Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТӘРЛЕТАМАҠ ГИМНАЗИЯҺЫ №1

СТӘРЛЕТАМАҠ ГИМНАЗИЯҺЫ №1, 1991 й. 20‑се урта мәктәп (1983 й. нигеҙләнгән) базаһында асыла. 2 компьютер класы, китапханаһы, медиатекаһы, тренажёр һәм 2 спорт залы, слесарлыҡ һәм ағас эше оҫтаханалары, телестудияһы, тиры, дендрарийы, емеш‑еләк баҡсаһы бар. Уҡыу йортон 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015). Р.Р.Тажиев...

СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3

СТӘРЛЕТАМАҠ ЛИЦЕЙЫ №3, 1912 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1926 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1933 й. — 3‑сө урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, лицей тарихы музейы, техник һәм хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы кабинеттары, ял...

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. акушерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1939 й. алып фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1947 й. — мед. техникумы, 1954 й. — мед. уч‑щеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Күмертау ҡ. филиалы бар (1990 й. нигеҙләнгән). Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: акушерлыҡ...

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1991 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1997 й. алып С.п.к., 2012 й. — Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп һәм көндөҙгө- ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, һынлы сәнғәт һәм һыҙым, компьютер селтәрҙәре, ғәмәли информатика,...

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ, 1955 й. Силәбе юл машиналары эшләү техникумы филиалы базаһында киске машиналар эшләү техникумы булараҡ асыла, 1961 й. алып машиналар эшләү техникумы, 1969 й. — С.с.э.т., 2011 й. — 15‑се һөнәрселек лицейы м‑н берләштерелгәндән һуң Стәрлетамаҡ политехник техникумы....

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1970 й. технология техникумы булараҡ асыла, 1992 й. С.т.к., 2015 й. — Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжына ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙәлеш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ, 1952 й. киске төҙөлөш техникумы булараҡ асыла, 1955 й. алып төҙөлөш техникумы, 1998 й. С.т., и.һ.х.к., 2015 й. Стәрлетамаҡ технология колледжы һәм 3‑сө һөнәрселек лицейы ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө...

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЗИК КУЛЬТУРА ТЕХНИКУМЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЗИК КУЛЬТУРА ТЕХНИКУМЫ, 1932 й. Өфөлә Башҡ. пед. техникумының (Өфө) физик культура бүлексәһе булараҡ асыла, 1934 й. алып физик культура техникумы, 1955 й. — Башҡ. респ. физик культура техникумы. 1971 й. Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә, 1974 й. алып С.ф.к.т., 2015 й. башлап Стәрлетамаҡ физик культура,...

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Дәүләкән р‑нында урынлашҡан. 1901 й. урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Хотимля а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы,...

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ. Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1836 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1900 й. алып урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө башланғыс мәктәп, 1933 й. — урта мәктәп (1992 й. башлап №1), 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 компьютер...

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65. Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. 15‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1956 й. алып 65‑се, 1960 й. — 65‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, 8 интерактив кабинеты, китапханаһы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, “Мираҫ” этнография музейы,...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 18—19 бб. тау заводтары эргәһендә асылған һәм тау сәнәғәтенә квалификациялы эшселәр, техниктар әҙерләгән уҡыу йорттары. Дөйөм белем биреү м‑н шөғөлләнгәндәр, ш. уҡ проф.‑техник белем биреүгә башланғыс һалғандар. Тау ведомствоһы ҡарамағында булғандар,...

ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ, Күгәрсен р‑нында урынлашҡан. 1863 й. земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1971 й. хәҙ. статусын ала. Күгәрсен р‑нының Аҙнағол, Бикес һәм Дауыт‑Ҡайып...

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1864 й. 1 класлы урыҫ мәктәбе булараҡ асыла, 1874 й. алып земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1905 й. — 2 класлы халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1925 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған...

ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1877 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1884 й. алып ир балалар башҡа милләттәр өсөн мәктәбе, 1903 й. — 2 класлы уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1920 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, спорт залы, тыуған...

ТЕХНИКУМДАР

ТЕХНИКУМДАР, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм мәғариф өсөн белгестәр әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Урта профессиональ белем). 1920 йй. барлыҡҡа килә. 1937 й. алып башлыса сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, а.х., ш. уҡ статистика, финанс, сауҙа Т. киң таралған...

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорто. Өфөлә 1789 й. 10 июлендә Рәсәй империяһында халыҡ училищелары уставына (1786) ярашлы асыла, 1797 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказы ҡарамағында була, ул уч‑ще эшмәкәрлеген финанс м‑н тәьмин итә, ойоштора һәм контролдә тота....

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ, 1962 й. Өфө индустриаль техникумы (ҡара: Һөнәрселек‑педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске быяла-керамика техникумы, 1966 й. — киске индустриаль техникум, 1993 й. хәҙ. исемен ала. 1989—99 йй. БР‑ҙың Благовещен ҡалаһында Т.и.т. филиалы эшләй (ҡара:...

ТУЙМАЗЫ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1962 й. Туймазы мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, методика һәм 10 клиникаға тиклемге әҙерлек кабинеты, мед. пункты, мәғлүмәт...

ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1990 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһының (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1995 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, сит телдәр, информатика, матем., башланғыс кластарҙа...