Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАГИСТРАТУРА

МАГИСТРАТУРА, юғары белемдең икенсе кимәле. “Магистр” дәрәжәһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, “бакалавр” (ҡара: Бакалавриат) йәки “белгес” дәрәжәһе булған, өҫтәмә уҡыу курсы (2 йыл) үткән, махсус имтихандар тапшырған һәм магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған кешеләргә бирелә. Рәсәйҙә М. 1803 й. Александр...

МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ

МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, 1872 й. Ишембай р‑нында урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1934 й. — Маҡар крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғас, тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Иҫәкәй а. филиалы эшләй. Тыуған яҡты өйрәнеү...

МӘҒАРИФ

МӘҒАРИФ, кешелектең белемдә, оҫталыҡта, ижади эшмәкәрлектә һәм донъяға эмоциональ баһа биргән мөнәсәбәттә кәүҙәләнгән соц. әһәмиәтле тәжрибәһе булған шәхестең үҫеү һәм үҙен үҫтереү процесы; шәхестең һәм йәмғиәттең матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлегенең зарури шарты. М. дөйөм белем...

МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО

 МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО, халыҡ мәғарифы системаһы хеҙм‑рҙәре өсөн мәҙәни-ағартыу учреждениелары. 1921 й. РСФСР ХКС‑ы тарафынан ойошторола, 1934— 56 йй. Уҡытыусы йорто тип йөрөтөлә. Башҡортостанда М.х.й. Өфө, Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө ҡҡ. эшләгән. М.х.й. респ. халыҡ мәғарифы органдары...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. Стәрлетамаҡҡ. сәйәси-ағартыу техникумы булараҡ асыла, 1947 й. алып Респ. мәҙәни-ағартыу мәктәбе, 1960 й. — Башҡ‑н республика мәҙәни-ағартыу уч‑щеһы, 1991 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт техникумы, 2012 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Уҡытыу...

МӘКТӘП

МӘКТӘП (ғәр. — яҙыша торған урын), Көнсығыш илдәрендә һәм рев‑цияға тиклемге Рәсәйҙә башланғыс мосолман мәктәбе. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Муллалар, имамдар һәм мәзиндәр тәҡдиме б‑са мәсеттәр ҡарамағында асылалар, айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына...

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ, мәктәп м‑н идара итеүҙең йөкмәткеһе һәм ысулдары, уның эшен белем биреү процесына ҡулай шарттар тыуҙырырлыҡ итеп ойоштороу т‑дағы фән. 19 б. башлап алып барыла. Мәғариф органдарының мәктәпкә уҡытыу-тәрбиә, адм.-хужалыҡ һәм пед. етәкселек итеү, мәктәптең эске етәкселеген тормошҡа ашырыу,...

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР, ғаиләгә бала тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү, уларҙа үҙ аллы йәшәү тәжрибәһе булдырыу, соц. яҡлау һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған, уҡыусылар йәшәй торған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының 1956 й. 15 сент. “Мәктәп-интернаттар ойоштороу тураһында”...

МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, сабый (2 айлыҡтан 3 йәшкә тиклемге) һәм мәк‑ тәпкәсә йәштәге (3‑тән 6—7 йәшкә тиклемге) балаларҙы дөйөм тәрбиәләү өсөн тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. М.б.у. тәрбиәләү принциптары тәрбиәне гуманлаштырыуға һәм һәр балаға айырым мөнәсәбәт күрһәтеүгә йүнәлтелгән....

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дөйөм белем биреү системаһының балаларҙы тыуғандан алып мәктәпкә барғансы тәрбиәләү һәм уҡытыуҙы үҙ эсенә алған өлөшө. М.б.б. бурыстары: балаларҙы, шәхес итеп ҡарап, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, интеллектуаль һәм физик үҫешен тәьмин итеү, бала үҫешендә тайпылыштарҙы төҙәтеү,...

МӘЛӘҮЕЗ МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

МӘЛӘҮЕЗ МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1961 й. Күмертау киске тау-механика техникумы (ҡара: Күмертау тау колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы, 1967 й. — һөтсөлөк сәнәғәте техникумы, 1992 й. — М.м.‑т.т., 2015 й. башлап Мәләүез киң профилле һөнәр биреү колледжы....

МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ

МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1875 й. 1 класлы ир балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1931 й. — 7 йыллыҡ, 1939 й. — урта мәктәп (1990 й. — 1‑се мәктәп), 1999 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Арый, Иҫке Хәлил, Яңы Хәлил аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, тыуған...

МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1929 й. Мәсәғүт башҡ. пед.__ техникумы булараҡ асыла, 1936 й. алып башҡ. пед. уч‑щеһы, 1949 й. — уҡытыусылар ин‑ты (ҡара: Уҡытыусылар институттары), 1956 й. — пед. уч‑щеһы, 1997 й. — хәҙ. статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә...

МИӘКӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1

МИӘКӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а. урынлашҡан. 1900 й. донъяуи мәктәп бу‑ лараҡ асыла (ҡара: Министрлыҡ мәктәптәре), 1922 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1927 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1935 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1972 й. хәҙ. исе‑ мен йөрөтә,...

МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР

МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР, уҡыусыларҙың туған телендә белем биреүҙе тормошҡа ашырған дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Башҡортостанда 1917 й. тиклем урыҫ булмаған халыҡтар өсөн башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр, миссионер мәктәптәре, мәктәптәр, мәҙрәсәләр һ.б. эшләй. Совет власы урынлаштырылғандан һуң милли республикаларҙа...

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ, м и н и с т р л ы ҡ у ч и л и щ е л а р ы, Рәсәйҙә Халыҡ мәғарифы министрлығының башланғыс уҡыу йорттары. 1869 й. алып “өлгөлө” 1 класлы (уҡыу 3 йыл булған) һәм 2 класлы (5 йыл) башланғыс министрлыҡ мәктәптәре булараҡ асылып, башланғыс мәктәптәрҙә уҡытыу- тәрбиә эшенең өлгөһөнә...

МИССИОНЕР МӘКТӘПТӘРЕ

МИССИОНЕР МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә дини миссиялар эргәһендәге уҡытыу‑тәрбиә йорттары. Яҡынса 14 б. башлап Урыҫ православие сиркәүе инициативаһы б‑са урыҫ булмаған халыҡтар араһында христианлыҡты һәм ябай грамоталылыҡты таратыу маҡсаты м‑н ойошторолғандар. Урындағы халыҡ вәкилдәренән миссионерҙар һәм тәржемәселәр...

МИШКӘ ЛИЦЕЙЫ №1

МИШКӘ ЛИЦЕЙЫ №1, Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1877 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-мари) булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. — 1‑се урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2017 й. Ф.М.Бүләков исеме бирелә. Китапханаһы, тамаша залы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, автокласы,...

МӨҠСИНОВ И.Ш. ИСЕМЕНДӘГЕ ЯҢАУЫЛ ГИМНАЗИЯҺЫ

МӨҠСИНОВ И.Ш. ИСЕМЕНДӘ‑ ГЕ ЯҢАУЫЛ ГИМНАЗИЯҺЫ. 1938 й. крәҫтиән йәштәре мәктә‑ бе (1929 й. асыла) базаһында 2‑се тулы булмаған урыҫ урта мәктәбе булараҡ асыла, 1948 й. алып 2‑се урта мәктәп, 1992 й. — 2‑се мәктәп-гимназия, 1998 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 2000 й. И.Ш.Мөҡсинов исеме бирелә. 3 компьютер класы,...