Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Андреевич

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Андреевич (25.7.1994, Төмән ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014). А.Л.Василевскийҙың улы. Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (2018). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Н.Лопатин, Р.М.Сөләймәнов). 2012 й. алып “Салауат...

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы (21.3.1994, Гродно ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2022). Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.И.Мишингин, В.А.Никитин). Биатлон буйынса бер-бер артлы...

ЗУБАРЕВ Андрей Сергеевич

ЗУБАРЕВ Андрей Сергеевич (3.3.1987, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Чижов). “Салауат Юлаев” (2003—05, 2012—15, 2021—22), “Аҡ Барыҫ” (Ҡазан ҡ., 2005—08), “Атлант” (Мытищи ҡ., 2008—10, 2011—12), Америка...

АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ

АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ, осоусы моделдәр (ирекле осоусы, кордалы, радио м‑н идара ителеүсе) төҙөү, әҙерләү, уларҙың осоу тиҙлеген, ваҡытын, алыҫлығын, юғары пилотаж фигуралары үтәүен һынау б‑са спорт ярыштары. Башҡортостанда А.с. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1926 й. Өфөлә Башавиахим аэроклубы (ҡара: Рәсәй...

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ. 20 б. 20‑се йй. 1‑се яртыһында респ. Һауа флоты дуҫтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Рәсәй спорт-техник оборона ойошмаһы) авиаклубтары ойошторола башлай. 1924 й. Өфөлә тәүге авиаклуб барлыҡҡа килә, 1933 й. Өфө аэроклубы (ҡара: Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы)...

АВТОМОБИЛЬ СПОРТЫ

АВТОМОБИЛЬ СПОРТЫ, уҙыш, спорт һәм сериялы автомобилдәрҙә ярыштар. А.с. автокросс, картинг, ралли, тауҙағы уҙыштар, трек уҙыштары, түңәрәк б‑са уҙыштар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә. 1937 й. алып “Башавтомотоклуб” А.с. үҫеш үҙәге булып тора, 50‑се йй. Бәләбәй, Октябрьский, Өфө,...

АВТОМОДЕЛЬ СПОРТЫ

АВТОМОДЕЛЬ СПОРТЫ, автомобиль (кордалы, радио м‑н идара ителеүсе, трасса өсөн) моделдәрен конструкциялау һәм әҙерләү, улар м‑н махсус трассаларҙа йөрөш һынауҙарында идара итеү б‑са ярыштар. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан трасса автомоделизмы үҫешә. 1980 й. Өфөлә ӨПЕЗ‑дең Балалар техник ижады...

АЛЬПИНИЗМ

АЛЬПИНИЗМ, спорт төрө, юлһыҙ тау түбәләренә менеү. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. 1961 й. “Буревестник”, “Зенит”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә А.И.Аҡтуғанов, Н.А.Накеева, В.П.Поспелов етәкс. тәүге секциялар асыла. 1993 й. “Ирәмәл” альпинистар клубы (Өфө) ойошторола. 1964 й....

АТ СПОРТЫ

АТ СПОРТЫ, атта һыбай йөрөү ярыштары. А.с. төрҙәре: ат өйрәтеү, конкур-иппик (ҡаршылыҡтарҙы үтеү), өсбәйге (манеждағы сабыш, яландағы һынауҙар, конкур), ат сабышы һ.б. Башҡортостанда А.с. үҫешә башлауы 1891 й. Өфөлә ипподром асылыуға бәйле, унда 1892 й. тәүге юртаҡтар сабышы үткәрелә. 1937 й. башҡорт...

АТЫУ ТИРҘАРЫ

АТЫУ ТИРҘАРЫ, персональ атыу ҡоралынан һәм пневматик ҡоралдан сәпкә маҡсатлы һәм өйрәнеү өсөн атыуға ҡулайлаштырылған ҡоролмалар. А.т. атыу ҡоралдары өсөн рикошет каналы һәм сәп һыҙығы артында пуля йыйғыс була. Автоматик, эре калибрлы йәки һынау атыу ҡоралдарынан атыу өсөн стрельбищелар (полигондар)...

АУЫР АТЛЕТИКА

АУЫР АТЛЕТИКА, спорт төрө, ауырлыҡ (штанга, гер) күтәреү б‑са ярыштар. Һөҙөмтәһе икебәйге (ырғым һәм күтәреү) суммаһы б‑са билдәләнә. Башҡортостанда А.а. 20 б. 20‑се йй. уртаһынан үҫешә. 1947 й. Өфөнөң йәштәр спорт мәктәбе (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) эргәһендә А.а. бүлеге асыла. 50‑се йй. башында —...

