Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАТАР ҮРЕШЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТАТАР ҮРЕШЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш-Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 109 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 355 кеше; 1920 — 860; 1939 — 911; 1959 — 598; 1989 — 319; 2002 — 269; 2010...

ТАТАР ФОЛЬКЛОРЫ

ТАТАР ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы татарҙары фольклоры эпик (әкият, легенда, риваять, сөйләк, мәзәк), лиро‑эпик (бәет), лирик (лирик җыр, мөнәҗәт, такмак), афористик (мәкаль, әйтем, табышмак) жанрҙарҙан, ш. уҡ туй һәм ваҡыт-миҙгел йола поэзияһы элементтарынан (сабан туе, каз өмәсе, карга боткасы,...

ТАТАР ҺАҪЫҠКҮЛЕ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАТАР ҺАҪЫҠКҮЛЕ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 9 км алыҫлыҡта Прорва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 344 кеше; 1920 — 492; 1939 — 566; 1959 — 544; 1989 — 273; 2002 — 222; 2010 — 194 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ТАТАР-БАШҠОРТ ДРУЖИНАҺЫ

ТАТАР-БАШҠОРТ ДРУЖИНАҺЫ, РСФСР ХКС‑ы һәм Үҙәк мосолман комиссариаты саҡырыуы нигеҙендә 1918 й. июнь аҙағында Өфөлә башҡорт һәм татарҙарҙан Ҡыҙыл гвардия отряды (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) булараҡ ойошторола. Июлдән — А.М.Чеверёв отряды, сент. алып РККА‑ның Көнсығыш фронтындағы Икенсе армияһының...

ТАТАР-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ

ТАТАР-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ (ТБСР), РСФСР составында башҡорт һәм татарҙарҙың күҙалланған милли дәүләтселек формаһы. Урал-Волга штаты проектына ҡаршы эшләнгән. “Татар-Башҡорт Совет республикаһы тураһында положение” Эске Рәсәй мосолман эштәре комиссариаты (ҡара: Үҙәк мосолман комиссариаты) тарафынан...

ТАТАР-ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТАТАР-ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар-Олҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Һалҡыншишмә й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1079 кеше; 1920 — 1420; 1939 — 762; 1959 — 652; 1989 — 750; 2002 — 633; 2010 — 691 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ТАТАРБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ТАТАРБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 128 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1252 кеше; 1920 — 1325; 1939 — 1139; 1959 — 887; 1989 — 615; 2002 — 546; 2010 — 445 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ТАТАРҘАР

ТАТАРҘАР (үҙ атамаһы татар), халыҡ, Татарстандың төп халҡы. Т. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 5522 мең, ТАССР‑ҙа — 1765,4 мең; 2002 й. РФ‑та — 5554 мең, ТР‑ҙа — 2 млн кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. — 1120,7 мең; БР‑ҙа 2002 й. 990,7 мең кеше тәшкил итә. Башлыса Өфө (291 мең), Октябрьский (45,6 мең), Туймазы (29,3 мең)...

ТАТАРИНОВ Дмитрий Иванович

ТАТАРИНОВ Дмитрий Иванович (18.10.1877, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., — 25.7.1956, Өфө), терапевт. Мед. д‑ры (1905), проф. (1934). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944). Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1901) шунда уҡ эшләй....

ТАТАРИНОВ Илья Петрович

ТАТАРИНОВ Илья Петрович (яҡынса 1732 й. — ?), дәүләт эшмәкәре. Дворян. Коллегия советнигы (1782). 1779 й. алып Өфө провинцияһы воеводаһы. 1782 й. башлап Өфө ҡаҙна палатаһының экономия директоры. Өфө наместниклығы учреждениелары өсөн наместник йорто һ.б. биналар төҙөүҙе тикшергән. 1783 й. императрица...

ТАТАРСТАН

ТАТАРСТАН, Т а т а р с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында, Волга һәм Кама йй. араһында урынлашҡан. Киров, Ульяновск өлк., Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Удмуртия, Сыуашстан респ. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Ҡазан. Юғары...

ТАТИЩЕВ Василий Никитич

ТАТИЩЕВ Василий Никитич (19.4. 1686, Псков ҡ. янында — 15.7.1750, Мәскәү губ. Болдино а.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1737). Дворян. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында, 1711 й. Прут походында ҡатнашҡан. Инженерҙар һәм артиллерия мәктәбен (Мәскәү) тамамлаған. Пруссияла (1714), Речь Посполитаяла (1717),...

ТАТЛЫ

ТАТЛЫ, ауыл, 1996 й. алып Межгорье ҡ. эсендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Иҫәнбирҙе Татлин билдәле. Шулай уҡ Итатлы, Илмәш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 127 кеше йәшәгән, 1866...

ТАТЛЫ ТАМЫР

ТАТЛЫ ТАМЫР (Glycyrrhiza), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Африканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда Коржинский Т.т. үҫә. Көслө тамырлы һәм тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, биҙле, осонда ҡайһы берҙә тарҡау төктәре була, бейеклеге...

ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 313; 1939 — 220; 1959 — 145; 1989 — 320; 2002 — 340; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәрешкә урта мәктәбе...

ТАТЫР БИЛСӘНЕ

ТАТЫР БИЛСӘНЕ (Galatella), астраһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Урта һәм Көньяҡ Европала, тропик булмаған Азияның байтаҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр, вегетация башында үрмәксе ауына оҡшаған нескә, аҙаҡтан уҡмаш кейеҙ м‑н ҡапланған....

ТАТЫР ҮЛӘНЕ

ТАТЫР ҮЛӘНЕ (Limonium), татыр үлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да дала һәм сүллек өлкәләрендә, башлыса Урта диңгеҙ, Урта һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 5— 70 см. Һабаҡтары...

ТАТЫРЛАН

ТАТЫРЛАН (Salicornia), алабутаһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы быуынтыҡлы, төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, ҡайһы берҙә ҡыҙыл төҫтә, бейеклеге 5—40 см....

ТАТЫРЛЫҠ

ТАТЫРЛЫҠ, ҡоро климат һәм тупраҡ эретмәһендә еңел эреүсән тоҙҙар йыйылғанда парға әйләнеүсән һыу режимы шарттарында дала, сүл һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т. тупраҡ горизонттарына насар бүленә, капилляр күтәрелеү иҫәбенә тоҙҙар эретмәһенә туйына, бер аҙ тығыҙ,...

ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 461 кеше; 1959 — 655; 1989 — 1087; 2002 — 1131; 2010 — 1146 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....