Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯНБАЕВА Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы

ЯНБАЕВА Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы [16.10.1953, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1976 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1980 й. — “Башҡортостан” гәз. (1995–98 йй. һәм 2002 й. февр....

ЯНБАҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ЯНБАҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Кирҙә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 67 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 142 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 102 кеше; 1959 – 395; 1989 – 209; 2002 – 121; 2010 — 66 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Байҡыбаш районында...

ЯНБАРИС, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЯНБАРИС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1906 й. – 567 кеше; 1920 – 571; 1939 – 553; 1959 – 330; 1989 – 108; 2002 – 98; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЯНБАРИСОВ Валерий Марс улы

ЯНБАРИСОВ Валерий Марс улы (2.9.1954, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2003), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһында, 1989 й. — ӨАИ‑ла, 1991 й. — БДУ‑ла. 2005 й. башлап ӨДИСА‑ла, 2015 й. — ӨДНТУ‑ның Иҡт. һәм сервис ин‑тында...

ЯНБАРИСОВ Марат Хәбиб улы

ЯНБАРИСОВ Марат Хәбиб улы (29.6.1951, Красноярск ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1975 й. алып БДПУ‑ла эшләй: 1996 й. башлап тарих һәм иҡт. теорияһы, 2009 й. — Ватан тарихы...

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы (7.5.1932, Мәскәү — 8.8.1999, Өфө), философ. Тарих ф. канд. (1974), филос. ф. д‑ры (1987). Калининград пед. ин‑тын тамамлаған (1966). 1951 й. башлап Хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби‑диңгеҙ акад. (Ленинград), 1978 й. – БДМИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап СССР...

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы (7.5.1932, Мәскәү ҡ. — 8.8.1999, Өфө ҡ.), философ. Тарих фәндәре кандидаты (1974), философия фәндәре докторы (1987). Калининград педагогия институтын тамамлаған (1966). 1951 й. башлап Хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби‑диңгеҙ академияһында (Ленинград ҡ.),...

ЯНБУЛАТОВА Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы

ЯНБУЛАТОВА Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (28.12.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а., — 13.10.1997, Өфө), актриса, шағирә. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1949) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1938), Яҙыусылар союзы (1957) ағзаһы. Башҡорт...

ЯНҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЯНҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Бағанаҡатҡан й. (Оло Урғаҙа й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 393 кеше; 1920 – 497; 1939 – 194; 1959 – 158; 1989 – 136; 2002 – 154; 2010 —130 кеше. Башҡорттар...

ЯНҒАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЯНҒАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл, Янғантау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 245 кеше; 1989 – 677; 2002 – 1086; 2010 — 1017 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Янғантау”...

ЯНҒАНТАУ, тау

ЯНҒАНТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Сулпан а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 413 м. Формаһы һу­ҙылған. Түбәһе яҫы. Битләүҙәре һөҙәк, көньяҡ битләүҙәре текә, йылғаға ҡарай ҡапыл өҙөлә. Аҫҡы пермгәҡараған әртә ярусының битумлы мергелдәренән,...

ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы

ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10.9.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 12.9. 1978, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1953). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1934—37 йй....

ЯНҒУРАЗОВА Земфира Әхмәт ҡыҙы

ЯНҒУРАЗОВА Земфира Әхмәт ҡыҙы (19.7.1945, Өфө), эколог. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1985). Ә.М.Янғуразовтыңҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлаған (1969). 1970 й. алып БДУ‑ла (1985 й. башлап экология һәм йәшәйеш...

ЯНДУҒАН, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЯНДУҒАН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 760 кеше; 1920 – 832; 1939 – 757; 1959 – 604; 1989 – 401; 2002 – 434; 2010 — 391 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Мишкә урта мәктәбе...

ЯНДУҒАНОВ Яков Яңыбай улы

ЯНДУҒАНОВ Яков Яңыбай улы (24.8.1940, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Иҫке Турай а.), иҡтисадсы‑географ. Геогр. ф. д‑ры (1986), проф. (1988). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1990). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) “Уралэнергострой”...

ЯНТУҒАН, Илеш р‑нындағы ауыл

ЯНТУҒАН, Илеш р‑нындағы ауыл, Сүлте а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 91 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 300 кеше; 1920 – 439; 1939 – 360; 1959 – 320; 1989 – 201; 2002 – 224; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ЯНЧЕНКО Вячеслав Михайлович

ЯНЧЕНКО Вячеслав Михайлович (19.3.1938, Өфө), лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1973). Борисоглебск хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлаған (1960). 1956 й. алып Совет Армияһында. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) “Архангельск” аэропортында Ан‑2, 1965 й. башлап Ленинград аэропортында Ил‑14, 1971 й. —...

ЯНЫШ, Благовар р‑нындағы ауыл

ЯНЫШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Яныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 48 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1453 кеше; 1920 – 1783; 1939 – 1557; 1959 – 989; 1989 – 384; 2002 – 399; 2010 — 403 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле

ЯНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Яныш Абдуллин (1682 — ?), Уҫы даруғаһы Ҡарышбаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәре. Башҡорт ихтилалдарын (1735–40), ихтилалды (1747), башҡорт ихтилалын (1755–56) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Мишәрҙәр старшинаһы. Вазифаһынан артыҡ файҙаланғаны...

ЯҢАУЫЛ 1‑се, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ЯҢАУЫЛ 1‑се, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 199 кеше; 1959 — 192; 1989 — 143; 2002 — 128; 2010 — 128 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында...