Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, төрлө маркалы яғыулыҡ алған нефть һәм углеводород газдар эшкәртеү пр‑тиеһы. Составында яғыулыҡ, газ‑каталитик, химия, сервис, тауар производстволары бар. 2013 й. 1356 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла....

ӨФӨ ОПЕРАЦИЯҺЫ

ӨФӨ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Көнсығыш фронты Көньяҡ армиялар төркөмөнөң 1919 й. 25 майы — 19 июнендә Өфөнө алыр өсөн үткәрелгән һөжүм итеү операцияһы; Граждандар һуғышы осоронда Көнсығыш фронттың дөйөм һөжүменең бер өлөшө. Бәләбәй операцияһы тамамланғандан һуң Көньяҡ армиялар төркөмө Көнбайыш армияны тар-мар...

ӨФӨ ӨЙӘҘЕ

ӨФӨ ӨЙӘҘЕ, 1) 16 б. аҙ. Рус дәүләте составына ингән башҡорттарҙың терр‑яһында (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) ойошторола. Сиктәре: төньяҡ‑көнбайышта — Кама й. һул яры буйлап (урыны м‑н уң ярының өлөшө); көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта – Тубыл й. (Иртыш й. ҡушылдығы) үрге ағымынан, Яйыҡ...

ӨФӨ ӨЛКӘҺЕ

ӨФӨ ӨЛКӘҺЕ, СССР ЮС‑ы Президиумының 1952 й. 29 майындағы указы м‑н БАССР составында ойошторола. Өлкәгә респ. төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәре инә. Төньяҡта — Молотов (ҡара: Пермь крайы) һәм Свердловск өлкәләре, көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығышта – Силәбе өлкәһе, көньяҡта – Стәрлетамаҡ өлкәһе, көньяҡ‑көнбайышта...

ӨФӨ ПЕХОТА ПОЛКЫ

ӨФӨ ПЕХОТА ПОЛКЫ, император Павел I 1796 й. 29 нояб. исемле указы б‑са 2‑се һәм 3‑сө Ырымбур ялан батальондарынан Өфө мушкетёрҙар полкы (1798—1801 йй. өҫтәмә рәүештә полк шефтары исеме м‑н аталған) булараҡ ойошторола; 1811 й. алып Ө.п.п., 1829 й. окт. башлап 64‑се, 1830 й. ғин. — Йыйылма Ө.п.п, февр....

ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ

ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ, китап продукцияһы етештереү пр‑тиеһы (йылына яҡынса 1 млн дана китап‑журнал продукцияһы сығара, ш. иҫ. 0,5 млн ҡаты тышлы китап); уҡыу, уҡытыу‑методик, нәфис әҙәбиәт, альбомдар, плакаттар, календарҙар, открыткалар, буклеттар һ.б. нәшер итә. Составында китап баҫыу, китап төпләү...

ӨФӨ ПОЧТАМТЫ

ӨФӨ ПОЧТАМТЫ, “Рәсәй почтаһы” ФДУП‑ы филиалы — БР‑ҙың Федераль почта элемтәһе идаралығының айырым структур бүлексәһе. Почта элемтәһе хеҙмәттәрен күрһәтә. Составында 141 почта элемтәһе бүлеге, шуларҙың 85‑е — Өфөлә, 21‑е — Өфө, 18‑е — Кушнаренко, 16‑һы — Благовещен р‑ндарында урынлашҡан; матбуғат таратыу...

ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. Авиация һәм йыһан техникаһы, үткәргес торба транспортының бикләү‑көйләү арматураһы өсөн привод техникаһы, автоматлаштырыу саралары һ.б. етештерә. Составында йыйыу‑монтажлау, механик әҙерләү, тимерлек‑штамплау, ҡойоу‑термик, пластмасса эшкәртеү, иретеп...

ӨФӨ ПРИКАЗ ЙОРТО

ӨФӨ ПРИКАЗ ЙОРТО, 16 б. аҙ. — 18 б. башында урындағы идара органы. Өфөлә һәм Өфө өйәҙендә адм., хәрби, дипломатик, полиция, суд, финанс һ.б. эштәргә идара итә. Ө.п.й. башында Өфө воеводаһы тора, уға дьяк, подьячийҙар, целовальниктар, таможня башлыҡтары, годовальщиктар, тәржемәсе һәм тылмастар буйһона....

ӨФӨ ПРОВИНЦИЯҺЫ

ӨФӨ ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1719 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1712—15 йй.) ойошторола. Провинцияға Өфө өйәҙе терр‑ялары инә. Төньяҡ‑көнбайышта һәм төньяҡта — Ҡазан өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Себер губ., көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көньяҡ‑көнбайышта Әстерхан губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге —...

