Телефон элемтәһе, телеграммалар ебәреү, телевидение һәм радио аша тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: 15 филиал (ҡала, район һәм эксплуатация-техник элемтә үҙәктәренең 67 цехын берләштерә), Респ. радио һәм телевидение тапшырыуҙары...

“БАШКЕЛМЕ”, пр-тие

“БАШКЕЛМЕ”, елем, аяҡ кейеме, текстиль әйберҙәр етештереү пр‑тиеһы. 1989 й. Мәләүез ҡ. нигеҙ һалына, 1995 й. файҙаланыуға тапшырыла, 2010 й. ябыла. Составына елем (1994 й. нигеҙләнгән), тәжрибә үткәреү (1995), аяҡ кейеме һәм текстиль әйберҙәр (1999) етештереү цехтары ингән. 2003 й. 600‑гә яҡын кеше...

“БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”

  “БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”, Башҡортостан дәүләт ижади‑производство идаралығы, БР‑ҙың кино селтәре м‑н етәкселек итә, уны техника м‑н тәьмин итеүҙе тормошҡа ашыра, халыҡҡа кино күрһәтеүҙе ойоштора, кинофильмдар, видеокассеталар һатып алыу һәм прокатҡа сығарыу, киновидеофильмдарҙы теркәү, киновидео- эшмәкәрлекте...

“БАШКИРАВТОДОР”, пр-тие

“БАШКИРАВТОДОР”, ААЙ. БР автомобиль юлдарын төҙөү, йүнәтеү һәм ҡарау м-н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составындағы филиалдар: 55 юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, “Ремстройдормаш” з‑ды. 2010 й. 4500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Дөйөм файҙаланыуҙағы 24,5 мең км, ш. иҫ. ҡаты япмалы 21,4 мең км, юлды хеҙмәтләндерә. 1965 й....

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ

“БАШКИРГЕОЛОГИЯ”, ААЙ. Башҡортостанда ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙарына геол. разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: Сибай һәм Учалы филиалдары, үҙәк комплекслы лаборатория. 1200 м тиклем тәрәнлектә эҙләнеү һәм разведкалау эштәре алып барыу өсөн быраулау ҡулайламалары...

“БАШКИРГРАЖДАНПРОЕКТ”

“БАШКИРГРАЖДАНПРОЕКТ” проект институты, ЯАЙ. Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостанда тәүге дәүләт проект ойошмаһы. 1929 й. “Башгоспроект” Башҡ‑н дәүләт проект бюроһы булараҡ асыла, 1932 й. алып гражданлыҡ ҡоролмаларын проектлау, геодезик эштәр башҡарыу, төҙөлөштәрҙе һәм а.х. ҡараған ерҙәрҙе инвентаризациялау...