Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАТАР КӨМБӘҘЕ

ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндәге кристалл нигеҙҙә айырылған ҙур ыңғай тектоник структура. Башлыса Татарстан терр‑яһында һәм БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡалҡыуҙың дөйөм контурҙары нигеҙ б‑са яҡынса билдәләнә; оҙонлоғо яҡынса 600 км, киңлеге 250 км. Нигеҙҙең...

ТАУ ТОҠОМДАРЫ

ТАУ ТОҠОМДАРЫ, ер ҡабығының үҙ аллы геологик есемдәрен барлыҡҡа килтергән билдәле составлы тәбиғи минерал агрегаттары. Т.т. төп характеристикалары: минераль һәм химик состав, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, электр, магнит һәм башҡа үҙенсәлектәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ултырма, магматик һәм метаморфик Т.т....

ТАУ ЭШЕ

ТАУ ЭШЕ, 1) ер аҫтын үҙләштереү б‑са кеше эшмәкәрлеге өлкәһе. Ер ҡабығына техноген йоғонтоноң бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Боронғо дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында энеолитта халыҡ балсыҡ, ҡом, йәшмә, кремний, эзбизташ, мәрмәр, таштоҙ, гипс, тальк, слюда, гранит, һалҡын килеш эшкәртеү...

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Т.э.б.б. барлыҡҡа килеүе 1745 й. Ырымбурҙа инженерҙар мәктәбе асылыу м‑н бәйле; унда арифметика, геометрия, фортификация, инженерҙар эше өйрәнелә һәм төҙөлөш мастерҙары...

ТАШ КҮМЕР

ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең...

ТАШ ТОҘ

ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей,...

ТӘБИҒИ ГАЗДАР

ТӘБИҒИ ГАЗДАР, ер ҡабығының ултырма ҡапламаһында осраған метан рәте углеводородтарының һәм углеводород булмаған берләшмәләренең тәбиғи янар ҡатнашмаһы. Тау тоҡомдарында күҙәнәктәрҙе һәм бушлыҡтарҙы тултыра, нефттә һәм ҡатлам һыуҙарында эретелә. Т.г. башлыса метандан (98%‑ҡа тиклем) һәм уның гомологтары...

ТЕХНОГЕН ЯТҠЫЛЫҠТАР

ТЕХНОГЕН ЯТҠЫЛЫҠТАР, ер өҫтөндә йәки тау эше м‑н бәйле булған урындарҙа минераль матдәләрҙең тупланмаһы, ятҡылыҡтарҙы үҙләштергәндә массивтан айырылыу, тау, байыҡтырыу, металлургия һәм башҡа производство ҡалдыҡтары булып урынлашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Т.я. — етештереүҙә ҡулланыу өсөн яраҡлы булған...

ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ

ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ, составында тимер һәм уның берләшмәләре булған тәбиғи минераль ҡатламдар, уларҙан металды сәнәғәт күләмендә алыу иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы һанала. Т.м. минераль составы, тимер, файҙалы һәм зарарлы (суйын һәм ҡорос иреткәндә) ҡушылма миҡдары, барлыҡҡа килеү шарттары һәм сәнәғәт үҙсәнлектәре...

ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, үлсәмдәре, сифаты һәм ятыш шарттары буйынса сәнәғәттә үҙләштереү өсөн яраҡлы булған Ер өҫтөндәге йәки аҫтындағы тимер мәғдәндәренең тупланмаһы. Барлыҡҡа килеүе буйынса эндоген, экзоген һәм метаморфоген Т.м.я. айырыла. Эндоген Т.м.я. — магмалы (титан‑магнетит һәм ильменит‑титан‑магнетит,...

