Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯРТАШЛЫ, Әлшәй р-нындағы ауыл

ЯРТАШЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 121 кеше; 1959 — 290; 1989 — 255; 2002 — 269; 2010 — 199 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тавричанка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯРУК, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы

ЯРУК, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ауырғазы р‑ны Мәҫәле а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ярук й. (Ағиҙел й. басс.) исеме м‑н аталған. 1973 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асылған һәм 1978 й. тикшерелгән, 1984 й. С.В.Ульянов, 1990 й. Ф.М. Таһиров, 2007 й. С.В.Рязанов өйрәнгән. Майҙаны...

ЯРУЛЛИН Айҙар Флүр улы

ЯРУЛЛИН Айҙар Флүр улы (21.10. 1960, Губаха ҡ.), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003), СССР‑ҙың спорт мастеры (1983) һәм 1‑се халыҡ‑ара категориялы судья (2005). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1982) “Таң” физик культура...

ЯРУЛЛИН Рауил Рафаэль улы

ЯРУЛЛИН Рауил Рафаэль улы (12.4.1961, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Һарғамыш ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2003), проф. (2006). Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) БАССР Финанс министрлығында өлкән ревизор‑инспектор; 1987 й. алып Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тында эшләй. 1993 й. башлап (өҙөклөк м‑н)...

ЯРУЛЛИН Харис Хафиз улы

ЯРУЛЛИН Харис Хафиз улы [14.9.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 3.10.1987, Мәскәү], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тажик мед. ин‑тын тамамлаған (Сталинабад, 1952). 1946 й. алып Респ. клиник дауаханаһында, 1947—52 йй. Респ. тире‑венерология...

ЯРУЛЛИН Хәмит (Хәмиҙулла) Ғатаулла улы

ЯРУЛЛИН Хәмит (Хәмиҙулла) Ғатаулла улы [25.2.1935, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Ахун а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 5.6.2015, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1985), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков...

ЯРУЛЛИНА Любовь Георгиевна

ЯРУЛЛИНА Любовь Георгиевна (27.8.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), үҫемлектәр физиологы, биохимик. Биол. ф. д‑ры (2007), проф. (2018). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Дүртөйлө р‑нының Әңгәсәк урта мәктәбендә уҡыта. 1980 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2003 й. башлап...

ЯРУЛЛИНА Любовь Георгиевна

ЯРУЛЛИНА Любовь Георгиевна (27.8.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), үҫемлектәр физиологы, биохимик. Биол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Дүртөйлө р‑нының Әңгәсәк урта мәктәбендә уҡыта. 1980 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2003 й. башлап өлкән, 2007 й. —...

ЯРУТ

ЯРУТ (Thlaspi), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 60 төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Көньяҡ Америкала таралған. Баш­ҡортостанда баҫыу Я. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге 15— 50 см. Тамыр яны япрағы розеткала, һаплы, кире йомортҡа...

ЯРЦЕВ Виктор Александрович

ЯРЦЕВ Виктор Александрович (21.1.1965, Ырымбур ҡ. — 15.5.2021, Өфө ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2015), БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; педагогы Р.Ю.Шәйхетдинов) Урта махсус музыка колледжында (Өфө ҡ.) уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й. алып “Мираҫ” ансамбленең...

ЯРЫ ҠАНАТЛЫЛАР

ЯРЫ ҠАНАТЛЫЛАР (Hymenoptera), бөжәктәр отряды. 100 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда яҡынса 1000 төрө осрай. Ҡорһаҡ, ауыҙ аппараты һ.б. төҙөлөшө үҙен­сәлектәре буйынса 2 ярым отрядҡа бүленә: ултырма ҡорһаҡлылар һәм һабаҡ ҡорһаҡлылар. Кәүҙәһе оҙонса, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,2—60 мм, төрлө...

ЯРЫМТЫҠ

ЯРЫМТЫҠ, башҡорт мифологияһында яуыз йән эйәһе. Я. т‑да хөрәфәти хикәйәләр башлыса төньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарында осрай. Ҡайһы бер күҙаллауҙар б‑са, бер күҙле һәм һыңар аяҡлы кеше сүрәтендә күренә. Легенда һәм риүәйәттәргә ярашлы, Я. атта йөрөргә ярата. Уға ике тапҡыр атырға ярамай, сөнки...

ЯРЫШЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы

ЯРЫШЕВ Фәйзрахман Абдрахман улы [28.7.1941, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Апас а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 8.2.2005, Өфө], режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1968; Т.И. Жоголева класы), ГИТИС‑ты (1977; Г.П. Ансимов курсы) тамамлаған. 1968—71 йй. Ишембай НЭЗ‑ының С.М. Киров ис....

ЯСИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЯСИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 37 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 130; 1939 — 118; 1959 — 137; 1989 — 123; 2002 — 149; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ЯСМАН Яков Борисович

ЯСМАН Яков Борисович (8.9.1942, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Өфө синтетик спирт з‑дында инженер, тәжрибә‑тикшеренеү цехы начальнигы. 1968 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 й.— лаб....

ЯСЫРҘАР

ЯСЫРҘАР (төркисә äsir — әсир, ҡол), 12—18 бб. башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында ҡолдарға тиңләштерелгән бойондороҡло халыҡ категорияһы. Уларҙы күрше ҡәбиләләргә йәки халыҡтарға, башлыса ҡаҙаҡтарға, ҡалмыҡтарға һ.б. сапҡындар (ҡара: Барымта, Ҡарымта) барышында әсиргә алғандар. Аҫаба башҡорттар,...

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ (Lens), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 5 төрө билдәле (шуларҙың 4‑әүһе ҡырағай); Урта диңгеҙ буйында, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында таралған. Башҡортостанда ябай Я.б. (эре орлоҡло Я.б. һәм ваҡ орлоҡло Я.б. бүленә) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы төҙ...

ЯҪЫ ҠОРТТАР

ЯҪЫ ҠОРТТАР (Plathelminthes), ябай төҙөлөшлө селәүсендәр тибы. 9 класы, 15‑кә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө осрай. Оҙонлоғо миллиметрҙан алып 12 м тиклем һәм унан да артығыраҡ. Кәүҙәһе ике яҡлап симметрик, яҫы, ялпаҡ, бөтөн йәки быуындарға бүленгән;...

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ

ЯҪЫ ТАБАНЛЫЛЫҠ, табан деформацияһы, уға табан көмбәҙенең ныҡ түбәнәйеүе, терәк һәм рессор функциялары боҙолоуы хас. Буй, арҡыры, ҡатнаш, тыумыштан булған (табандың урта һәм артҡы өлөшө һөйәктәре үҫешенең патологияһы фонында) һәм йәшәү барышында барлыҡҡа килгән (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы,...

ЯҪЫ ТАУЛЫҠ

ЯҪЫ ТАУЛЫҠ, ер йөҙө участкаһы, бейеклеге 500 м ашыу булған ҙур ҡалҡыулыҡтан ғибәрәт, горизонталь ятҡан йәки насар урынлашҡан ҡатламдарҙан тора, улар араһында ашалыуға тотороҡло тау тоҡомдары осрай. Я.т. ашалыуға, денудацияға һәм башҡа экзоген процестарға бәйле барлыҡҡа килә. Я.т. өсөн сағыштырмаса аҙ...