Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАДМИНТОН

БАДМИНТОН (ингл. badminton), спорт төрө, майҙансыҡта сетка аша ракеткалар м‑н волан ташлашыу уйыны. Респ. 20 б. 60‑сы йй. башынан үҫешә. Б. өсөн майҙансыҡтар “Юлдаш” физик культура йортонда, БДУ, БДМУ, БДПУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ‑ла, Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайында, Өфөнөң 35‑се урта мәктәбендә,...

БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ

БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ, спорт төрө, ҡолаҡһыҙ тар кәмәлә ишкәктәр ярҙамында ишкәксенең физик көсө иҫәбенә һыуҙа ҙур тиҙлектә йөҙөү. Бер, ике һәм дүрт кешелек кәмәләрҙә ярыштар була. Башҡортостанда Б.һ.к.и. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Өфөлә “Динамо” ДСО‑һының һыу‑ишеү базаһы, “Спартак” ДСО‑һы эргәһендә...

БАСКЕТБОЛ

БАСКЕТБОЛ (ингл. basket — кәрзин һәм ball — туп), спорт төрө, спортсылар тупты бер-береһенә тапшырып, ҡаршы яҡтың сеткалы ҡулсаһына (кәрзингә) ташлау маҡсатын ҡуйған команда спорт уйыны. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. алып үҫешә. 1923 й. Өфөнөң ирҙәр йыйылма командаһы Волга буйы Олимпиадаһында 2‑се...

БИАТЛОН

БИАТЛОН (би... һәм гр. athlon — ярыш, көрәш), спорт төрө, билдәләнгән сиктә винтовканан атыу м‑н барған саңғы ярышы. Мас-старт, пасьют (ҡыуып барыу уҙышы), спринт, шәхси уҙыш, эстафета һ.б. ярыштар айырыла. Башҡортостанда Б. үҫеше Өфөлә 20 б. 50‑се йй. Аҙағында — “Динамо” ДСО‑һы, 60‑сы йй. башында “Буревестник”...

БИЛЬЯРД СПОРТЫ

БИЛЬЯРД СПОРТЫ, спорт төрө, бортлы өҫтәлдә шарҙар һәм кий м‑н уйын. Урыҫ бильярды, пул, снукер һ.б. айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда 20 б. 30-сы йй. алып үҫешә. 1935 й. өфөлө Ф.М.Чемтанов бильярд б‑са 1‑се СССР чемпионатында ҡатнаша. 40—50‑се йй. Б.с. үҙәге булып “Динамо” ДСО‑һының бильярд клубы тора....

БОБСЛЕЙ

БОБСЛЕЙ (ингл. bobsleigh), спорт төрө, айырым конструкциялы идара ителеүсе саналарҙа махсус боҙ трассалары буйлап ҙур тиҙлектә тауҙан шыуып төшөү. Башҡортостанда Б. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. 1982 й. Мәләүез р‑ны Томансы а. СССР‑ҙа 1‑се махсуслаштырылған сана‑бобслей трассаһы асыла һәм Б. б‑са СССР...

БОДИБИЛДИНГ

БОДИБИЛДИНГ (ингл. body — тән һәм building — төҙөлөш), культуризм, спорт төрө, мускулдарҙы үҫтереү өсөн төрлө ауырлыҡтар (гантель, гер, штанга һ.б.) м‑н физик күнекмәләр системаһы. Башҡортостанда Б. үҫеше 20 б. 80‑се йй. Б. б‑са тәүге “Олимп”, “Крепыш”, “Викинг” (бөтәһе лә — Өфө), “Прометей” (Күмертау ҡ.)...

БОКС

  БОКС (ингл. box, һүҙмә-һүҙ — һуғыу), спорт төрө, ҡара-ҡаршы көрәш, рингыла айырым ҡағиҙәләр б‑са махсус бирсәткәләрҙә йоҙроҡ һуғышы. Башҡортостанда Б. үҫеше 1920 й. Өфөлә тәүге Б. секцияһы асылыуға бәйле (ойоштороусыһы — проф. көрәшсе Н.В.Соловей). 1940 й. Башҡ. физик культура техникумында (ҡара:...

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ, студенттарҙың халыҡ-ара спорт ярыштары. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Беренсе Халыҡ-ара университет уйындары 1923 й. Парижда Студенттарҙың халыҡ-ара конфедерацияһы яҡлауы аҫтында уҙғарыла; Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле туҡтатыла. 1947 й. уйындар Прагала Бөтә донъя йәштәр...

БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ

БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ, спортсыларҙың билдәле бер алыҫлыҡтан таяҡ (бура таяғы) м‑н 5 буранан (ағас цилиндрик түмәр) төҙөлгән фигураларҙы бәреп сығарыу ярыштары. Башҡортостанда Б.һ.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында, “Батыр”, “Кировец”, “Химик” (бөтәһе лә — Өфө), “Металлург” (Белорет ҡ.)...