Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭШСЕЛӘР ФАКУЛЬТЕТТАРЫ

ЭШСЕЛӘР ФАКУЛЬТЕТТАРЫ, СССР‑ҙа 1920—30 йй. эшсе йәштәрҙе вуздарға инеүгә әҙерләү өсөн дөйөм белем биргән уҡыу йорттары (йәки уларҙың бүлексәләре). 1920 й. 17 сент. ҡабул ителгән РСФСР ХКС‑ының “Эшселәр факультеттары тураһында” декретына ярашлы эшләй. Э.ф. башланғыс белеме булған эшселәр һәм крәҫтиәндәр...

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ, вузда тулы урта­белем нигеҙендә алынған проф. белемдең юғары кимәле. Ю.б. бурыстары: шәхестең, соц. берлектең интеллектуаль, рухи һәм әхлаҡи үҫеш­тәге ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү; йәмғиәттең соц. структураһын яңыртыу һәм үҙгәртеү, фәнни тикшеренеүҙәр һәм уҡытыу ярҙамында фәндәрҙе һәм сәнғәттәрҙе...

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ (вуздар), халыҡ хужалығының, фән һәм мәҙәниәттең төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү м‑н шөғөлләнгән махсус учреждениелар. Вуздарға академиялар, институттар, университеттар инә. Статус тармаҡҡа, ойоштороу‑хоҡуҡ формаһына, дәүләт аккредитацияһы булыу‑булмауына...

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, юғары­ белеме булған кешеләрҙең квалификацияһын күтәреүгә тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. РФ‑тың “Мәғариф тураһында” (1992), “Юғары һәм юғары уҡыу йорттарынан һуң профессиональ белем алыу тураһында” (1996) закондарына ярашлы эшләй. Юғары...

ЮЛДЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ

ЮЛДЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑нында урынлашҡан. 1919 й. мәҙрәсә нигеҙендә 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1930 й. алып башланғыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, слесарлыҡ, ағас эше һәм...

ЯЗЫКОВ УРТА МӘКТӘБЕ

ЯЗЫКОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑нында урынлашҡан. 1874 й. халыҡ­ училищеһы булараҡ асыла, 1897 й. башлап земство­мәктәбе, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт...

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Яңауыл р‑нында урынлашҡан. 1907 й. мәҙрәсәбулараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — А.С.Бубнов ис. колхозсы йәштәр мәктәбе, 1939 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, спорт залы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, тыуған...

ЯҢЫ БАЛАҠАТАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ЯҢЫ БАЛАҠАТАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Балаҡатай р‑нында урынлашҡан. 1876 й. башланғыс земство мәктәбе булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1998 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Апут, Атарша, Красный Пахарь, Ҡәҙер, Ураҡ аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, тамаша залы, райондың...

ЯҢЫ ҠОТО УРТА МӘКТӘБЕ

ЯҢЫ ҠОТО УРТА МӘКТӘБЕ, Саҡмағош р‑нында урынлашҡан. 1914 й. 3 йыллыҡ земство мәктәбе булараҡ асыла, 1917 й. алып 4 йыллыҡ, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — Я.Ҡ.у.м., 2015 й. — Саҡмағош урта мәктәбе №1 филиалы. Китапханаһы, интернаты, спорт һәм тамаша залдары,...