Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФАЙН Моисей Григорьевич

ФАЙН Моисей Григорьевич (21.2. 1880, Ковно губ. Ковно ҡ. — 18.4. 1967, Өфө), скрипкасы, педагог. Варшава (1904; С.К.Барцевич класы) һәм Лейпциг (Германия, 1910; Г.Зитт класы) консерваторияларын тамамлаған. 1913 й. алып “Гевандхаус” симфоник оркестры (Лейпциг ҡ.) солисы. 1915 й. башлап Екатеринослав,...

ФАЙРУШИН Иван Сергеевич

ФАЙРУШИН Иван Сергеевич (15.11. 1950, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Бахтыбай а. — 4.7.2006, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Китап”, 1993 й. алып “Восток” нәшриәтенең, 1994—95 йй. “Светлячок” (“Баҙлауыҡ”; бөтәһе лә — Өфө),...

ФАЛЛОПИЯ

ФАЛЛОПИЯ (Fallopia), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, ш. уҡ Арктикала һәм Көньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда үрмә Ф. һәм ҡыуаҡлы Ф. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...

ФАЛЛЮС

ФАЛЛЮС (Phallus), фаллюс һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа ябай Ф. үҫә. Өлгөрөп етмәгән емешлек тәненең бейеклеге 4—6 см, киңлеге 3—5 см, йомортҡа, шар формаһында, аҡ йәки һарғылт төҫтә, төбөндә тамыр рәүешле мицелийы булған бауы бар. Тышсаһының тышҡы...

ФАЛЬК Иоганн Петер

ФАЛЬК Иоганн Петер (1725, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1727 йәки 1732, Швеция — 31.3.1774, Ҡазан), сәйәхәтсе, ботаник. Медицина докторы. Упсаль ун‑тын (Швеция) тамамлаған. 1767 й. алып Император Фәндәр һәм сәнғәт акад. (С.‑Петербург) Ботаника баҡсаһы директоры. Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен өйрәнеү...

ФАЛЬКО Валерий Степанович

ФАЛЬКО Валерий Степанович (19.11.1939, Бәләбәй ҡ. — 22.9.2009, Өфө), элемтә аппаратураһын көйләүсе. РФ‑тың почётлы радисы (1996). 1958—2000 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н “Прогресс” ПБ‑нда эшләй: слесарь-йыйыусы, мастер, 1963 й. башлап монтажсы, 1970 й. — көйләүсе. 1966—69 йй. “Кабель” КБ (Өфө) монтажсыһы....

ФАМЕН ЯРУСЫ,

ФАМЕН ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Франс ярусында ята, турней ярусы м‑н ҡаплана. А. Дюмон тарафынан Арден тауҙарында айырып күрһәтелә (1855), Фамен (Бельгия) төбәге исеме м‑н аталған. Стратотибы эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан тора. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң...

ФАНЕР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ФАНЕР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең фанера, бөгөп йәбештерелгән деталдәр һәм шпон етештергән тармағы (ҡара: Ағас плита). Башҡортостанда 20 б. башында үҫеш ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. самолёт эшләү өсөн махсус фанера төрө етештерелә. 2004 й. тармаҡта 3 пр‑тие, ш. иҫ. Өфө фанер‑плита...

ФАНЕРОЗОЙ

ФАНЕРОЗОЙ (гр. phanerós — асыҡтан‑асыҡ һәм zōé — тормош), ф а н е р о з о й э о н ы, ф а н е р о з о й э о н о т е м а һ ы, Ер геологияһы тарихының иң ҙур этабы. 542 млн йыл дауам итә. Америка геологы Дж.Чедвик тарафынан 1930 й. айырып күрһәтелә. Палеозой, мезозой, кайнозойға бүленә. Ф. алда кембрий...

ФАНТАЗИЯ

ФАНТАЗИЯ (гр. phantasia — хыял), бер дәүергә хас булған (йөкмәткеле, структур) үҙенсәлекле комбинациянан ғибәрәт инструменталь (һирәгерәк вокаль) музыка жанры. Башҡортостанда тәүге Ф. К.Й.Рәхимов ижад итә: Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн башҡ. темаларына Ф., Домралар секстеты өсөн башҡ. темаларына...

