Список материалов
ОВАНЕСОВ Гурген Павлович
ОВАНЕСОВ Гурген Павлович (20.7.1909, Баҡы губ. Кирк а. — 9.10.1993, Мәскәү), инженер‑геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1961). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1959), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1979), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (1931). 1952—63 йй. “Башнефть”...
ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич
ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич (9.10.1913, Пермь ҡ. — 14.4.2002, Мәскәү), геолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1937). Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың геол. төҙөлөшө һәм металлогенияһы проблемаларына...
ОГАРИНОВ Иван Степанович
ОГАРИНОВ Иван Степанович (17.6. 1918, Ҡазан губ. Аликово а. — 12.11.1988, Өфө), инженер‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Свердловск тау ин‑тын (1943), Нефть сәнәғәте акад. (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1943 й. алып “Башнефтегеофизика” тресында...
ОЖИГАНОВ Дмитрий Герасимович
ОЖИГАНОВ Дмитрий Герасимович (30.10.1892, Бөрө ҡ. — 27.10. 1978, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954), проф. (1955). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Мәскәү геология‑разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1913 й. алып Башглавполитпросветта уҡытыусы, китапханалар, китапхана бүлеге...
ОЛИВИН, минерал
ОЛИВИН (лат. oliva — зәйтүн), минерал, форстерит — фаялит изоморф серияһы ағзаһы, (Mg,Fe)2SiO4. Составында марганец, никель, кобальт, титан һ.б. бар. О. төрҙәренә составында Fe2SiO4 булған (%) минералдар инә: форстерит 0—10, оливин 11—30, гиалосидерит 31—50, гортонолит 51—70, ферригортонолит 71—90,...
ОЛЛИ Альберт Иванович
ОЛЛИ Альберт Иванович (3.11.1906, С.‑Петербург губ. Ухора а. — 1.10. 1965, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры һәм проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Башҡ‑н геол. идаралығының партия нач., өлкән геологы, 1938 й. алып Һарытау ун‑тында (1944 й....
ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ
ОЛО УРАЛ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡабыҡ‑блок (ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙарын үҙ эсенә ала, Таймыр‑Урал ҡабыҡ (юлаҡ‑блок, ҡатлам‑блок һәм ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе дәрәжәле бассейны. Көньяҡ Уралдың таулы‑йыйырсыҡлы өлкәһе һәм көнсығыш битләүе инә (ҡара: Гидрогеологик...
ОЛОТАУ СВИТАҺЫ
ОЛОТАУ СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Киңлеге 5—35 км тәшкил иткән О.с. ултырмалары Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш битләүендә, Ирәндек (Уча‑ лы р‑ны), Көркәк, Ҡырҡтытау, Ирәндек (Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндары) һырттарынан...
ОМФАЦИТ, минерал
ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары энәле, призматик; айырып алыу формаһы: бөртөктәр. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6;...
ОНИКС
ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың сиратлашыуынан ғибәрәт, карнеол‑оникс — ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙар сиратлаша. 2) Мәрмәр О. — йәшкелт, һарғылт һәм алһыу төҫтәге...
ОПОКА, тау тоҡомо
ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит бөртөктәре ҡушылмалары булған аморф кремнезёмдан тора. О. кремнезём миҡдары 92—98%‑ҡа тиклем. Төҫө асыҡ һоронан ҡарағаса. Һынылышы...
ОРДОВИК, палеозойҙың бүлексәһе
ОРДОВИК, о р д о в и к с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 488,2±1,7 млн йыл, тамамланыуы — 443,7±1,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1879 й. Ч.Лапворт тарафынан айырып күрһәтелә, атамаһы Уэльс терр‑яһында йәшәгән ордовик исемле кельт ҡәбиләһенән...
ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович
ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович (5.11.1933, Нальчик – 19.8.2006, Өфө), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1980), проф. (1987). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалы (Октябрьский ҡ.) инженеры, партия нач., 1961 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү...
ОРОГЕНЕЗ
ОРОГЕНЕЗ (гр. ōros — тау һәм ...генез), ҡыҫыу шарттарында барған, йыйырсыҡлы һәм горст‑грабенлы структураларҙың, ш. уҡ ҙур киҫәкле “яңынан яһалған” тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле булған тау яһалыу процесы. Уралдың геол. тарихында тауҙар бер нисә тапҡыр барлыҡҡа килә. Йыйырсыҡтар яһалыуы м‑н барған...
ОСИПОВ Виктор Иванович
ОСИПОВ Виктор Иванович (15.4.1937, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Яңы Михайловка а.), геолог‑гидрогеолог. РФА акад. (1991), БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1977), проф. (1980). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1999 й. тиклем шунда уҡ эшләй: Мещера уҡытыу‑ғилми базаһы нач., 1965—69 йй....