Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФРАЗЕОЛОГИЯ

ФРАЗЕОЛОГИЯ (гр. phrásis, эйәлек килештә phraseos — әйтем һәм ...логия), 1) телдең хәҙ. торошондағы һәм тарихи үҫешендәге фразеологик составын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Фразеологизмдарҙың тәбиғәтен һәм уның категориаль билдәләрен тикшереү, уларҙың телмәрҙә йәшәү законлыҡтарын асыҡлау Ф. предметы булып...

ФРАНКЕНИЯ

ФРАНКЕНИЯ (Frankenia), франкения һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, башлыса Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәттәренең сүллек өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда шырт Ф. (төклө тармаҡлы ярым ҡыуаҡ) һәм кершәнләнгән Ф. (ныҡ тармаҡлы, һирәгерәк тармаҡһыҙ бер йыллыҡ үлән)...

ФРАНС ЯРУСЫ

ФРАНС ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Живе ярусында ята, фамен ярусы м‑н ҡаплана. Фран а. (Бельгия) янында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1862). Стратотибы һәүерташтарҙан һәм риф эзбизташтарынан тора; ҡалынлығы 600 м тиклем. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған....

ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович

ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович (3.8. 1905, Полтава ҡ. — 14.2.1985, Киев), физик‑химик, материалдарҙы өйрәнеүсе. Украина ССР‑ы ФА акад. (1961). Химия ф. д‑ры (1961). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). Фәнни хеҙмәттәре өҫкө йөҙ күренештәре электрохимияһы һәм химияһы, металлургия, металдарҙы өйрәнеү ғилеме һәм металлофизика...

ФРАНЦИЯ

ФРАНЦИЯ, Ф р а н ц и я Р е с п у б л и к а һ ы, Көнбайыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 551,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Париж. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 66,4 млн кеше (2014), 94%‑ы — француздар. Рәсми тел — француз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ф. мөнәсәбәттәре...

ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ

ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ, роман телдәренең береһе (галл‑роман төркөмсәһе). Франция, Гаити, Монаконың рәсми теле; Андорра, Бельгия, Канада, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе; ҡайһы бер Африка илдәренең берҙән‑бер рәсми теле йәки рәсми телдәренең береһе. БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай...

ФРЕЗЕРЛАУ

ФРЕЗЕРЛАУ, металдарҙы станокта күп тешле металл ҡырҡҡыс инструмент (фреза) ярҙамында ҡырыу юлы м-н эшкәртеү. Ф. ваҡытында инструмент — әйләнеү (төп хәрәкәт), эшкәртелә торған әҙерләмә ынтылышлы (бирелеш хәрәкәте; тура һыҙыҡ б‑са, әйләнеү хәрәкәте йәки винт б‑са, йүнәлеше — ҡаршы йәки ыңғай булыуы мөмкин)...

ФРЕЙМАН Фёдор Юрьевич фон

ФРЕЙМАН Фёдор (Фердинанд) Юрьевич фон (26.10.1725 — 3.11. 1796), хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1777). 1741—43 йй. рус-швед һуғышында, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалын, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡанашыусы. 1742 й. алып рус армияһында. 1773 й. окт. В.А.Карҙың...

ФРИД Аркадий Исаакович

ФРИД Аркадий Исаакович (21.2.1946, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Өфө “Молния” агрегат КБ‑нда эшләй, 1972 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге билдәһеҙлек шарттарында...

ФРИДМАН Марк Наумович

ФРИДМАН Марк Наумович (15.4. 1914, Волынск губ. Полонное а. — 10.12.1969, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Винница мед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1941 й. алып госпиталь...

ФРИЗЕЛЬ Иван Григорьевич

ФРИЗЕЛЬ Иван Григорьевич (1760, Ревель ҡ. — 23.9.1810, Түб. Новгород ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1800). Дворян. 1775—94 йй. рус армияһында. 1796 й. Вильна вице-губернаторы, 1797 й. почт-директоры, 1799—1801 йй. Литва губернаһының граждан губернаторы. 1806—09 йй. Ырымбур граждан губернаторы....

