Список материалов
ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы
ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы (18.2.1938, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Асҡар а. — 12.12.2020, Өфө ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан...
ӨФӨ АМФИТЕАТРЫ
ӨФӨ АМФИТЕАТРЫ, Уралдың алғы йыйырсыҡтар зонаһында урынлашҡан ярымтүңәрәк формалағы тектоник структура. БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында, башлыса Балаҡатай р‑ны сиктәрендә ята. Ҙур өлөшө урта карбондан алып аҫҡы пермгә (эзбиз- таш, флиш, моласса) тиклем архей‑протерозой кристалл нигеҙендә ятҡан һәм ҡаплау...
ӨФӨ ЯРУСЫ
ӨФӨ ЯРУСЫ, пермдең аҫҡы (урал яны) бүлегенең өҫкө бүлексәһе (2006 й. тиклем өҫкө бүлегенең составына ингән). Көңгөр ярусында ята, ҡазан ярусы м‑н ҡапланған. А.В.Нечаев тарафынан айырып күрһәтелә (1915), Өфө губернаһы исеме м‑н аталған. Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. стратотипик урында Ө.я. аҫҡы өлөшө...