Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПИРОЛИЗ

ПИРОЛИЗ (гр. pýr — ут, lýsis — тарҡалыу, эреү), органик берләшмәләрҙең юғары т‑рала деструктив әүерелештәре. Ағас, нефть һ.б. сеймал, органик ҡалдыҡтар П. айырыла. Ағас П. — ҡоролай ҡыуыу, 450°C тиклем һауаһыҙ ҡыҙҙырғанда тарҡалыу; унда ирекле радикаль реакциялар бара. Технологик схемаһы: сеймалды киҫәктәргә...

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ, бензол‑1,2,4,5‑тетракарбон к‑таһының диангидриды. Төҫһөҙ кристалл, tҡайнау 287°С, tиреү 397—400°С. Ацетонда, диметилсульфоксидта, диметилформамидта, һыуҙа эрей. 330°С тиклем тарҡалмай, спирттар м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, аминдар м‑н — имидтар, һыуҙа йылытҡанда моноангидрид, пиромеллит...

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гр. pýr — ут һәм металлургия), юғары т‑раларҙа металдар (иретмәләр) алыу һәм уларҙы таҙартыу процестары йыйылмаһы. П. — металлургияның төп һәм иң боронғо өлкәһе. П. эсендә үртәү (состав үҙгәрә, өлөшсәләрҙең үлсәме ҙурая), иретеү (эшкәртеп алына торған металл — металл фазаһына, ҡушылмалар...

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР, яныуы яҡтылыҡ, йылылыҡ, тауыш, төтөн, реактив пиротехник эффекттар м‑н оҙатылған матдәләр ҡатышмаһы. Яғыулыҡтан (юғары т‑ралыларҙа — башлыса магний, алюмин, уларҙың иретмәләре; төтөн сығара торғандарында — кәрәсин, бензин, мазут, крахмал, ағас оно, металл вағы һ.б.), окисландырыусынан...

ПИРОФИЛЛИТ

ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай....

ПИРРОТИН

ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл...

ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич

ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич (20.8.1909, С.‑Петербург — 19.9.1960, шунда уҡ), балет артисы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1947). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1928; педагогы В.И.Пономарёв) 1950 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта...

ПИСАРЕВ, Шаран р-нындағы ауыл

ПИСАРЕВ, П и с а р е в ‑ Н и к о л ь с к и й, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 334; 1939 — 496; 1959 — 184; 1989 — 402; 2002 — 332;...

ПИСЕМСКИЙҘАР

ПИСЕМСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Венедикт (Бишенсе) П., баяр балаларынан. 1603 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында 25 сирек ер алған, 1630 й. унда алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән. Уның улы Гаврила Венедиктович П. (?—1687), 1630 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм...

ПИТЯКОВ, Бөрө р-нындағы ауыл

ПИТЯКОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Петров а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 763; 1939 — 809; 1959 — 581; 1989 — 661; 2002 — 625; 2010 — 615 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы,...

ПИЧУГИН Юрий Александрович

ПИЧУГИН Юрий Александрович (8.1.1923, Өфө — 3.2.2000, Мә.скәүҡ.), хәрби эшмәкәр. Ген.‑полковник (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э. Дзержинский ис. Артиллерия‑инженерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1953). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Брянск, Үҙәк, 1—3‑сө Белоруссия фронттарының. 61‑се...

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович (30.7.1927, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ергән ҡсб), йырсы (лирик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1965). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыған (1945—48; А.Чернов‑Шер класы). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; С.П.Юдин класы) 1995 й. тиклем...

ПЛАЗМА

ПЛАЗМА ф и з и к а  һ ә м  х и м и я л а, матдәнең дүртенсе хәле, ыңғай һәм кире зарядтарҙың тығыҙлығы ғәмәлдә бер тигеҙ булған өлөшләтә йәки тулыһынса ионлашҡан газ. П. магнитлы гидродинамика генераторҙарында, газ разрядлы яҡтылыҡ сығанаҡтарында, лазерҙарҙа, плазмалы технологияларҙа (материалдарҙы...