ФРИНА

ФРИНА (Triphysa phryne), күбәләктәр отрядының сатиридалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Башлыса Евразияның уртаса бүлкәтенең көньяҡ өлөшөндә таралған. Ҡанатының ҡоласы 30—36 мм, түнәрәкләнгән, киң, ата бөжәктең ҡанатының өҫ яғы көрәнһыу һоро төҫтә, инә бөжәктеке — мәрүәт ялтырауыҡлы һарғылт аҡ; аҫҡыһы —...

ФРИСТАЙЛ

ФРИСТАЙЛ (ингл. free — ирекле һәм style — стиль), саңғы спорты төрө. Саңғы акробатикаһында (трамплиндан акробатик элементтар яһап һикереү), могулда (ҡытыршылы трассанан тау саңғыларында тиҙлеккә төшөү, мотлаҡ һикереү м‑н), ски‑кроста (төрлө вираждар, тулҡын һәм трамплиндар кеүек ҡарлы ҡаршылыҡтар булған...

ФРОЛОВ Александр Павлович

ФРОЛОВ Александр Павлович [27.9.1921, Тамбов губернаһы Заворонежское а. — 10.10.1994, Өфө ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында (хәҙер шул уҡ райондың Раевка а.) ерләнгән], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуевск хәрби авиация училищеһын тамамлаған...

ФРОЛОВ Константин Васильевич

ФРОЛОВ Константин Васильевич (22.7.1932, Калуга өлк. Песочня ҡсб — 18.11.2007, Мәскәү), инженер‑механик. СССР ФА (1984) һәм В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре акад. (1985) акад., БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1970), проф. (1971). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). Брянск транспорт машиналары...

ФРОЛОВ Юрий Афансьевич

ФРОЛОВ Юрий Афанасьевич (28.11. 1952, БАССР‑ҙың Благовещенск ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д-ры (1996). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙм‑ре үткәргес торба транспорты һәм энергия ресурстарын иҫәпләү, метрология һәм стандартлаштырыу, баҙар иҡт., юғары мәктәпте реформалау, ғилми‑техник...

ФРОЛОВА Ирина Васильевна

ФРОЛОВА Ирина Васильевна (12.4.1970, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ның тарих факультетын (1992) һәм Хоҡуҡ институтын (2003) тамамлаған, 1996—2013 йй. һәм 2017 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап Идара итеү...

ФРОЛОВА Татьяна Ивановна

ФРОЛОВА Татьяна Ивановна (23.11. 1922, Тифлис — 30.1.2007, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1945). Фәнни эшмәкәрлеге геосинклиналь вулканизмды, ш. иҫ. уның колчеданлы мәғдәндәр барлыҡҡа килеү процестары м‑н бәйләнешен, Көньяҡ...

ФРОСТА РИЧЧИЯҺЫ

ФРОСТА РИЧЧИЯҺЫ (Riccia frostii), мүк һымаҡтар төрө. Ҡара‑йәшел, ситтәре ҡыҙғылт төҫтәге, диам. 1—1,6 см булған йомро розеткалар барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ, ике өйлө, ҡатлансыҡлы мүк. Споралары эре, тетраэдр формаһында, ҡатлансыҡ ҡыуышлыҡтарында үҫешә. Споралар ярҙамында үрсей. Аҡмаған һыу ятҡылыҡтары...

ФРУНЗЕ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

ФРУНЗЕ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ. Кушнаренко р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Баҡай ауылы. Составына 2 һөтсөлөк, йәш һыйыр малын һимертеү һәм сусҡ‑ҡ фермалары, тирмән, икмәкхана һ.б. инә. 2004 й. 109 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8427 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6672 га. Уңдырышлылыҡ...