Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, металлургия өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; техник белем биреү тармағы. Мәғариф тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша, был ваҡытта тау эше белеме биреү ғәмәлдә тау эше белеме биреүгә, геология буйынса белем биреүгә һәм М.б.б.б....

МЕТАМОРФИЗМ

МЕТАМОРФИЗМ (гр. metamorphoomai — үҙгәрәм, әйләнәм), ер ҡабығында ултырма һәм магматик (ш. уҡ бер‑бер артлы метаморфик) тау тоҡомдарының үҙгәреше, т‑ра, баҫым һәм осоусан компоненттар (һыу, углекислота һ.б.) тәьҫире аҫтында структура, текстура, минераль һәм йыш ҡына химик состав өлөшләтә йәки тулыһынса...

МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ

МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ, метаморфик тау тоҡомдарындағы билдәле шарттарға (литостатик баҫымға, т‑раға, осоусан компоненттарҙың парциаль баҫымына һәм метаморфизмдың башҡа факторҙарына) тиң булған тотороҡло минераль ассоциациялар. М.ф. т‑да төшөнсә П.Эскола тарафынан тәҡдим ителә һәм Д.С.Коржинский, Ф.Тернер,...

МЕШАЛКИН Николай Иванович

МЕШАЛКИН Николай Иванович (2.5.1907, Түбәнге Новгород губернаһы Починки а. — 12.10.1982, Октябрьский ҡ.), геолог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан университетын тамамлаған (1932). 1936 й. алып Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеү контораһының партия начальнигы,...

МИАСКИТ, тау тоҡомо

МИАСКИТ (Мейәс й. исеменән), һелте составлы интрузив магматик тау тоҡомо, нефелинлы сиениттың бер төрө. 70% калий‑натрийлы ялан шпатынан һәм плагиоклаздан, 20% нефелиндан һәм 5—10% биотиттан тора; һирәгерәк кальцит, амфибол йәки пироксен ҡушылмалары була. Акцессор минералдар: сфен, апатит, магнетит....

МИНЕРАЛ

МИНЕРАЛ (лат. minera — мәғдән), Ерҙә һ.б. планеталарҙа физик‑химик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, составы һәм үҙенсәлектәре бер булған тәбиғи есем, тау тоҡомдарының ҡушма өлөшө. М. башлыса ҡаты есем, һирәк кенә шыйыҡ (терегөмөш) һәм газ хәлендәге (тәбиғи газ) М. осрай. Кристаллы, аморф (аҡ...

МИНЕРАЛОГИЯ

МИНЕРАЛОГИЯ (минерал һәм ...логия), минералдарҙың составын, үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, барлыҡҡа килеү шарттарын һәм үҙгәрештәрен, ш. уҡ уларҙы яһалма синтезлау, практик яҡтан файҙаланыу шарттарын һәм ысулдарын өйрәнгән фән. М. — геол. циклдағы иң боронғо фән, 18 б. унан геология, 19 б. — кристаллография,...

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР

МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР, с а п р о п е л д ә р, физик‑химик һәм биохимик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күл, һаҙлыҡ, быуа һ.б. минераль һәм органик ултырмалары. Минераллашҡан йәки тоҙло һыу һеңгән М.л. коллоидтары алюмин һәм тимер окисы гидраттарынан, көкөртлө тимерҙән һәм балсыҡ бөртөксәләренән тора....

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР

МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР, төбәктең, илдең, континенттың, донъяның ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма запастары йыйылмаһы, фәнни‑техник процесты иҫәпкә алып (эшкәртеү системаһының, байыҡтырыу технологияларының һ.б. үҫеше), файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарата булған кондицияларға ярашлы баһалана, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, минераль һыуҙарҙың тәбиғи инештәре. М.һ.с. минераль ләмдәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н бергә бара. Башҡортостандың Урал алдында М.һ.с. пермь, һирәгерәк карбондың карбонатлы һәм сульфатлы тоҡомдарына тура килә, составында сульфатлы кальций, сульфат‑хлорид, кальций‑натрий һәм хлоридлы...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, гидравлик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған ярыҡ‑юлаҡ системаларының һәм ҡатлам коллекторҙарының сикләнгән майҙанлы өлөштәре, уларҙың сиктәрендә гидрогеол. факторҙарҙың йоғонтоһо аҫтында минераль һыуҙарҙы курорттарҙа файҙаланыу һәм шешәләргә тултырыу сәнәғәте өсөн һайлап алыуға...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР, составында биол. актив минераль компоненттарҙың күп булыуы м‑н характерланған һәм махсус физик‑химик үҙенсәлектәре (химик состав, т‑ра, радиоактивлыҡ һ.б.) булған ер аҫты (ҡайһы берҙә ер өҫтө) һыуҙары. Сәнәғәт (350 г/л тиклем минераллашҡан тоҙло һыуҙар) һәм дауалау (эсәр һәм бальнеологик...

МИНЙӘР СВИТАҺЫ

МИНЙӘР СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Минйәр ҡ. (Силәбе өлк.) янындағы Минйәр һәм Эҫем йй. үҙәнендә О.П.Горяинова айырып күрһәтә (1931). Ултырмалар Горяинова (1931), А.И.Олли (1948), В.И.Козлов (1982,__ 1986) һ.б. тарафынан тасуирлана. Свита ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийының...

МИРОЛЮБОВ Серафим Николаевич

МИРОЛЮБОВ Серафим Николаевич (23.12.1913, Тверь губ. Берново а. — 10.1.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1976). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1941) “Башнефтегеофизика” тресында эшләй: 1942 й. алып партия нач., 1945 й. — өлкән инженер; 1946 й. башлап...

МИХАЙЛОВСКИЙ Николай Константинович

МИХАЙЛОВСКИЙ Николай Константинович (19.12.1903, Тверь губ. Матвеево а. — 19.1.1965, Мәскәү), инженер‑геолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1935). 1945—53 йй. “Туймазанефть” тресының геол. бүлеге начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы м‑н бәйле. М. етәкс. Туймазы...

МОЛЧАНОВ Анатолий Александрович

МОЛЧАНОВ Анатолий Александрович (15.8.1938, Ташкент), геофизик. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Новосибирск электротехник элемтә ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1988 й....

МОРАҠ ДЕПРЕССИЯҺЫ

МОРАҠ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндәге ҙур кире тектоник структура. БР терр‑яһында төньяҡта Шихан-Ишембай биләненән алып (Ишембай ҡ. киңлеге) көньяҡ сиккә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. М.д. 1—2 км тиклем ҡалынлыҡтағы флиш (карбон), биогерм (аҫҡы пермь), галоген (көңгөр ярусы)...

МОРОЗОВ Сергей Григорьевич

МОРОЗОВ Сергей Григорьевич (9.8. 1927, Вольск ҡ. — 18.1.1998, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1977). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) 1987 й. тиклем Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй: 1967 й. алып лаб. мөдире, 1974 й. — сектор мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Көнсығыш...

МОСТАЕВ Йәүҙәт Әхәт улы

МОСТАЕВ Йәүҙәт Әхәт улы (3.9. 1920, Стәрлетамаҡ ҡ. — 18.9.1999, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1984). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). 1939— 40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң...

МОСТАФИН Сабир Кәбир улы

МОСТАФИН Сабир Кәбир улы (31.3.1952, Фрунзе ҡ.), инженер‑геолог, эколог‑аудитор. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Ташкент университетын (1974), Халыҡ‑ара бойондороҡһоҙ экология‑политология университетын (Мәскәү ҡ., 2008) тамамлаған. 1974 й. алып Ташкент университетында...