Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВЕНД

ВЕНД (венда — славян ҡәбиләһенең боронғо атамаһынан), в е н д с и с т е м а һ ы (о с о р о), в е н д к о м п л е к с ы, аҫҡы кембрийҙан туранан‑тура алдағы, протерозойҙың иң өҫкө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 600±10 млн йыл, тамамланыуы — 535±1 млн йыл. Б.С.Соколов тарафынан айырып күрһәтелә...

ВЕНЛОК ЯРУСЫ

ВЕНЛОК ЯРУСЫ, в е н л о к, силурҙың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Аҫҡы силурҙың лландовери ярусында ята, өҫкө силурҙың лудлов ярусы менән ҡапланған. Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Венлок урыны (Англия) буйынса аталған. Брахиопод, мәрйен, остракод, радиолярий, конодонт, граптолит, хитинозой...

ВИЗЕ ЯРУСЫ

ВИЗЕ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Турней ярусында ята, серпухов ярусы менән ҡапланған. Ж.‑О.Госсель тарафынан айырып күрһәтелә (1882). Визе ҡ. (Бельгия) исеме менән аталған. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ҡатламдарына — фораминифер, мәрйен, остракод, брахиопод,...

ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна

ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна (7.3.1911, Пермь ҡ. — 15.1.1977, Өфө ҡ.), тау инженеры. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1965). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1934)...

ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович

ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович (18.2.1898, Кубань өлкәһе Лабинская станицаһы — 15.6.1992, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1951). Ленинград тау институтын тамамлаған (1929). 1926—34 йй. һәм 1939—41 йй. Бөтә Союз геология институтының (Ленинград ҡ.) өлкән ғилми...

ВОЛГА-УРАЛ АНТЕКЛИЗАҺЫ

ВОЛГА‑УРАЛ АНТЕКЛИЗАҺЫ, В о л г а‑К а м а  а н т е к л и з а һ ы, Көнсығыш Европа платформаһы сиктәрендә ер ҡабығы ҡатламдарының киң (иңе йөҙәр км) һөҙәк антиклиналь ҡалҡыуы. А.Д.Архангельский (1934) тарафынан Көнсығыш Рәсәй уйпатлығының Волга‑Кама участкаһы тип билдәләнә; Волга‑Урал нефтле һәм газлы...

ВОЛГА-УРАЛ НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ ПРОВИНЦИЯҺЫ

ВОЛГА‑УРАЛ НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ  ПРОВИНЦИЯҺЫ, Башҡортостан,  Татарстан, Марий Эл, Сыуашстан,  Удмуртия респ.; Волгоград,  Киров, Свердловск өлкәләре,  Ульяновск, Һамар өлкәләре, Һарытау  өлкәһе, Ырымбур өлкәһе һәм  Пермь крайы сиктәрендә Көнсығыш  Европа платформаһының көнсығыш  өлөшөндә урынлашҡан. В.‑У.н.һ.г.п. ...

ВОРОБЬЁВ Виктор Васильевич

ВОРОБЬЁВ Виктор Васильевич (25.6.1939, Павловский Посад ҡ. — 9.10.1991, Өфө ҡ.), тау инженер‑геологы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1990). Төньяҡ Осетия тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң (Орджоникидзе ҡ., 1962) “Башкиргеология” ПБ‑нда эшләй: Переволочан геологик разведка экспедицияһы геологы,...

ВУЛКАНИЗМ

ВУЛКАНИЗМ, магма һәм уға эйәрсән газдарҙың һәм гидротермаль иретмәләрҙең күсеше менән бәйле ер ҡабығында һәм уның өҫтөндәге күренештәрҙең йыйылмаһы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы территорияһында В. бер нисә тапҡыр архейҙан алып триасҡа тиклем, үтә интенсив рәүештә палеозойҙа...

ГАББРО

ГАББРО (итальянса gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы буйынса кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла....

ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, берҙәм геол. структураға буйһонған тәбиғи газ ятыштары. Газ, газ һәм конденсат (ҡара: Газ конденсаты), газ һәм нефть, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына бүленә. БР терр-яһында 27 Г.я. разведкаланған, уларҙың күбеһе Мораҡ депрессияһында һәм Йүрүҙән-Сылва депрессияһында урынлашҡан. Ятҡылыҡтар...

ГАЛЕНИТ

ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк марганец, уран һ.б. ҡушылмаларҙан тора. Кристалдары куб, куб-октаэдр, октаэдр, һирәгерәк өс октаэдр, һөлдә рәүешендә. Агрегаттары...

ГЕОДИНАМИКА

ГЕОДИНАМИКА (гео... һәм гр. dynamis — көс), геологияның ваҡыт һәм арауыҡта массаларҙың тәрәндәге һәм ер өҫтөндәге хәрәкәтен тыуҙырған ер ҡабығындағы, мантияһындағы һәм ядроһындағы процестарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм һәм айырым, экзоген һәм эндоген Г. бүлеп йөрөтөлә. Экзоген Г. — башлыса Ерҙең рельефын...

ГЕОЛОГИЯ

ГЕОЛОГИЯ (гео... һәм ...логия), Ер ҡабығының һәм Ерҙең составы, төҙөлөшө һәм үҫеш тарихы т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. Г. геодинамика, файҙалы ҡаҙылмалар Г., геохронология, тарихи Г., литология, туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме, минералогия, палеонтология, петрология, стратиграфия, тектоника һ.б. инә....

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, геология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Г.б.б.б. юғары белем биреүҙең үҙ аллы тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. тау эше белеме биреү тау, геол. һәм металлургия б‑са белем биреүгә бүленгәндән һуң рәсмиләштерелә. Г.б.б.б. география буйынса...

ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ

ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ, ер аҫтын геол. яҡтан өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын асыу, уларҙы баһалау һәм үҙләштереүгә әҙерләү б‑са етештереү һәм ғилми‑тикшеренеү эштәренең йыйылмаһы. Г.‑р.э. составына геол., топогеодезик, геофизик, геохимик, аэрокосмик һ.б. планлы төшөрөү төрҙәре, төрлө эҙләү,...

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ, ғилми-производство предприятиеһы, АЙ. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1956 й. Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы булараҡ асыла, 1972 й. алып Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...

ГЕОМОРФОЛОГИЯ

ГЕОМОРФОЛОГИЯ (гео..., гр. morphe‑... — форма һәм ...логия), Ер өҫтө рельефы т‑дағы фән. Рельефтың морфологияһын, генезисын, йәшен һәм хәҙ. динамикаһын өйрәнә. Дөйөм, төбәк, ғәмәли Г., палеогеоморфологияға; тикшеренеүҙәрҙең йүнәлешенә ҡарап планета, структура, климат, антропоген Г., орографияға һ.б....

ГЕОТЕРМИЯ

ГЕОТЕРМИЯ (гео... һәм грекса thèrmē — йылылыҡ), геотермика, геофизиканың ер аҫты йылылыҡ торошон һәм йылылыҡ тарихын өйрәнә торған бүлеге. Эске йылылыҡ сығанаҡтары (ер ҡабығы, мантия, ядро) тарафынан барлыҡҡа килтерелгән Ерҙең эндоген йылылыҡ ҡыры тикшеренеү объекты булып тора. Г. дөйөм геология,...

ГЕОХРОНОЛОГИЯ

ГЕОХРОНОЛОГИЯ (гео..., гр. chronos – ваҡыт, ...логия), ер ҡабығын барлыҡҡа килтергән тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлелеген һәм йәшен өйрәнеүсе фән. Сағыштырма һәм абс. (изотоп) Г. бүленә. Сағыштырма Г. тау тоҡомдарының ҡатлам-ҡатлам булып ятыу принцибы ҡулланыла, уның б‑са өҫтә ятҡан...