Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҢЫ ШИШМӘ, Архангел р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ШИШМӘ, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Бирҙе й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 281 кеше; 1959 — 305; 1989 — 205; 2002 — 160; 2010 — 166 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯҢЫ ШЫУҒАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ШЫУҒАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 107 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 200 кеше; 1939 – 265; 1959 – 282; 1989 – 153; 2002 – 152; 2010 — 124 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Бәләбәй...

ЯҢЫ ЭТЕКӘЙ, Я ң ы Ю л д а ш, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЭТЕКӘЙ, Я ң ы Ю л д а ш, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйын­да урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 948 кеше; 1920 — 422; 1939 — 378; 1959 — 516; 1989 — 419; 2002 — 419; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ЯҢЫ ЮЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЮЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Иҫәнғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 4 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 143 кеше; 1989 — 145; 2002 — 187; 2010 — 196 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ЯҢЫ ЮЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЮЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 142 кеше; 1959 — 123; 1989 — 70; 2002 — 120; 2010 — 128 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ЯҢЫ ЯБАЛАҠЛЫ ҠӘБЕРЛЕГЕ, археологик ҡомартҡыһы

ЯҢЫ ЯБАЛАҠЛЫ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16— 11 бб. ҡарай. Шишмә р‑ны Яңы Ябалаҡлы а. эргәһендә урынлашҡан. 1971—73 йй. В.С. Горбу­нов, С.М.Васюткин тарафынан асылған һәм өйрәнелгән, 1978 й. Р.А. Ниғмәтуллин тикшергән. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Я.Я.ҡ.I ауылдан көньяҡҡа...

ЯҢЫ ЯМУРҘА, Я ң ы Т ә п ә р е ш, Балтас р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЯМУРҘА, Я ң ы Т ә п ә р е ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 600; 1939 — 461; 1959 — 229; 1989 — 354; 2002...

ЯҢЫ ЯНДЫҘ, Бөрө р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЯНДЫҘ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Үрге Ласынтау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Бөрө заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 1214; 1959 — 911; 1989 — 418; 2002 — 362; 2010 — 286 кеше....

ЯҢЫ ЯППАР, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЯППАР, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 590; 1939 — 554; 1959 — 512; 1989 — 372; 2002 — 411; 2010 — 408 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол...

ЯҢЫ ЯУЫШ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЯУЫШ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 264; 1939 — 240; 1959 — 365; 1989 — 416; 2002 — 422; 2010 — 350 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЯҢЫ ЯУЫШ, Я у ы ш, Й ү р г ә к, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЯҢЫ ЯУЫШ, Я у ы ш, Й ү р г ә к, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Яуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 109 кеше; 1959 — 133; 1989 — 491; 2002 — 531; 2010 — 550 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

ЯҢЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ

ЯҢЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ, Балаҡатай р‑нында урынлашҡан. 1921 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1930 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1947 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, компьютер класы, спорт залы, 2 технология кабинеты, уҡыу‑производство участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Н.В. Бикбулатов...

ЯҢЫБАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ЯҢЫБАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Исҡуш й. (Әй й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 705; 1939 — 689; 1959 — 728; 1989 — 817; 2002 — 907; 2010 — 844 кеше. Башҡорттар...

ЯҢЫБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЯҢЫБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 102 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 251 кеше; 1920 — 558; 1939 — 477; 1959 — 464; 1989 — 522; 2002 — 605; 2010 — 592...

ЯҢЫБИРҘЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ЯҢЫБИРҘЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 86 км алыҫлыҡта Кеүәш й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 890 кеше; 1920 — 1139; 1939 — 1002; 1959 — 836; 1989 — 362; 2002 — 364; 2010 — 324 кеше. Башҡорттар,...

ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ

ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ, өҙлөкһөҙ яңырып торған энергия сығанаҡтары. 2 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә тирә‑яҡ мөхиттә кеше эшмәкәрлегенән тыш яңырған Я.т.э.с.: һыу ағымы, ел, Ҡояш нурланышы, Ер аҫтында барған химик реакциялар һәм радиоактив тарҡалыу; икенсе төркөмгә кеше эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе...

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ, ниндәй ҙә булһа бер системаның — биол. (мәҫ., зат, популяция, экосистема) йәки соц. (мәҫ., индивид, ғаилә, ил) — өҙлөкһөҙ хәрәкәте һәм йәшәү процесын яңырта барыуы. Иҡтисадта Я.е. ябай, сикләнгән, киңәйтелгән булырға мөмкин һәм уға етештереүҙең ярашлы рәүештә үҙгәрмәгән, бәләкәйләнә...

ЯПАРҺАҘ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ЯПАРҺАҘ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 63 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 107 кеше; 1939 — 116; 1959 — 196; 1989 — 289; 2002 — 284; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы),...

ЯПОНИЯ

ЯПОНИЯ, Көнсығыш Азиялағы утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 372,8 мең км2. Баш ҡалаһы — Токио. Дәүләт башлығы — император. Халҡы — 126,9 млн кеше (2016): 98,5%‑ы — япондар. Рәсми тел — япон теле. Диндарҙарҙың күпселеге — синтоистар, буддистар. БР‑ҙың Я. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Я. мөнәсәбәттәре сиктәрендә...

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 89 кеше; 1920 — 169; 1939 — 148; 1959 — 194; 1989 — 110; 2002 — 117; 2010 — 79 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...