ФАНТАСТИКА

ФАНТАСТИКА (гр. phantastiké — хыял итеү сәнғәте) х у д о ж е с т в о л ы ә ҙ ә б и ә т т ә: тормошто сағылдырыу формаһы, ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғалар нигеҙендә логик яҡтан уларға тап килмәгән (“ғәҙәттән тыш”, “мөғжизәле”) Донъя картинаһын тыуҙырыу. Ф. өсөн юғары дәрәжәлә шартлылыҡ, реаль логик бәйләнештәрҙе...

ФАРЗЕТДИНОВ Миркашир Миңлеғәли улы

ФАРЗЕТДИНОВ Миркашир Миңлеғәли улы [5.9.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) — 28.9.1991, Өфө], физик‑теоретик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1973), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Пермь ун‑тын тамамлаған (1951). 1939—48 йй. (өҙөклөк м‑н) Краснокама р‑нының Яңы...

ФАРМАКОГНОЗИЯ

ФАРМАКОГНОЗИЯ (гр. phármakon — дарыу һәм gnósis — белем), дарыуҙар яһау өсөн үҫемлектәр һәм хайуандарҙан алынған дарыу сеймалын, уларҙың беренсел эшкәрткәндән һуңғы ҡайһы бер продукттарын (эфир майҙары, һөт һымаҡ һуттар, ыҫмалалар һ.б.) өйрәнгән фән. Сифат һәм һан анализы, сеймалды әҙерләү, һаҡлау һ.б....

ФАРМАКОЛОГИЯ

ФАРМАКОЛОГИЯ (гр. pharmakon — дарыу һәм ... логия), дарыуҙарҙың кеше һәм хайуандар организмына тәьҫирен өйрәнеүсе фән. Дөйөм һәм айырым Ф. айыралар. Фарм. химия, фармакогнозия,фармация, токсикология, физиология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Медицина Ф. 20 б. 30‑сы йй. уртаһында БДМИ‑ла И.А.Лерман етәкс....

ФАРМАНДАР №1 һәм №2

ФАРМАНДАР №1 һәм №2, Башҡорт мәркәз шураһының 1917 й. 11 һәм 15 нояб. сығарған бойороҡтары. Ш.Ә.Манатов, Ә.Ә.Вәлидов, Ф.Дәүләтшин, Й.Г.Әмиров, Ғ.Айытбаев, М.Ғ.Смаҡов, Ғ.В.Хәсәнов, И.И. Мутин, Ш.Бабич ҡул ҡуйған. Ф.№1, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылыу һәм тулы хоҡуҡлы үҙәк власть булмау сәбәпле, Бәләкәй Башҡортостан...

ФАРМАЦЕВТИКА ХЕҘМӘТЕ

ФАРМАЦЕВТИКА ХЕҘМӘТЕ, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларын һәм халыҡты дарыуҙар, мед. тәғәйенләнешле изделиелар, гигиена предметтары һ.б. м‑н тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырған дәүләт учреждениелары һәм предприятиелары системаһы. Башҡортостанда 1918 й. алып Өфө губ. мед.‑санитария бүлеге эргәһендә фарм. бүлексәһе,...

ФАРСЫ ТЕЛЕ

ФАРСЫ ТЕЛЕ, иран телдәренең береһе (көньяҡ-көнбайыш төркөмө). Ирандың рәсми теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ираҡта, Пакистанда, Һиндостанда, Грузияның, Әзербайжандың, Әрмәнстандың ҡайһы бер райондарында һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 60 млн ашыу кеше (1999). БР‑ҙа 150‑гә...

ФАРСЫ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

ФАРСЫ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Төрки һәм фарсы телле халыҡтарҙың тығыҙ иҡт. һәм мәҙәни бәйләнештәре Ф.т.ү.һ. таралыуына булышлыҡ итә. Фарсы һүҙҙәренең башҡорт теленә үтеп инеүендә бер нисә этап күҙәтелә. Беренсе ҡатламды башҡ. теле үҫешенең иртә осоронда (ҡара: Этногенез) үҙләштерелгән, башҡ. теленең...

ФАРТУКОВ Иван Иванович

ФАРТУКОВ Иван Иванович (28.7.1948, Белорус ССР‑ы Скориничи а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2002) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1983). Түб. Тагил пед. ин‑тын тамамлаған (1977). 1969 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе (1987—89). Акварель техникаһында эшләгән...

ФАРШАТОВ Иридий Әшрәф улы

ФАРШАТОВ Иридий Әшрәф улы (5.7.1938, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) БАССР‑ҙың Асҡын район халыҡ судында халыҡ судьяһы, 1969 й. алып...