Список материалов
ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы
ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы (19.4.1937, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а. — 19.4.2012, Бөгөлмә ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1980). ТР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1990). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында...
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР, ер ҡабығының тәбиғи минераль ҡатламдары, химик составы һәм физик үҙсәнлектәре уларҙы милли иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ф.ҡ. янар, металл, металл булмаған төрҙәргә; минераль һәм сөсө ер аҫты һыуҙарына, термаль газдарға бүленә. Янар Ф.ҡ. углеводород...
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ, Ер аҫтындағы һәм өҫтөндәге файҙалы ҡаҙылмаларҙың геология‑разведка эштәре мәғлүмәттәре буйынса билдәләнгән күләме. РФ‑та Ф.ҡ.з. өйрәнелеү дәрәжәһенә ҡарап 4 категорияға айырыла: А, В, С1 һәм С2. Тәүге өс категорияһы — разведкаланған запастарҙы, һуңғыһы алдан баһаланған...
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ, сәнәғәт өсөн ҡиммәтле йәки артабанғы металлургия, химик һ.б. эшкәртеүгә яраҡлы продукттар алыу өсөн минераль сеймалды беренсел эшкәртеү процестары йыйылмаһы. Ф.ҡ.б. ҡулланыу б.э. тиклем 4 мең йыл элек башлана.
Ф.ҡ.б. төп ысулдарына гравитация менән байыҡтырыу (айырыла...
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын табыу маҡсатында геосфераларҙа химик элементтарҙың йәки уларҙың тәбиғи берләшмәләренең арауыҡта таралыу законлыҡтарын өйрәнеүгә нигеҙләнә. Геол. эҙләнеү маҡсатында тикшерелгән матдәгә бәйле литохимик, гидрохимик, атмохимик...
ФАМЕН ЯРУСЫ,
ФАМЕН ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Франс ярусында ята, турней ярусы м‑н ҡаплана. А. Дюмон тарафынан Арден тауҙарында айырып күрһәтелә (1855), Фамен (Бельгия) төбәге исеме м‑н аталған. Стратотибы эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан тора. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң...
ФАНЕРОЗОЙ
ФАНЕРОЗОЙ (гр. phanerós — асыҡтан‑асыҡ һәм zōé — тормош), ф а н е р о з о й э о н ы, ф а н е р о з о й э о н о т е м а һ ы, Ер геологияһы тарихының иң ҙур этабы. 542 млн йыл дауам итә. Америка геологы Дж.Чедвик тарафынан 1930 й. айырып күрһәтелә. Палеозой, мезозой, кайнозойға бүленә. Ф. алда кембрий...
ФЕРСМАН Александр Евгеньевич
ФЕРСМАН Александр Евгеньевич (27.10.1883, С.‑Петербург — 20.5.1945, Сочи ҡ.), геохимик‑минералог. СССР ФА акад. (1919; 1926—29 йй. вице‑президент), проф. (1910). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1907). Фәнни эшмәкәрлеге файҙалы ҡаҙылмалар минералогияһына, геохимияһына, геологияһына һ.б. арналған. Ф. тарафынан...
ФИЛИМОНОВ Леонид Иванович
ФИЛИМОНОВ Леонид Иванович (22.7.1935, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Вишнёвка а.), тау инженеры, дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1982), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959)...
ФЛЮОРИТ
ФЛЮОРИТ (лат. Fluorum — фтор), п л а в и к ш п а т ы, фторидтар класы минералы, CaF2. Составына ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Айырым кристалдар, ҡушылмалар, друзалар, бөртөклө, бағаналы, сүсле агрегаттар рәүешендә осрай. Ф. тупраҡлы төрө — ратовкит. Үтә...
ФОСФОРИТТАР
ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар...
ФРАНС ЯРУСЫ
ФРАНС ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Живе ярусында ята, фамен ярусы м‑н ҡаплана. Фран а. (Бельгия) янында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1862). Стратотибы һәүерташтарҙан һәм риф эзбизташтарынан тора; ҡалынлығы 600 м тиклем. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған....
ФРОЛОВА Татьяна Ивановна
ФРОЛОВА Татьяна Ивановна (23.11. 1922, Тифлис — 30.1.2007, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1945). Фәнни эшмәкәрлеге геосинклиналь вулканизмды, ш. иҫ. уның колчеданлы мәғдәндәр барлыҡҡа килеү процестары м‑н бәйләнешен, Көньяҡ...