Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ

ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан айырып күрһәтелә (1935). Ултырмаларҙың тасуирламаһын О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова (1935, 1937, 1940), А.В.Клочихин (1972, 1985), Б.М.Келлер һәм В.И.Козлов (1983), Н.Н.Ларионов (1985) бирә....

ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ

ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан Елмәрҙәк һыртында айырып күрһәтелә (1931). Ултырмаларҙы О.П.Горяинова (1931, 1940), А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986) һ.б. тасуирлай. Е.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының...

ЕР АҪТЫ

ЕР АҪТЫ, ер ҡатламының тупраҡ-үҫемлектәр ҡатламынан, ә ул булмаған саҡта — ер өҫтөнән, һыу ятҡылыҡтары төбөнән һәм һыу ағымдарынан аҫтараҡ, геол. өйрәнеү һәм үҙләштереү мөмкин булған тәрәнлектә ятҡан өлөшө. РФ терр‑яһы сиктәрендәге Е.а. һәм ундағы файҙалы ҡаҙылмалар дәүләт милке һанала. РФ‑та — Е.а....

ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ

ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ, Ер ҡабығының бөтә агрегат хәлендәге (шыйыҡ, быу кеүек, ҡаты) һыуҙары. Е.а.һ. башлыса инфильтрация иҫәбенә, ҡоро климат шарттарында, Фольгер (1877) һәм Лебедев А.Ф. (1907—19) б‑са, һыу быуының конденсатҡа әйләнеүе арҡаһында формалаша. Химизмы б‑са — сөсө (1 г/л аҙыраҡ), минераль һыуҙар;...

ЕР ҠАБЫҒЫ

ЕР ҠАБЫҒЫ, аҫты Мохоровичич (Мохо) йөҙө менән сикләнгән Ерҙең тышҡы ҡатламы. Континенталь һәм океаник Е.ҡ. айыралар. Континенталь Е.ҡ. иң боронғо тау тоҡомдарының йәше яҡынса 4 млрд йыл, океаник Е.ҡ. — яҡынса 200 млн йыл. Континенталь Е.ҡ. төҙөлөшө шартлы рәүештә ҡатламдарға бүленә: өҫкөһө — ултырма,...

ЕР ТЕТРӘҮ

ЕР ТЕТРӘҮ, ер ҡабығының йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы б‑са тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген Е.т. айырыла. Е.т. энергетик характеристикаһы өсөн магнитуда ҡулланыла....