АЧЕРИ-БИАТЛОН

АЧЕРИ-БИАТЛОН, спорт төрө, биатлон төрө, билдәләнгән сиктәрҙә сәпкә уҡ атыу м‑н барған саңғы ярышы. БР‑ҙа А.‑б. үҫешә башлауы 1997 й. Бөрө ҡ. ДЮСШ‑нда тәүге А.‑б. бүлеге асылыуға бәйле. 2000 й. А.‑б. бүлектәре Өфө р‑ны СДЮШОР‑ында (Авдон а.) һәм Белорет ҡ. ДЮСШ‑нда асыла. 1998 й. Бөрөлә А.‑б. б‑са 1‑се...

ӘХМӘТХУЖИН Артур Камил улы

ӘХМӘТХУЖИН Артур Камил улы (21.5.1988, БАССР‑ҙың Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш а.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2013), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2016). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2013). Рәсәй физик культура, спорт һәм туризм университетын тамамлаған...

БАДМИНТОН

БАДМИНТОН (ингл. badminton), спорт төрө, майҙансыҡта сетка аша ракеткалар м‑н волан ташлашыу уйыны. Респ. 20 б. 60‑сы йй. башынан үҫешә. Б. өсөн майҙансыҡтар “Юлдаш” физик культура йортонда, БДУ, БДМУ, БДПУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ‑ла, Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайында, Өфөнөң 35‑се урта мәктәбендә,...

БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ

БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ, спорт төрө, ҡолаҡһыҙ тар кәмәлә ишкәктәр ярҙамында ишкәксенең физик көсө иҫәбенә һыуҙа ҙур тиҙлектә йөҙөү. Бер, ике һәм дүрт кешелек кәмәләрҙә ярыштар була. Башҡортостанда Б.һ.к.и. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Өфөлә “Динамо” ДСО‑һының һыу‑ишеү базаһы, “Спартак” ДСО‑һы эргәһендә...

БАСКЕТБОЛ

БАСКЕТБОЛ (ингл. basket — кәрзин һәм ball — туп), спорт төрө, спортсылар тупты бер-береһенә тапшырып, ҡаршы яҡтың сеткалы ҡулсаһына (кәрзингә) ташлау маҡсатын ҡуйған команда спорт уйыны. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. алып үҫешә. 1923 й. Өфөнөң ирҙәр йыйылма командаһы Волга буйы Олимпиадаһында 2‑се...

БИАТЛОН

БИАТЛОН (би... һәм гр. athlon — ярыш, көрәш), спорт төрө, билдәләнгән сиктә винтовканан атыу м‑н барған саңғы ярышы. Мас-старт, пасьют (ҡыуып барыу уҙышы), спринт, шәхси уҙыш, эстафета һ.б. ярыштар айырыла. Башҡортостанда Б. үҫеше Өфөлә 20 б. 50‑се йй. Аҙағында — “Динамо” ДСО‑һы, 60‑сы йй. башында “Буревестник”...

БИЛЬЯРД СПОРТЫ

БИЛЬЯРД СПОРТЫ, спорт төрө, бортлы өҫтәлдә шарҙар һәм кий м‑н уйын. Урыҫ бильярды, пул, снукер һ.б. айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда 20 б. 30-сы йй. алып үҫешә. 1935 й. өфөлө Ф.М.Чемтанов бильярд б‑са 1‑се СССР чемпионатында ҡатнаша. 40—50‑се йй. Б.с. үҙәге булып “Динамо” ДСО‑һының бильярд клубы тора....

БОБСЛЕЙ

БОБСЛЕЙ (ингл. bobsleigh), спорт төрө, айырым конструкциялы идара ителеүсе саналарҙа махсус боҙ трассалары буйлап ҙур тиҙлектә тауҙан шыуып төшөү. Башҡортостанда Б. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. 1982 й. Мәләүез р‑ны Томансы а. СССР‑ҙа 1‑се махсуслаштырылған сана‑бобслей трассаһы асыла һәм Б. б‑са СССР...

БОДИБИЛДИНГ

БОДИБИЛДИНГ (ингл. body — тән һәм building — төҙөлөш), культуризм, спорт төрө, мускулдарҙы үҫтереү өсөн төрлө ауырлыҡтар (гантель, гер, штанга һ.б.) м‑н физик күнекмәләр системаһы. Башҡортостанда Б. үҫеше 20 б. 80‑се йй. Б. б‑са тәүге “Олимп”, “Крепыш”, “Викинг” (бөтәһе лә — Өфө), “Прометей” (Күмертау ҡ.)...