Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЧЕРНЯЕВ Давыд Александрович

ЧЕРНЯЕВ Давыд Александрович (10.9.1907, Гурьев ҡ. — 4.2.1973, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1967). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын (1937), Нефть сәнәғәте акад. (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1919 й. алып Гурьев, Ырымбур ҡҡ.; 1937 й. башлап (өҙөклөк м-н) Каспий — Орск нефть үткәргесендә...

ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович

ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович [7.4.1929, Урал өлк. (Силәбе өлк.) Троицк ҡ.], инженер-төҙөүсе. РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1979) атҡ. төҙөүсеһе. Урал политехник ин-тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1960). 1942 — 47 йй. Троицк ҡ. эшләй. 1951 й. алып Киров район торлаҡ идаралығының ремонтлау контораһында (Өфө)...

ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович

ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович [7.4.1929, Урал өлкәһе (Силәбе өлкәһе) Троицк ҡ. — 8.9.2021, Өфө ҡ.], инженер-төҙөүсе. РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1979) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1960). 1942—47 йй. Троицк ҡ. эшләй. 1951 й. алып Киров район торлаҡ идаралығының...

ЧЕРНЯХОВСКАЯ Лилиә Рәшит ҡыҙы

ЧЕРНЯХОВСКАЯ Лилиә Рәшит ҡыҙы (27.8.1947, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д-ры (2004), проф. (2008). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы динамик объекттар м-н идара итеүгә арналған. Ч. ҡатнашлығында ҡатмарлы техник һәм...

ЧЕРТОК Юрий Владимирович

ЧЕРТОК Юрий Владимирович (31.1. 1957, Нукус ҡ.), тренер. Халыҡ-ара шашка уйындары б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1998), халыҡ-ара мастер (1998), СССР спорт мастеры (1978). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (1994). Ҡарағанды политехник ин-тын тамамлаған (1979). РСФСР (1989) һәм АҠШ (2009) чемп., Бөтә донъя...

ЧЕСНОКОВКА, Өфө р-нындағы ауыл

ЧЕСНОКОВКА, Өфө р-нындағы ауыл, Чесноковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1285 кеше; 1920 — 1629; 1939 — 1279; 1959 — 993; 1989 — 1413; 2002 — 2196; 2010...

ЧЕТВЕРИКОВ Борис Дмитриевич

ЧЕТВЕРИКОВ Борис Дмитриевич, Четвериков Дмитрий (20.6. 1896,Уральскҡ. — 17.3.1981, Ленинград), яҙыусы. М.В.Авдеевтың ейәне. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1917). Тәүге әҫәрҙәрен гимназияла уҡыған йылдарҙа “Мозаика” әҙәби йыйынтығында һәм “Уфимские губернские ведомости” гәз. баҫтыра. “Зәңгәр...

ЧЕХИЯ, республика

ЧЕХИЯ, Чехия Республикаһы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны— 78,9мең км2. Баш ҡалаһы — Прага. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 10,5 млн кеше (2016): чехтар, словактар һ.б. Рәсми тел — чех теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар, протестанттар. БР м-н Ч. бәйләнештәре РФ һәм Ч. араһындағы мөнәсәбәттәр...

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. 1900—2009 йй. эшләгән. Аксёнов т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта Әлшәй р-нында урынлашҡан. Андреев ҡымыҙ дауаханаһы (шифахана) булараҡ ойошторола, 20 б. 20-се йй. А.П.Чехов исеме бирелә, 1927 й. башлап миҙгелле дәүләт һаулыҡ йорто, 40-сы йй. аҙ. — туберкулёзға ҡаршы ҡымыҙ дауаханаһы,...

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА АУЫЛЫ, Әлшәй р-нындағы ауыл

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА АУЫЛЫ, Әлшәй р-нындағы ауыл, Воздвиженка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.-Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 — 30 кеше; 1939 — 404; 1959 — 434; 1989 — 215; 2002 — 214; 2010 — 168 кеше....

ЧЕХОВ Антон Павлович

ЧЕХОВ Антон Павлович (17.1.1860, Таганрог ҡ. — 2.7.1904, Баденвейлер коммунаһы, Германия, Мәскәүҙә ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Петербург ФА-ның почётлы акад. (1900—02). Ч. ижадына реализм, тәрән психологик анализ, лаконизм, художестволы деталдең ролен көсәйтеү хас. “Мельпомена әкиәттәре” (“Сказки Мельпомены”;...

