Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЧАЙКИН, Әлшәй р-нындағы утар

ЧАЙКИН, Әлшәй р-нындағы утар, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 10 км һәм Шафран т. юл ст. Т.-Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 49 кеше; 1939 — 52; 1959 — 166; 1989 — 175; 2002 — 200; 2010 — 163 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә...

ЧАЙКОВСКИЙ П.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘСКӘҮ КОНСЕРВАТОРИЯҺЫ ЭРГӘҺЕНДӘГЕ БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ

ЧАЙКОВСКИЙ П.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘСКӘҮ КОНСЕРВАТОРИЯҺЫ ЭРГӘҺЕНДӘГЕ БАШҠОРТ СТУДИЯҺЫ, 1932 й. Ғ.С.Әлмөхәмәтов инициативаһы б-са башҡорт опера йырсыларын һәм композиторҙарын әҙерләү өсөн асыла (Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә урынлашҡан). Вокал һәм композитор (1936 й. башлап) бүлектәре була. Вокал бүлеге...

ЧАНБАРИСОВ Шәйхулла Хәбибулла улы

ЧАНБАРИСОВ Шәйхулла Хәбибулла улы (9.5.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР-ҙың Бүздәк р-ны Иҫке Бүздәк а., — 4.10.1996, Өфө), педагог. Тарих ф. д-ры (1975), проф. (1975). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1937)....

ЧАНЫШ Әмир Иҙрис улы

ЧАНЫШ (Чанышев) Әмир Иҙрис улы [15.1.1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Павловский ҡсб (Силәбе өлк. Бреды р-ны) — 4.4.1996, Өфө], яҙыусы, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1932)...

ЧАНЫШЕВ Әҙеһәм Миҙхәт улы

ЧАНЫШЕВ Әҙеһәм Миҙхәт улы (27.9.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ Ямы а., хәҙ. БР-ҙың Баймаҡ р-ны Юлыҡ а., — 7.2.1985, Сибай ҡ.), педагог. Юлыҡ мәҙрәсәһен (1916), Верхнеурал реаль уч-щеһын (1919) тамамлаған. 1919 й. алып Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡытыусы. 1930—32 йй., 1942—53 йй. Баймаҡ район...

ЧАНЫШЕВ Ринат Риян улы

ЧАНЫШЕВ Ринат Риян улы [23.7. 1953, Салауат эшселәр ҡсб (Ишембай ҡ.), хәҙ. Салауат ҡ.], инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (2003). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1975) Өфөлә эшләй: 1981 й. тиклем “Эре панелле йорттар төҙөү” тресында (1979 й. алып производство­технология комплектациялау идаралығы баш инженеры),...

ЧАНЫШЕВ Яҡуп Йыһангир улы

ЧАНЫШЕВ Яҡуп Йыһангир улы [27.2.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Туҡай а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны) — 7.11.1987, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1944). Чанышевтар нәҫеленән. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы (1937 й. сығарыла, 1940 й. яңынан алына). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ЧАНЫШЕВА Зөлфирә Зәки ҡыҙы

ЧАНЫШЕВА Зөлфирә Зәки ҡыҙы (16.12.1946, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (2007), проф. (2014). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2007). БДУ-ны (1969), Мәскәү сит телдәр пед. ин-ты эргәһендәге Юғары пед. курстарҙы (1974) тамамлаған. 1969 й. алып БДУ-ла эшләй: 1981—85 йй., 1996—97 йй.,...

ЧАНЫШЕВА Фәниә Ғафар ҡыҙы

ЧАНЫШЕВА (Рамаҙанова) Фәниә Ғафар ҡыҙы (1.9.1926, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Күҙәй а., хәҙ. БР-ҙың Бүздәк р-ны Күҙәй а. — 14.4.2018, Өфө, мосолман зыяратында ерләнгән), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980). К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1949) 1951 й. тиклем Ҡыйғы р-нының...

ЧАНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле

ЧАНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Жаныш (Чаныш) мырҙа. 17 б. 1-се ярт. Ҡасим ханлығында хеҙмәт итә. 18 б. 50-се йй. Ч. нәҫеле вәкилдәре Воронеж губ. Ырымбур губернаһына күсеп килә. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы б-са мосолман мырҙалары м-н бергә Ч. дворянлыҡтан мәхрүм ителә. Императрица...

