Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ПРАВОВОЕ ГОСУДАРСТВО: ТЕОРИЯ И ПРАКТИКА” (“ХОҠУҠИ ДӘҮЛӘТ: ТЕОРИЯ ҺӘМ ПРАКТИКА”)

“ПРАВОВОЕ ГОСУДАРСТВО: ТЕОРИЯ И ПРАКТИКА” (“хоҡуҡи дәүләт: теория һәм практика”), ижт.‑сәйәси һәм ғилми‑хоҡуҡи журнал. Ойоштороусылары: Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БДУ, Хоҡуҡ проблемалары ҒТИ, РФ ЭЭМ‑ының ӨЮИ. 2005 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 500 дана (2015)....

АГРАР ХОҠУҠ

АГРАР ХОҠУҠ, а.х. продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу, аграр өлкәлә идара итеү, ауылдың соц. проблемаларын хәл итеү б‑са ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе комплекслы хоҡуҡ тармағы. А.х. мөнәсәбәттәре а.х. етештереүе өлкәһендә барлыҡҡа килгән ер, мөлкәт, хеҙмәт, финанс, ойоштороу‑идара итеү мөнәсәбәттәренең...

АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ

АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ, дәүләт идараһы өлкәһендә ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе хоҡуҡ тармағы. А.х. нормалары башҡарма власть органдарын ойоштороу, үҙгәртеү һәм бөтөрөү тәртибен, уларҙың компетенцияһын, яуаплылығын, эшмәкәрлек төрҙәрен һәм ысулдарын билдәләй, башҡарма власты ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың,...

АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич

АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич (18.3.1959, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. канд. (1996), иҡт. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (1987), Өфө юғары...

БИККЕНИН Ирек Әнәс улы

БИККЕНИН Ирек Әнәс улы (17.11.1958, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2003). СССР ЭЭМ‑ының Омск юғары милиция мәктәбен тамамлаған (1981), 1984 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1985 й. башлап ӨЮИ‑ла: 2000 й. алып уҡыу‑уҡытыу бүлеге нач., 2004—09 йй. институттың уҡыу-...

ВӘХИТОВ Шакир Ҡазыхан улы

ВӘХИТОВ Шакир Ҡазыхан улы [23.2.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Ҡаратаулы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны Малаяҙ а.) — 31.7.2004, Өфө], юрист. Юридик ф. канд. (1970), проф. (1987). РСФСР‑ҙың атҡ. юрисы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик ин‑тын тамамлаған (Куйбышев ҡ.,1953)....

ВЕНЕДИКТОВ Анатолий Васильевич

ВЕНЕДИКТОВ Анатолий Васильевич [18.6.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 9.8.1959, Ленинград], хоҡуҡ белгесе. СССР ФА акад. (1958), юридик ф. д‑ры (1936), проф. (1922). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1942). Политехник ин‑тты (С.-Петербург, 1910), Петербург ун‑тын (1912) тамамлаған....

ГЕРАСИМОВ Александр Петрович

ГЕРАСИМОВ Александр Петрович (4.12.1951, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Иҡт. ф. канд. (1984), юридик ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) БДМИ‑ла уҡыта. 1989 й. алып ӨЮИ‑ла эшләй: иҡт. фәндәре каф., 1996 й. алып ситтән тороп уҡыу ф‑ты нач., 2012 й. башлап Башҡ-н дәүләт хеҙмәте һәм идара...

ҒАИЛӘ ХОҠУҒЫ

ҒАИЛӘ ХОҠУҒЫ, ғаилә ағзала‑ рын хоҡуҡи яҡлауҙы тәьмин итеү, уның хеҙмәткә яраҡһыҙ ағзаларының һәм бәлиғ булмаған балаларҙың мәнфәғәттәрен һаҡлау маҡсатында ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләгән хоҡуҡ тармағы. Ғ.х. нормалары никахҡа инеү, уны өҙөү һәм ҡанунһыҙ тип таныу шарттарын һәм тәртибен; ир м‑н ҡатын,...

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы [1.2.1943, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Бекетов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 16.6.2016, Өфө], хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй (1995—2011 йй. экологик, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары...

ҒИБӘҘӘТОВ Рафиҡ Абдулхаҡ улы

ҒИБӘҘӘТОВ Рафиҡ Абдулхаҡ улы (19.10.1939, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. юрисы (1994). Һарытау юридик ин‑тын (1962), Свердловск юғары партия мәктәбен (1973) тамамлаған. 1962 й. алып Дыуан, Салауат р‑ндары прокуратураһында эшләй, 1967 й. — Әбйәлил район советының башҡарма...

ҒИЛӘЖЕВ Фуат Ғәрифулла улы

ҒИЛӘЖЕВ Фуат Ғарифулла улы [9.5.1924, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Йәрмәкәй а. (БР-ҙың Йәрмәкәй р-ны) – 16.11.2000, Өфө], хоҡуҡ белгесе. Юридик фәнд. канд. (1970). РСФСР-ҙың атҡ. юрисы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков юридик ин-тын тамамлаған (1954). 1945 й. алып Белорет ҡ. прокуратураһы хеҙм‑ре....

ҒИМАЕВ Илдар Рәйес улы

ҒИМАЕВ Илдар Рәйес улы (14.2. 1962, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а. — 16.6.2008, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1997), юридик ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2002). БАХИ‑ны (1985), РФ ЭЭМ‑ының С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (2002). 1985 й. алып Бишбүләк...

ЕР ХОҠУҒЫ

ЕР ХОҠУҒЫ, ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү, тәбиғи мөхитте һаҡлау һәм яҡшыртыу, ерҙә хужалыҡ итеүҙең бөтә формаларын үҫтереүгә ҡулай шарттар тыуҙырыу, дәүләттең, юридик һәм физик шәхестәрҙең хоҡуҡтарын һаҡлау маҡсатында ер мөнәсәбәттәрен көйләүсе хоҡуҡ тармағы. Е.х. нормалары дәүләт...

ЗИННУРОВ Рафаил Нариман улы

ЗИННУРОВ Рафаил Нариман улы [26.7.1953, БАССР‑ҙың Оло Теләк р‑ны Түб. Ләмәҙ а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик ф. д‑ры (2003), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2003). Журналистар союзы (1992), Яҙыусылар союзы (2004), Рәссамдар союзы (2006) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан...

ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы

ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы (29.3.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сафар а. — 28.6.2011, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. юрисы, БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан...

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы (4.3.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Моҡас а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2012), юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй, 1978 й. алып Сибай ҡала халыҡ депутаттары...

КАНЕВСКИЙ Лев Львович

КАНЕВСКИЙ Лев Львович (30.4.1924, Золотоноша ҡ.— 9.1.2002, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың (1995) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. юрисы, БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында...

КАТАЕВ Николай Анатольевич

КАТАЕВ Николай Анатольевич (22.11.1939, Сокол ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2010), БР‑ҙың атҡ. юрисы (1993). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1992). Һарытау юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары...

КОСТЮК Михаил Фёдорович

КОСТЮК Михаил Фёдорович (2.11.1959, Украина ССР‑ының Носовцы а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2001), проф. (2003). СССР ЭЭМ‑дың Рязань юғары мәктәбен (1984), РФ ЭЭМ акад. (1992), РФ ЭЭМ‑дың Идара итеү акад. (2000) тамамлаған. 1989 й. алып ӨЮИ‑ла уҡыта, 2002 й. — енәйәт хоҡуғы каф. начальнигы. 2010 й....