Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НУҒАЙ ҠАЛАСЫҠТАРЫ

НУҒАЙ ҠАЛАСЫҠТАРЫ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары. Өфөнөң Октябрь р‑ны Нуғай а. көньяҡ-көнсығышҡа табан Ағиҙел й. уң ярында йәнәш морондарҙа урынлашҡан. 1983 й. И.М.Аҡбулатов һәм Г.Н.Гарустович тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1993 й. М.Ф.Обыдённов, 1998 й. В.В.Овсянников тикшерә. 2 ҡаласыҡ табылған....

НУҒАЙ ТЕЛЕ

НУҒАЙ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Нуғайҙарҙың милли теле. Дағстанда, Ингушетияла, Ҡарасай‑Черкес, Чечен Респ., Әстерхан өлк., РФ‑тың Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 75 мең кеше (1989). Ҡаҙаҡ теленә, ҡарағалпаҡ...

НУҒАЙ УРҘАҺЫ

НУҒАЙ УРҘАҺЫ, 15 б. башы — 16 б. 2‑се ярт. көнбайышта Волга й. түбәнге ағымынан алып көнсығышта Иртыш й. тиклем, төньяҡта Һамар һәм Ҡариҙел йй. түбәнге ағымынан алып көньяҡта Арал һәм Каспий диңгеҙҙәренә тиклем терр‑яны биләгән дәүләт. Алтын Урҙаның көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Иҙеүкәй хан тарафынан Манғыт...

НУҒАЙ, ауыл, Өфө составында

НУҒАЙ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Октябрь р‑ны Нуғай а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 30 км һәм Юрмаш т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1024 кеше; 1920 – 1406; 1939 – 1700; 1959 – 864; 1989 – 541; 2002 – 766; 2010 – 1479 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

НУҒАЙБӘК ӘСӘНОВ

НУҒАЙБӘК ӘСӘНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы Салпы а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1774 й. 15 ғин. Арынғол Асаев м‑н берлектә Ҡазан губернаһының Зәй ҡәлғәһен ала. 17 ғин. полк. Ю.Б.Бибиков етәкс. хөкүмәт...

НУҒАЙБӘК ҠӘЛҒӘҺЕ

НУҒАЙБӘК ҠӘЛҒӘҺЕ, Н у ғ а й б ә к, Ы ҡ ҡ ә л ғ ә һ е, 1736—37 йй. Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ярында Нуғайбәк а. урынында В.Н.Татищевтың инициативаһы б‑са Түб. Кама аръяғы сик һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) м‑н Минзәлә һәм Шишмә ҡәлғәләре араһын һаҡлау, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу...

НУҒАЙБӘК, Баҡалы р‑нындағы ауыл

НУҒАЙБӘК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Урсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 50 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1263 кеше; 1920 – 1449; 1939 – 819; 1959 – 561; 1989 – 393; 2002 – 384; 2010 – 317 кеше. Урыҫтар йәшәй...

НУҒАЙБӘКОВТАР

НУҒАЙБӘКОВТАР, кантон башлыҡтары. Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы Урсай а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорттары. Көрмәнкәй Н. билдәле, 1803—20 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы була. Уның улы — Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Н. (1790—?), сотник (1829), 1820—36 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы. 1836 й. вазифаһынан алына,...

НУҒАЙБӘКТӘР

НУҒАЙБӘКТӘР, керәшендәр составындағы этнографик төркөм. Н. һаны 2002 й. РФ‑та 9,6 мең (башлыса Силәбе өлк. Нуғайбәк һәм Сыбаркүл р‑ндарында йәшәйҙәр), БР‑ҙа — 40; 2010 й. ошоға ярашлы — 8,2 мең һәм 38 кеше. Н. теле татар теленең урта диалектына ҡарай. Диндар Н. православие динен тота. Н. тәүге ауылдары...

НУҒАЙҘАР

НУҒАЙҘАР (үҙ атамаһы ноғай), РФ‑та йәшәүсе халыҡ. Н. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 75,2 мең, 2002 й. РФ‑та 91 мең кеше тәшкил иткән. БР‑ҙа 2002 й. Н. һаны — 30, 2010 й. 45 кеше иҫәпләнгән. Айырыуса Төньяҡ Кавказда тупланып йәшәйҙәр. Н. теле төрки телдәрҙең төньяҡ-көнбайыш (ҡыпсаҡ) төркөмөнә ҡарай. Диндарҙарҙың...

НУКЛЕИН КИСЛОТАЛАРЫ

НУКЛЕИН КИСЛОТАЛАРЫ, п о л и н у к л е о т и д т а р, тере организмдарҙа генетик мәғлүмәтте һаҡлау һәм тапшырыуҙы тәьмин иткән биополимерҙар. Ҡабатланыусы блоктарҙан — нуклеотидтарҙан — торған оҙон полимер молекулалар. Н.к. составына ниндәй углевод — дезоксирибоза йәки рибоза инеүенә ҡарап, дезоксирибонуклеин...

НУҠАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

НУҠАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Нуҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Янташ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 716 кеше; 1920 – 797; 1939 – 524; 1959 – 470; 1989 – 281; 2002 – 309; 2010 – 298 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

НУР АУЫРЫУЫ

НУР АУЫРЫУЫ, кеше организмына мөмкин булған кимәлдән артыҡ дозаларҙа ионлы нурланыш тәьҫир иткәндә үҫешә торған ауырыу. Н.а. киҫкен һәм хроник төрҙәргә айыралар. Н.а. үҫешенә тышҡы (дөйөм һәм урындағы) һәм эске (радиоактив матдәләрҙең организмға һауа, аҙыҡ һ.б. аша инә) нурланыш сәбәпсе була. Кеше һаулығы...

НУР, Нуриман р‑нындағы ауыл

НУР, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Субай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Һалдыбаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 150; 1989 — 163; 2002 — 107; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б....

НУР, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

НУР, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 393 кеше; 1959 – 196; 1989 – 96; 2002 – 103; 2010 – 68 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

НУРА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

НУРА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләгән. 1964 й. Белорет р‑нында ойошторолған, 1987 й. алып “Башагропромстрой” тресы (ҡара: “Башсельстрой”) составында, 2000 й. — МУП, 2001 й. ябыла. Составына Ҡатарыж, Нура, Урал аръяғы ағас әҙерләү участкалары, ағас әйберҙәр эшләү, арболит...

НУРАЛИ

НУРАЛИ (1710—1790, Өфө), Хиуа ханлығы (1740—42), Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙ (1748 й. алып) ханы. Әбелхәйерҙең улы. 1749 й. апр. императрица Елизавета Петровна уға рәсми рәүештә ҡаҙаҡ ханы титулы биреп, дәүләт жалованиеһы тәғәйенләй. Башҡорт ихтилалы (1755—56) осоронда ҡаҙаҡтарҙа йәшенеп ятҡан башҡорттарҙы...

НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы

НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы (1.9.1956, БАССР‑ҙың Борай районы Абдулла а.), инженер‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1997), профессор (2000). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005), РФ‑тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2000). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй:...

НУРҒӘЛИЕВА Мәрйәм Ноғман ҡыҙы

НУРҒӘЛИЕВА Мәрйәм Ноғоман ҡыҙы (20.3.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Йомран а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Йомран а., — 31.10. 2003, Мәскәү), химик, педагог‑методист. Химия ф. канд. (1942). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1938) Үзбәк ССР‑ы ХКС‑ы эргәһендәге Фәндәр ком‑тында, 1939...

НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы

НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы [4.10.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ташбулат а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 10.6.2020, Өфө ҡ.], әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист. БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БАССР‑ҙың...