ЧАПАЕВ Василий Иванович

ЧАПАЕВ Василий Иванович (28.1. 1887, Ҡазан губ. Будайки а. — 5.9.1919, Урал өлк. Лбищенск ҡ. янында), революция хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. 1908 й. алып, 1914—16 йй. рус армияһында, подпрапорщик; 1918—19 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1918...

ЧАПАЛО Владимир Петрович

ЧАПАЛО Владимир Петрович (27.10. 1947, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.9.2017, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1973). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (2007). П.Ф. Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1980). ДОСААФ-тың спорт- техник клубы (Стәрлетамаҡ)...

ЧАПЛИЦ Владимир Николаевич

ЧАПЛИЦ Владимир Николаевич (18.5.1874, Полтава губ. Ромны ҡ. — 1949, Өфө), архитектор. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (яҡынса 1948). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Гражданлыҡ инженерҙары ин-тын тамамлағандан һуң (1899) Рәсәй ЭЭМ-ының Техник-төҙөлөш ком-ты (икеһе лә — С.-Петербург) инженеры, 1899—1917...

ЧАРИКОВ Владимир Петрович

ЧАРИКОВ Владимир Петрович (23.10.1949, Өфө ҡ. — 17.1.2015, шунда уҡ), тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1977). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы...

ЧАРЫЕВ Курбандурды, театр рәссамы

ЧАРЫЕВ Курбандурды (4.12.1941, Байрам-Али ҡ. — 7.2.2011, Өфө), театр рәссамы. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). А.М.Горький ис. Төркмән ун-тын тамамлаған (Ашхабад ҡ., 1971). 1979 й. К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко ис. Мәскәү музыка театрында стажировка үтә. 1977 й. алып Төркмән йәш...

ЧАСОВНЯЛАР

ЧАСОВНЯЛАР, христиандарҙың ҙур булмаған ғибәҙәт ҡоролмалары. Торама пункттарҙа сиркәү йәки ижт. тормоштағы әһәмиәтле ваҡиғалар хөрмәтенә, емерелгән сиркәүҙәр урынында, мөғжизәле иконалар табылған ерҙә, ҡөҙрәтле сығанаҡтар өҫтөндә һ.б. төҙөлә. Бағана, зыярат, иҫтәлек, өй, өй алды, урам, шишмә өҫтө, юл...

ЧАХЕЕВ Андрей Леонидович

ЧАХЕЕВ Андрей Леонидович (7.10. 1951, Чкалов өлк. Раздолье ҡсб), инженер-технолог. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин-тын тамамлаған (Мәскәү, 1980). 1972 й. алып Яңы Троицк хром берләшмәләре з-дында, 1977 й. башлап “Нижнекамскнефтехим” ПБ-нда эшләй. 1980—2005 йй. “Витязь” Ишембай транспорт машиналары...

ЧАШКИН, Ҡалтасы р-нындағы ауыл

ЧАШКИН, Ҡалтасы р-нындағы ауыл, Әмзебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 20 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 223; 1939 — 196; 1959 — 169; 1989 — 104; 2002 — 107; 2010 — 88 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ЧӘЛӘБИ Мөхәмәт, төрки шағиры

ЧӘЛӘБИ Мөхәмәт, Языжы оғлы Мәхмәт, Язычызада Мәхмәт, Шәйех Мөхә­мәт Бижан, Язычы уғылы Мөхәмәт Чәләби һ.б. (яҡынса 1358—68, Византия — 1451, шунда уҡ), төрки шағиры. “Магариб әз-заман”, “Шәһре фосус әл-хикәм”, “Фатиха тәфсире” агиографик китаптары авторы. “Магариб әз-заман” уның билдәле “Мөхәмәҙиә”...

ЧВАНОВ Михаил Андреевич

ЧВАНОВ Михаил Андреевич (25.7.1944, БАССР-ҙың Салауат районы Иҫке Михайловка а., хәҙер БР-ҙың шул уҡ районы Малаяҙ а.), яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2021). РФ‑тың (2002), БР‑ҙың (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). БДУ-ны...