Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ

ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ, Мәләүез р‑ны Дарьино а. урынлашҡан (Партизан а/с ҡарай, исеме шунан алынған). 1987 й. йәмәғәтселек башланғысында ойошторола, 1994 й. алып Милли музей, 2002 й. — Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. башлап Партизан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 3,9 меңдән ашыу һаҡлау...

ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович

ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович (19.7.1975, Өфө), инженер‑электроник. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2012). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1997), 2000 й. алып шунда уҡ эшләй: 2002— 09 йй. халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары, 2011 й. башлап Күмертау авиация производство пр‑тиеһы, 2014 й. — Шеффилд...

ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович

ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович, П ё т р  А л т а й с к и й [29.6. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 31.5.) 1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Никольский а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 29.7.1937, Мәскәү], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Коминтерн, “Советский путь” (“Совет юлы”) ж., “Коллективист”...

ПАРФЮМЕРИЯ-КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ

ПАРФЮМЕРИЯ‑КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ, парфюмерия‑косметика изделиелары, һабын, эфир майҙары, синтетик, ароматик матдәләр етеште‑ реү б‑са аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. аҙ. “Чародейка” Өфө косметика ф‑каһы төҙөлөү м‑н үҫешә башлай. 90‑сы йй. башында “Авангард” ПБ‑нда лосьон‑дезодоранттар,...

ПАСОВ Николай Трофимович

ПАСОВ Николай Трофимович (6.12. 1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 8.6. 1978, Өфө), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент финанс‑иҡт. ин‑тын (1940), Сухуми хәрби пехота уч‑щеһын (1942), “Выстрел" РККА‑ның команда составын камиллаштырыу...

ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович

ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович (4.1.1928, Украина ССР‑ы Амвросиевка ҡсб — 23.6.2003, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1968), проф. (1988). СССР‑ҙың халыҡ хужалығын планлаштырыу отличнигы (1977). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1954 й. алып ВЛКСМ-дың Черниковка ҡала ком‑тының...

ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич

ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич (21.6.1950, Өфө — 20.12.2011, шунда уҡ), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1985). В.М.Пастушенконың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй. 1974 й. алып ӨНИ‑лә (1980 й. башлап тармаҡ лаб. етәксеһе), 1983—2011 йй. БДМУ‑ның дөйөм...

ПАСХА

ПАСХА (гр. páscha), йәһүд һәм христиан байрамдарының береһе. Тәүҙә П. боронғо йәһүд ҡәбиләләренең байрамы була. Иудаизмда йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығып китеүе хөрмәтенә билдәләнә, Мессияның килерен көтөү м‑н бәйле, христианлыҡта — Иисус Христостың терелеүе иҫтәлегенә арналған байрам. Тәүҙә йәһүд һәм христиан...

ПАТИЯ...

ПАТИЯ... (гр. paЈthos — ғазапланыу, ауырыу), ҡушма һүҙҙәрҙең ауырыуҙы, ғазапланыуҙы аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аллелопатия, гомеопатия). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ПАТОЛОГИК АНАТОМИЯ

ПАТОЛОГИК АНАТОМИЯ, п а т о м о р ф о л о г и я, морфологик, башлыса микроскопик тикшереү ысулдары ярҙамында кеше һәм хайуандар организмының күҙәнәктәрендә һәм туҡымаларында барған ауырыуҙарҙы һәм патологик процестарҙы өйрәнгән фән. Кеше П.а. Республикала П.а. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ла (ҡара:...

ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ

ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ, кеше һәм хайуан организмында ауырыу билдәләре булған процестарҙың барлыҡҡа килеүе, барышы, аҙағы һәм компенсатор‑яраҡлашыу реакциялары законлыҡтарын өйрәнгән медицина һәм ветеринария өлкәһе. Кеше П.ф. Башҡортостанда кешенең П.ф. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ла...

ПАТРАКОВ Александр Фёдорович

ПАТРАКОВ Александр Фёдорович [3.7.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нөгөш а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 15.7.1943, Курск өлк. Степановка а.], сапёр, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Балаҡатай р‑нының “Пахарь” к‑зында, 1935 й. — Алағуз с‑зында, 1937 й....

ПАТРИНИЯ

ПАТРИНИЯ (Patrinia), бесәй үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ‑Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда себер П. үҫә. Бесәй үләне еҫе сыҡҡан күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 5–20 см, япраҡһыҙ йәки 1 пар япраҡлы, төҙ, ике рәт оҙон төктәре бар. Тамыр...

ПАУТОВА Елена Осиповна

ПАУТОВА Елена Осиповна (22.1.1986, Сочи ҡ.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған (2012). 2001 й. алып БР‑ҙың Спорт әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.; тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия...

ПАУЭРЛИФТИНГ

ПАУЭРЛИФТИНГ (ингл. powerlifting), спорт төрө, көс талап итә торған өсбәйге, яурында штанга м‑н приседание эшләүҙе, эскәмйәлә ятып штанга күтәреүҙе, стан тартыуҙы (штанганы түшәмәнән айырыу) үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан атлетик гимнастика булараҡүҫешә. 1986 й. ӨАИ (Б.Г.Лукьянов...

ПАХАРЬ, Бәләбәй р-нындағы ауыл

ПАХАРЬ, П я т и л е т к а, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Донской а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Аксаков т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Һалҡыншишмә й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 327 кеше; 1959 — 226; 1989 — 450; 2002 — 377; 2010 — 414 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй...

ПАХОМОВ Николай Александрович

ПАХОМОВ Николай Александрович (22.3.1937, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогтары А.М.Кудрявцев, Я.М.Плотников). 1967 й. алып Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1992 й. — БДХМ‑дың өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1993—2002 йй. А.Э.Тюлькиндың йорт‑музейы...

ПАЦКОВ Юрий Алексеевич

ПАЦКОВ Юрий Алексеевич (13.4. 1934, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Раев а. — 31.5.2001, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлаған (1958). 1961 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1966—86 йй. баш архитекторы, 1989...

ПАШИН Сергей Тимофеевич

ПАШИН Сергей Тимофеевич [11.6.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Приют ҡсб (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны)], тау инженеры. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2004), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1975). 1968 й. алып...

ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич

ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич (21.8.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнино а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., — 6.11.1943, Украина ССР‑ының Хотив а. ерләнгән), танкист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып...