Список материалов
ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич
ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич (18.1.1924, Ярославль ҡ. — 16.1.1998, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1951) Учалы геологик разведка партияһында өлкән геолог булып эшләй; 1956 й. алып Иркутск...
ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич
ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич (30.11.1894, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Некрасовка а. — 6.5.1966, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң...
ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы
ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы (5.9.1943, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1995). РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1966 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында, 1969—71 йй....
ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы
ВӘХИТОВ Ғәҙел Ғәләүетдин улы (31.12.1928, Стәрлетамаҡ ҡ. — 10.8.2014, Мәскәү ҡ.), инженер-нефтсе. ТР ФА‑ның почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). ТАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының...
ВДОВЫКИН Геннадий Петрович
ВДОВЫКИН Геннадий Петрович (23.8.1937, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Веровка а. — 14.12.2010, Мәскәү ҡ.), геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1982 й. тиклем (өҙөклөк менән) Бөтә Союз тәбиғи газдар ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1962—75 йй....
ВЕНД
ВЕНД (венда — славян ҡәбиләһенең боронғо атамаһынан), в е н д с и с т е м а һ ы (о с о р о), в е н д к о м п л е к с ы, аҫҡы кембрийҙан туранан‑тура алдағы, протерозойҙың иң өҫкө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 600±10 млн йыл, тамамланыуы — 535±1 млн йыл. Б.С.Соколов тарафынан айырып күрһәтелә...
ВЕНЛОК ЯРУСЫ
ВЕНЛОК ЯРУСЫ, в е н л о к, силурҙың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Аҫҡы силурҙың лландовери ярусында ята, өҫкө силурҙың лудлов ярусы менән ҡапланған. Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Венлок урыны (Англия) буйынса аталған. Брахиопод, мәрйен, остракод, радиолярий, конодонт, граптолит, хитинозой...
ВИЗЕ ЯРУСЫ
ВИЗЕ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Турней ярусында ята, серпухов ярусы менән ҡапланған. Ж.‑О.Госсель тарафынан айырып күрһәтелә (1882). Визе ҡ. (Бельгия) исеме менән аталған. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ҡатламдарына — фораминифер, мәрйен, остракод, брахиопод,...
ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна
ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна (7.3.1911, Пермь ҡ. — 15.1.1977, Өфө ҡ.), тау инженеры. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1965). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1934)...
ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович
ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович (18.2.1898, Кубань өлкәһе Лабинская станицаһы — 15.6.1992, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1951). Ленинград тау институтын тамамлаған (1929). 1926—34 йй. һәм 1939—41 йй. Бөтә Союз геология институтының (Ленинград ҡ.) өлкән ғилми...
ВОЛГА-УРАЛ АНТЕКЛИЗАҺЫ
ВОЛГА‑УРАЛ АНТЕКЛИЗАҺЫ, В о л г а‑К а м а а н т е к л и з а һ ы, Көнсығыш Европа платформаһы сиктәрендә ер ҡабығы ҡатламдарының киң (иңе йөҙәр км) һөҙәк антиклиналь ҡалҡыуы. А.Д.Архангельский (1934) тарафынан Көнсығыш Рәсәй уйпатлығының Волга‑Кама участкаһы тип билдәләнә; Волга‑Урал нефтле һәм газлы...
ВОЛГА-УРАЛ НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ ПРОВИНЦИЯҺЫ
ВОЛГА‑УРАЛ НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ ПРОВИНЦИЯҺЫ, Башҡортостан, Татарстан, Марий Эл, Сыуашстан, Удмуртия респ.; Волгоград, Киров, Свердловск өлкәләре, Ульяновск, Һамар өлкәләре, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе һәм Пермь крайы сиктәрендә Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. В.‑У.н.һ.г.п. ...
ВОРОБЬЁВ Виктор Васильевич
ВОРОБЬЁВ Виктор Васильевич (25.6.1939, Павловский Посад ҡ. — 9.10.1991, Өфө ҡ.), тау инженер‑геологы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1990). Төньяҡ Осетия тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң (Орджоникидзе ҡ., 1962) “Башкиргеология” ПБ‑нда эшләй: Переволочан геологик разведка экспедицияһы геологы,...
ВУЛКАНИЗМ
ВУЛКАНИЗМ, магма һәм уға эйәрсән газдарҙың һәм гидротермаль иретмәләрҙең күсеше менән бәйле ер ҡабығында һәм уның өҫтөндәге күренештәрҙең йыйылмаһы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы территорияһында В. бер нисә тапҡыр архейҙан алып триасҡа тиклем, үтә интенсив рәүештә палеозойҙа...