ЧЕХОСЛОВАК АЙЫРЫМ КОРПУСЫ

ЧЕХОСЛОВАК АЙЫРЫМ КОРПУСЫ, Беренсе донъя һуғышы осоронда Юғары баш командующий ген. Н.Н.Духонин приказы м-н Көнбайыш фронтҡа күсереү маҡсатында 1917 й. сент. Украинала рус армияһы составында Австро-Венгрия армияһы хәрби әсирҙәре һәм эмигранттарҙан (чехтар һәм словактар) ойошторола. Ч.а.к. составына...

ЧЕЧНЯ, республика

ЧЕЧНЯ, Чечен Республикаһы, РФ субъекты. Төньяҡ Кавказда, Терек һәм Сунжа йй. басс. урынлашҡан. Грузия, Дағстан, Ингушетия, Төньяҡ Осетия—Алания, Ставрополь крайы м-н сиктәш. Баш ҡалаһы — Грозный. Юғары вазифалы кешеһе — республика башлығы. 1922 й. Чечен авт. өлкәһе булараҡ ойошторола, 1934 й. алып Ингуш...

ЧИБРИКОВА Евгения Васильевна

ЧИБРИКОВА Евгения Васильевна (9.12.1923, Тамбов ҡ. — 13.3.2013, Өфө), геолог. Геол.-минералогия ф. д-ры (1982). Һарытау ун-тын тамамлағандан һуң (1946) шунда уҡ эшләй, 1947 й. алып Геология һәм тупраҡ ғилеме ҒТИ-нда (Һарытау ҡ.) өлкән ғилми хеҙм-р. 1951 й. башлап Геология ин-тында: 1953 й. алып өлкән,...

ЧИГРИН Иван Дмитриевич

ЧИГРИН Иван Дмитриевич (10.7. 1945, БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Немец-Волынск а. — 25.4.1999, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д-ры (1994), проф. (1996). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1988). БДУ-ны тамамлаған (1968). 1962—64 йй. БАССР-ҙың Әлшәй р-ны Макаровка а. башланғыс мәктәп, 1968—69 йй. — Шишмә р-ны Яңы Троицкий...

ЧИЖОВТАР, урман сәнәғәтселәре

ЧИЖОВТАР, Ч и ж ё в т а р, Өфө сауҙагәрҙәре, урман сәнәғәтселәре. Фёдор Егорович Ч. (яҡынса 1830 — 1900, Өфө), 1-се гильдия сауҙагәре. Ҡытау-Ивановка заводы крепостной крәҫтиәндәренән. Кенәздәр Белосельский-Белозерскийҙарҙың урман дайсаларында приказчик булып эшләгән. Тәүге капиталды хосуси һал ағыҙыу...

ЧИКАЕВ Хәйернас Ильяс улы

ЧИКАЕВ Хәйернас Ильяс улы [16.6. 1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Яңы Сафар а. (БР-ҙың Мишкә р-ны) — 27.7.2012, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—89 йй. ӨМЭПБ-ла токарь. Ч. ҡатнашлығында пр-тиела яңы техника үҙләштерелгән, 9-сы, 10-сы...

ЧИПЕНКО Сергей Геннадиевич

ЧИПЕНКО Сергей Геннадиевич (3.7.1961, Стәрлетамаҡ ҡ.), пианист, композитор. РФ-тың атҡ. артисы (2002). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1984; А.Д.Франк класы) шунда уҡ, 1986 й. алып Өфө сәнғәт уч-щеһында уҡыта. “Транс-Атлантик” төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе (Өфө, 1989). 1992 й. башлап Мәскәүҙә (1994...

ЧИСТЯКОВ Константин Сергеевич

ЧИСТЯКОВ Константин Сергеевич (19.3.1970, Өфө), спортсы. Тау саңғыһы спорты б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). БДПУ-ны тамамлаған (2005). “Зенит” ДСО-һы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Е.Г.Козлов, Т.Н.Козлова). Слалом-гигантта (1988), тиҙлеккә төшөүҙә һәм супергигантта (1989) СССР...

ЧИСТЯКОВА Эльвира Васильевна

ЧИСТЯКОВА Эльвира Васильевна (3.5.1938, Новгород-Волынск ҡ. — 20.1.1998, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д-ры (1993), проф. (1996). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1962) 1965 й. тиклем Өфөнөң 1-се дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Респ. тире-венерология диспансерында, 1969 й. башлап БДМУ-ла (1994 й. — дерматовенерология...