ТИРЛӘН МИНЕРАЛЬ ПИГМЕНТТАР ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТИРЛӘН МИНЕРАЛЬ ПИГМЕНТТАР ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑ны Тирлән а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Сейәлеҡул төбәгендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылма аҫҡы силурға ҡараған карбонат‑балсыҡ ултырмаларының ашалыу ҡатлауындағы нәҙек һыҙыҡлы аргиллитҡа оҡшаш ҡыҙыл һәм сирень төҫөндәге охранан тора. 50 м тиклем ҡалынлыҡтағы...

ТИРЛӘН МУЛЬДАҺЫ

ТИРЛӘН МУЛЬДАҺЫ, Т и р л ә н   с и н к л и н а л е, Башҡорт мегантиклинорийы һәм Уралтау зонаһы тоташҡан урында өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структура. Йылайыр синклинорийының төньяҡ дауамы булып тора. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан Белорет...

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич (12.2.1940, Өфө ҡ. — 23.6.2021, шунда уҡ), тау инженеры. Геология-минералогия фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ уҡытҡан:...

ТОНОҠ МӘҒДӘНДӘР

ТОНОҠ МӘҒДӘНДӘР, үҙгәреүсән химик составлы сульфосоль класы минералдары, Cu10(Zn,Fe,Cu)2(As,Sb)4S13. Башлыса мышаяҡтан торған Т.м. — теннантит, һөрмәнән торғаны тетраэдрит тип атала. Составында көмөш, цинк, тимер, бериллий, һирәк осраҡта терегөмөш, ҡурғаш, никель, кобальт, аҡ ҡурғаш, теллур, вольфрам,...

ТОРФ

ТОРФ (нем. Torf), һ а ҙ т и р е ҫ е, янар файҙалы ҡаҙылма, үҫемлектәр материалы күмергә әүерелеүенең беренсе стадияһы продукты. Ҡороған үҫемлек ҡалдыҡтарының тупланыуы һәм уларҙың тулыһынса тарҡалмауы һөҙөмтәһендә һаҙлыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Структураһы сүсле йәки аморфлы. Текстураһы башлыса ҡатламһыҙ....

ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил р‑ны Рысҡужа а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Голота (1991), Л.Г.Ғүмәров, В.Ф.Королёв (2002) тарафынан өйрәнелә. Йөҙләү таштары аҫҡы девондың һорғолт аҡ, һарғылт аҡ, аҡһыл һоро, аҡ һәм ҡараһыу һоро мәрмәрләнгән эзбизташтарынан тора; юғары...

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Баймаҡ р‑ны Күсей а. көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Какауллин, Ю.А.Болотин (1977), Д.Н.Сәлихов, С.Ш.Йосопов (1977), Р.К.Хәлимов (2004) тарафынан өйрәнелә. Төйәләҫ интрузив комплексы долериты һәм габброһының ваҡ, ҡатмарлы формалы есемдәренән тора....

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ, ер ҡабығы тәрәнлегенә Урал йыйырсыҡлы өлкәһен палеоконтиненталь һәм палеоокеан секторҙарға бүлгән һынылыш. Уралдың бөтөн һуҙымында күҙәтелә. Көнсығышта ауыу мөйөшө 30°—80°. А.В.Пейве тарафынан Ерҙең мантияһына тәрән үтеп ингән төпкөлдәге һынылыштарҙың тектоник бер төрө булараҡ айырып...

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Уй й. үрге ағымында урынлашҡан. 1834 й. алып Барын‑Табын, Ҡара‑Табын һәм Күбәләк улустары башҡорттарының ерҙәрендә И.В.Жуковский тарафынан “Т.а.п.” компанияһы ойошторолғандан һуң эшләй башлай. Алтын Балбыҡ, Благодатный, Викторовка, Казнахтин, Россыпный, Труд,...

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. ТР һәм БР‑ҙың Туймазы р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә Туймазы антиклиналь структураһына (40х20 км) тура килә. Ятыштары көмбәҙ ҡатлаулы, структуралы‑литологик, литологик. Урта һәм өҫкө девондың терриген ҡатламдарында...