Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАГМАТИЗМ

МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың...

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геологик формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины...

МАГНЕЗИТ

МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт;...

МАГНЕТИТ

МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары...

МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ

МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ, М а г н и т о г о р с к б ө г ө л ө, М а г н и т о г о р с к с и н ф о р м а һ ы, М а г н и т о г о р с к з о н а һ ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнсығыш битләүенең ҙур тектоник структураһы. БР‑ҙа, Силәбе һәм Ырымбур өлк. урынлашҡан. Уралдағы Тагил‑Магнитогорск‑Моғажар...

МАГНИТОРАЗВЕДКА

МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар менән комплекста майҙандарҙың...

МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы

МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бөтөрөшкән а. (Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районы) — 13.8.1989, Өфө ҡ.], инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡортостан нефть үткәргес идаралығы инженеры, прорабы булып эшләй. 1960—89 йй. Бөтә Союз нефтте...

МАКСИМОВ Владимир Павлович

МАКСИМОВ Владимир Павлович (4.10.1934, Дәүләкән ҡсб, хәҙер Дәүләкән ҡ., — 12.11.1982, Мәскәү ҡ.), тау инженеры‑геолог. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Аксаковнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1963 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта, 1964 й. — “Гидротюменьнефтегаз”...

МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич

МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич (29.5.1904, Варшава ҡ. — 16.5.1979, Пермь ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1945), профессор (1934). Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1926). Фәнни эшмәкәрлеге нефть геологияһы, гидрогеологияһы, гидрогеохимияһы һәм геоморфологияһы,...

МАЛАХИТ

МАЛАХИТ (грекса malàche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3....

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич (10.7.1910, Дон ғәскәре өлкәһе Сельское а. — 19.10.1972, Ырымбур ҡ.), геолог‑нефтсе. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1966). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937). 1940—49 йй. “Туймазанефть” тресының геология бүлеге начальнигы булып эшләй. Фәнни‑производство...

МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, республиканың төньяҡ‑көнбайышында Дүртөйлө һәм Илеш райондары территорияһында урынлашҡан. Бөрө биләненең Саҡмағош валында контраст антиклиналь структураға тура килә. Оҙонлоғо 30 км, киңлеге 10 км. Ятыштары структуралы, көмбәҙле. Девон, тула һәм бобрик горизонттарының терриген...

МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ

МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ, сәнәғәт өсөн металл сығарыуға яраҡлы миҡдарҙа һәм берләшмәләрҙә марганец булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Ултырма, вулканоген‑ултырма һәм гиперген (окисланыу зоналарында) генезислы була. Төп мәғдән минералдары: пиролюзит, браунит, гаусманит, манганит, вернадит, псиломелан, родонит,...

МАСЛОВ Андрей Викторович

  МАСЛОВ Андрей Викторович (25.5.1957, Воронеж ҡ.), инженер‑геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006). Геология-минералогия фәндәре докторы (1998). В.А.Масловтың улы. Воронеж университетын тамамлағандан һуң (1979) Геология институтында эшләй (Өфө ҡ.). 1989 й. алып РФА Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия...

МАСЛОВ Виктор Алексеевич

МАСЛОВ Виктор Алексеевич (21.9.1926, Воронеж өлкәһе Ясная Поляна а. — 28.9.2015, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Воронеж университетын тамамлағандан һуң (1952) Геология институтында эшләй: 1964 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1972—2000 йй....

МАТВЕЕВ Николай Васильевич

МАТВЕЕВ Николай Васильевич (22.10.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Воздвиженка а. — 12.8.1985, Баймаҡ ҡ.), быраулаусы. 1961—85 йй. “Башкиргеология” ПБ‑ның Баймаҡ геологик разведка партияһында быраулау мастеры булып эшләй. Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығын, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан....

МАШАҠ СВИТАҺЫ

МАШАҠ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы аҫҡы стратиграфик бүлексәһе. Машаҡ һыртындағы стратотибы буйынса А.И.Иванов айырып күрһәтә (1934). Ултырмалар А.И.Иванов, К.А.Львов, М.И.Гарань (бөтәһе лә — 1969), А.Ф.Ротару (1971), П.Н.Швецов (1972), В.И.Козлов (1979, 1983, 2003) һ.б. тарафынан тасуирлана. М.с....

МӘҒДӘН ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ГЕОХИМИЯҺЫ

МӘҒДӘН ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ГЕОХИМИЯҺЫ, м ә ғ д ә н г е о х и ‑ м и я һ ы, геохимияның мәғдән майҙандарында химик элементтарҙың тупланыуын һәм һибелеүен өйрәнгән бүлеге. Мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, минералогия, петрография, стратиграфия, тектоника һ.б. м‑н бәйле. М.я.г. төп мәсьәләләре: типоморф ятҡылыҡтар...

МӘҒДӘНЛЕ КОМПЛЕКС

МӘҒДӘНЛЕ КОМПЛЕКС, туранан-тура йәки ситләтеп мәғдәнләнеү м‑н бәйле булған ултырма, магматик, метаморфик, метасоматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре йыйылмаһы. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының геол.‑сәнәғәт (сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенең минераль сеймалға ҡарата хәҙ. талаптарына яуап...

МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, юғары баҫымлы тау тоҡомдарының урындағы стратиграфик бүлексәһе. Йылайыр районы Мәҡсүт а. эргәһендә Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә (1941). А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, О.А.Захаров, Д.Д.Криницкий, В.М.Криницкая, В.И.Ленных, В.Н.Пучков һ.б. тарафынан өйрәнелә....