Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙМАҠ МУЗЕЙЫ

БАЙМАҠ МУЗЕЙЫ, Баймаҡ ҡ. урынлашҡан. 1975 й. Баймаҡ тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1979—2005 йй. Милли музей филиалы. Экспозиция 1981 й. асыла. Музей фондында яҡынса 6 мең һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. биҙәү‑ҡулланма сәнғәте өлгөләре, ҡатын‑ҡыҙ түш биҙәүестәре коллекцияһы, старателдәрҙең...

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ ЭТНОГРАФИЯҺЫ МУЗЕЙЫ

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ ЭТНОГРАФИЯҺЫ МУЗЕЙЫ. 1994—2001 йй. Өфөлә эшләй. Тарихи-мәҙәни музей комплексы (1991—94) нигеҙендә асыла. Б.х.э.м. составына Ленин В.И. йорт-музейы ингән. Музей фондында 10 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге иҫәпләнгән, ш. иҫ. солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу ҡулайламалары; традицион...

БӘЛӘБӘЙ МУЗЕЙЫ

БӘЛӘБӘЙ МУЗЕЙЫ, Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. 1979 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. алып тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында — 30 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡоралдары коллекцияһы; 19 б. 30‑сы йй. аҙ. балта оҫтаһы С.А.Цымбал эшләгән...

БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ

БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Туйөмбәт а. урынлашҡан. 1998 й. З.А.Биишеваның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы асыла. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. яҙыусының китаптары, шәхси әйберҙәре, портреты (рәссамы Ә.Ф.Лотфуллин), Биишева әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәргә афишалар һәм декорация...

ВӘЛИДИ Ә.‑З. МУЗЕЙЫ

ВӘЛИДИ Ә.-З. МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. Ишембай р‑ны Көҙән а. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола. Экспозицияһы 1994 й. асыла. Музей фондында 1780‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидовтың профессор мантияһы, яҙыу приборы, шәхси документтары һәм фотографиялары. 2 залда урынлашҡан экспозицияла Вәлидовтың...

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. урынлашҡан. 1991 й. ойошторола, 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1992 й. М.Ғ.Гәрәевтең тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы асыла. Шул уҡ р‑ндың Ташшишмә а. филиалы бар (Гәрәев йәшәгән йорт тергеҙелгән)....

ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ

ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. Башҡ‑н геол. разведка тресы эргәһендәге Геол. музейы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы. Музей фондында 5,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге. 3 залда урынлашҡан экспозицияла...

ҒАРИПОВ Р. МУЗЕЙЫ

ҒАРИПОВ Р. МУЗЕЙЫ. Салауат р‑ны Арҡауыл а. урынлашҡан. 1989 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002—2006 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 300‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Р.Й.Ғариповтың шәхси әйберҙәре, китаптары, “Һабантурғай йырҙары” (1964) һәм “Осоу” (1966) шиғырҙар...

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. урынлашҡан. 1995 й. хәрби һәм хеҙмәт даны музейы базаһында (1988) Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола; 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ, Миәкә р‑ны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. урынлашҡан. 1965 й. ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы, 2010 й. алып Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Ҡырғыҙ-Миәкә а.) составында. Экспозицияһы 1982 й. асыла. Музей фондында 270‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.Х.Ғөбәйҙуллиндың шәхси әйберҙәре,...

ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ

ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 1989 й. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы итеп ойошторола. Музей фондында 19 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ғәйнә башҡорттары б‑са этнографик коллекция, 18—19 бб. иконалары, сиркәү әйберҙәре, боронғо славян телендәге китаптар, боронғо аҡсалар, фотоһүрәттәр коллекциялары,...

ИВАНОВ К. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

ИВАНОВ К. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ, Бәләбәй р‑ны Ыҫлаҡбаш а. урынлашҡан. 1940 й. К.В.Ивановтың тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы 1906 й. Ивановтар ғаиләһе һалған йортта ойошторола; 1962 й. алып Милли музей, 2002 й. — Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. — Ыҫлаҡбаш а. музей комплексы составында. Мемориаль музей фондында...

КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ

КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ, Ғафури р‑ны Ҡаранйылға а. урынлашҡан. 1974 й. ш. уҡ райондың Сәйетбаба урта мәктәбе музейы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Милли музей филиалы, 1992 й. — Кейекбаев Ж. мемориаль музейы, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ж.Ғ.Кейекбаев...

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 900‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” романының беренсе һәм киләһе баҫмалары (1977, 1982, 1987; бөтәһе лә — Өфө), Кинйә...

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. урынлашҡан. 1978 й. йәмәғәт башланғысында Күгәрсен тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй.— Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1981 й. асыла. Музей фондында 2000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 19 б. Ҡазанда Кәримовтар типографияһы сығарған...

МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ

МОРТАЗИН М. МУЗЕЙЫ, Учалы р‑ны Көсөк‑Маяҡ а. урынлашҡан. 1991 й. М.Л.Мортазиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. 1993—2005 йй. Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған шәхси әйберҙәр,...

МӨБӘРӘКОВ А. МУЗЕЙЫ

МӨБӘРӘКОВ А. МУЗЕЙЫ, Белорет р‑ны Асы а. урынлашҡан. 1994 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 300-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. А.Ҡ. Мөбәрәковтың шәхси әйберҙәре, наградалары, фотографиялары, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, У. Шекспирҙың “Отелло”...

МУЗЕЙҘАР

МУЗЕЙҘАР (гр. мuseјion — музалар храмы), тәбиғи тарих, матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡыларын туплау, һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу м‑н шөғөлләнгән фәнни, мәҙәни‑ағартыу учреждениелары. Фәнни-тикшеренеү, фәнни‑ағартыу һәм уҡыу-уҡытыу; учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына бәйле...

СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ

СОҠОРОЙ Ғ. МУЗЕЙЫ, Тәтешле музейы филиалы. Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 380‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғ.Соҡорой төҙөгән “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе” нең һәм уның бер...

СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ

СӨЛӘЙМӘНОВ Ғ. МУЗЕЙЫ, Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а. урынлашҡан.__ 1992 й. Ғ.З.Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Шул уҡ йылда экспозиция асыла. 1995 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 700‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ҡурайсының шәхси әйберҙәре,...