Список материалов
ЭЗБИЗТАШ
ЭЗБИЗТАШ, бурташ, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә....
ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ
ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ, урта девон бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Эмс ярусында ята, живе ярусы м‑н ҡаплана. А.Дюмон тарафынан Эйфель тауҙарында (Германия) айырып күрһәтелә (1848).
Стратотибы мергель һәүерташтарынан, алевролиттарҙан, эзбизташ ҡатыш мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 450 м. Брахиоподалар, мәрйендәр, трилобиталар...
ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА
ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА, электромагнит разведкаһы, тау тоҡомдарын һәм мәғдәндәрҙе электромагнит үҙсәнлектәре (сағыштырма электр ҡаршылығы, электр үткәреүсәнлек, диэлектрик һәм магнитлы үткәреүсәнлек, полярлашыу һәм электр‑химик активлыҡ) б‑са айырыуға нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Геологияла Э. төрлө...
ЭМС ЯРУСЫ
ЭМС ЯРУСЫ, аҫҡы девон бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Прага ярусында ята, эйфель ярусы м‑н ҡаплана. К.Дорлодо тарафынан Эмс ерендә (Германия) айырып күрһәтелә (1900). Стратотибы вулкан тоҡомдары ҡатыш ҡомташтарҙан, кварциттарҙан, һәүерташтарҙан тора; ҡалынлығы 2000 м. БР терр‑яһында Э.я. ултырмалары Көньяҡ...
ЭПОВ Михаил Иванович
ЭПОВ Михаил Иванович (20.3.1950, Чита өлк. Любовь приискыһы), геофизик. РФА акад. (2006), РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2003), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), геол. ф. д‑ры (1991), проф. (2001). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1973) РФА Себер бүлексәһенең А.А. Трофимук ис. Нефть‑газ геологияһы һәм геофизикаһы...