ӨФӨ ПРОМКОМБИНАТЫ

ӨФӨ ПРОМКОМБИНАТЫ. Тире иләү, йәнлек тиреһенән изделиелар, матрастар, мамыҡ юрғандар, түшәк кәрәк‑ярағы, куртка, халат һ.б. тегеү; быйма баҫыу м‑н шөғөлләнгән. 1943 й. Башҡ‑н ҡулланыусылар союзының промкомбинаты булараҡ асыла, 1962 й. алып Майлы техник хужалыҡ тауарҙары з‑ды м‑н берләштерелгәндән һуң...

ӨФӨ ПРОТЕЗЛАУ‑ОРТОПЕДИЯ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ӨФӨ ПРОТЕЗЛАУ‑ОРТОПЕДИЯ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ФДУП. Ортопедия аяҡ кейеме һәм олтораҡтар, ҡул һәм аяҡ протез‑ дары, туторҙары, аяҡ аппараттары, бандаждар, реклинаторҙар, тубыҡсалар, баш тотҡостар, корсеттар һ.б. етештерә. Составына протезлау‑ортопедия изделиелары эшләү, ортопедия аяҡ кейеме участкалары; ҡатмарлы,...

ӨФӨ РАЙОНЫ

ӨФӨ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Благовещен, көнсығышта — Иглин, көньяҡта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡ‑көнбайышта — Шишмә һәм төньяҡ‑көнбайышта Кушнаренко р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны улустары инә. Майҙаны — 1512...

ӨФӨ СӘНӘҒӘТ‑САУҘА ТЕГЕҮ ФИРМАҺЫ

ӨФӨ СӘНӘҒӘТ‑САУҘА ТЕГЕҮ ФИРМАҺЫ. Ҡатын‑ҡыҙҙар һәм балалар өсөн еңел кейем, түшәк кәрәк‑яраҡтары тегеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. 8 Март ис. Өфө тегеү ф‑каһы булараҡ ойошторола (респ. берҙән‑бер тегеү пр‑тиеһы булған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа шинелдәр, гимнастёркалар, противогаз сумкалары,...

ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ

ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 1‑се балалар художество мәктәбе һәм 6‑сы музыка мәктәбе, Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайының музыкаль-хор студияһы базаһында Өфө сәнғәт мәктәбе (Башҡортостанда тәүге) булараҡ асыла, 2004 й. алып Өфө балалар сәнғәт...

ӨФӨ СӘНҒӘТ ТҮҢӘРӘГЕ

ӨФӨ СӘНҒӘТ ТҮҢӘРӘГЕ, 1913 й. “Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте” булараҡ ойошторола, 1914 й. алып Ө.с.т. Йәмғиәтте булдырыуҙың инициаторы, ойоштороусыһы һәм рәйесе — Ю.Ю. Блюменталь. Йәмғиәттең төп бурысы — ижади аралашыуҙар һәм бергә рәсем м‑н шөғөлләнеү өсөн рәссамдарҙы, сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштереү....

ӨФӨ СИТ ТЕЛДӘР ИНСТИТУТЫ

ӨФӨ СИТ ТЕЛДӘР ИНСТИТУТЫ, тулы булмаған урта һәм урта мәктәптәр өсөн сит телдәр уҡытыусылары әҙерләгән юғары уҡыу йорто. 1938 й. сент. Бәләбәй ҡ. сит телдәр б‑са 2 йыллыҡ пед. курстар нигеҙендә асыла, дек. Өфөгә күсерелә. 35 йәшкә тиклемге урта белемле кешеләр ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле була (1940...

ӨФӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ӨФӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ-көнсығыш урман‑дала зонаһы һәм көньяҡ урман-дала зонаһы шарттарында эшкәртеү, асыҡ һәм һаҡлау грунттарындағы йәшелсә культураларының, картуфтың сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтереүгә тәҡдим итеү м-н шөғөлләнә....

ӨФӨ СПИРТ ЗАВОДЫ

ӨФӨ СПИРТ ЗАВОДЫ. Өфө р‑ны Булгаков а. урынлашҡан. Составына спирт производствоһы; углекислота, механика цехтары; барданы һаҡлау һәм ебәреү, ярҙамсы участкалар инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1900 й. Өфө губернаһында О.А.Ралдең шарап ҡыуыу з‑ды базаһында Александровка спирт...

ӨФӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, “Башспирт” ААЙ филиалы. Комбинат составына Өфө спирт заводы; ликёр-араҡы изделиелары әҙерләү һәм ҡойоу, һауыт-һаба, ликёр цехтары; складтар инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1876 й. сауҙагәр К.И.Блохин (ҡара: Блохиндар) шарап ҡыуыу з‑ды булараҡ ойоштора,...