Список материалов
ИВАНОВ Святослав Несторович
ИВАНОВ Святослав Несторович (3.2.1911, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.10.2003, Екатеринбург ҡ.), геолог. СССР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1970), геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1953). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1932). Фәнни хеҙмәттәре металлогения, петрология, тау тоҡомдары...
ИВАНОВ Филипп Антонович
ИВАНОВ (Стихарев) Филипп Антонович (24.10.1871, Һарытау губернаһы Плана а. — 20.7.1957, Лондон ҡ.), тау инженеры. Урал тау училищеһын (Екатеринбург ҡ., 1894), Фрайберг тау академияһын (Германия, 1901), Петербург тау институтын (1906) тамамлаған. 1894 й. Ҡытау тау округы рудниктарында, 1901—05 йй. Германия,...
ИЛЬМЕНИТ
ИЛЬМЕНИТ (Көньяҡ Уралдағы Илмән һырты исеменән), оксидтар класы минералы, FeTiO3. Кристалдары пластинка рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө. Төҫө ҡара, ялтырауығы ярым металдан металға тиклем. Ҡатылығы 5—6, тығыҙлығы 4800 кг/м3, йәбешкәклеге юҡ; аҙыраҡ магнитлы. Акцессор минерал рәүешендә магматик...
ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ
ИНЙӘР-ТОҘЙЫЛҒА БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған кире тектоник структура. Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай, Аҡтаныш-Шишмә бөгөлөнөң көнсығыш дауамы. Башлыса Ағиҙел депрессияһында киңлек йүнәлешендә һуҙылып, Көньяҡ Уралдың алғы йыйырсыҡтарында тамамлана. И.‑Т.б. көньяҡ ҡыры фамен ярусы ҡатламдары буйынса...
ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ
ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович Баймаҡ районында айырып күрһәтә (1932). И.с. ултырмалары Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡтан төньяҡҡа табан 200 км ашыуға һуҙылған (Ирәндек һырты районы). Башлыса лава, базальт һәм андезибазальт составындағы лавобрекчия, туф,...
ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы
ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы (4.3.1958, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып ғилми-тикшеренеү секторының нач. урынбаҫары, 1987 й. – нач., 1988—2007 йй....
ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ
ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов менән бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха,...
ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Башҡортостанда асылған тәүге углеводородтар ятҡылығы. Ишембай р‑нында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының көнбайыш ҡырында урынлашҡан аҫҡы пермдең 6 күмелгән барьерлы риф массивтары бәйләме булып тора. Оҙонлоғо 8,5 км, киңлеге 2 км тиклем. Әртә ярусы эзбизташтары нефть сығышлы....