ПЛАЗМИДТАР

ПЛАЗМИДТАР, бактерияларҙың хромосомаға инмәгән генетик структуралары, улар бактериаль хромосоманан башҡа ирекле рәүештә тереклек итеүгә йәки уға интеграцияланыуға һәләтле. Мол. м. 106—108Д (1500— 400000 пар нуклеотид) булған ике епле ДНК‑ның түңәрәк молекулаһы булып тора. П. күҙәнәкле органоидтарҙың...

ПЛАКАТ

ПЛАКАТ (нем. Plakat), графика төрө; агитация, реклама, мәғлүмәт биреү йәки белем биреү маҡсатында алыҫтан күҙгә ташланып торорлоҡ итеп эшләнгән йыйнаҡ текслы һынлы сәнғәт әҫәре. П. һүрәтләү метафоралары, символдар ҡулланыла; шрифт, текстың нисек урынлашыуы, төҫтәрҙең хәл ителеше ҙур роль уйнай. Төҫ...

ПЛАКСИН Игорь Николаевич

ПЛАКСИН Игорь Николаевич (25.9. 1900, Өфө — 15.3.1967, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1937), проф. (1934). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Алыҫ Көнсығыш ун‑тын тамамлағандан һуң (Владивосток, 1926) СССР ФА‑ның Химия ин‑тында (Ленинград) эшләй, 1928 й. алып...

ПЛАНЕТАРИЙ

ПЛАНЕТАРИЙ, Ө ф ө ҡ а л а п л а н е т а р и й ы, фәнни‑ағартыу учреждениеһы, унда ярымсферик экранда (көмбәҙҙә) оптик‑механик проекторҙар һәм цифрлы технологиялар ярҙамында күк йөҙөнөң һәм йыһан объекттарының һүрәте төшөрөлә, Ер һәм Ғаләм т‑да лекциялар, аудиовизуаль программалар үткәрелә. П. 1964 й....

ПЛАНКТОН

ПЛАНКТОН (гр. рlanktós — гиҙеүсе), һыу ҡатламында тотороҡло хәлдә йәшәгән һәм һыу хәрәкәте м‑н күсереп йөрөтөлгән организмдар. Үҫемлек (фитопланктон) һәм хайуан (зоопланктон) П. айырып йөрөтәләр. Планктон организмдарға йөҙөүсәнлекте ваҡ йәки микроскопик үлсәмдәр, йәйелеү, бүлгеләнеү, төрлө үҫентеләр...

ПЛАНКТОН ХРИЗАМЁБАҺЫ

ПЛАНКТОН ХРИЗАМЁБАҺЫ (Chrisamoeba planctоnica), бер күҙәнәкле алтынһыу ылымыҡтар төрө. Диам. 4—5 мкм булған яңғыҙ күҙәнәкле, бүленгән ваҡытта диам. 70 мкм тиклем шар йәки эллипс һымаҡ лайлалы өйкөмгә туплана. Ризоподиялары йомшаҡ, ябай, һирәк осраҡта тармаҡлы. Хроматофоры ялғаш рәүешле, күҙәнәк көбө...

ПЛАНЛАШТЫРЫУ

ПЛАНЛАШТЫРЫУ, иҡтисад м‑н идара итеү формаһы. Макро‑ һәм микроиҡтисад үҫеш пландарын төҙөүҙән тора. Оҙайлығына бәйле — оҙаҡ ваҡытҡа бирелгән (5 йылдан ашыу), уртаса мөҙҙәтле (3—5 йыл), ҡыҫҡа ваҡытлы (3 йылға тиклем) һәм ағымдағы (1 йылдан кәм) П.; характерына бәйле — директив (мәжбүри башҡарыу) һәм...