Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАСИРОВ Шакир Ғиниәт улы

НАСИРОВ Шакир Ғиниәт улы [6.3. 1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибраһим а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 3.10.1968, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. (өҙөклөк м‑н) алып “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре: 1934—35 йй. сектор, 1938 й. һәм 1940 й. бүлек мөдире; 1948...

НАСИРОВА Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы

НАСИРОВА Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы [15.9.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Семёнкин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 25.4.1994, Салауат ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1966) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). 1936—93 йй. Салауат драма театры актрисаһы. Байтаҡ комик, башлыса киҫкен сатирик...

НАСОС

НАСОС, шыйыҡсаны уға тыштан энергия (потенциаль, кинетик) биреп баҫым ярҙамында күсерә торған машина. Н. эшләү принцибы б‑са көрәксәле (үҙәктән ҡыуа торған, акциаль, өйөрөлмә), күләмле (поршенле, плунжерлы, роторлы, ҡанатлы һ.б.), ағымлы (эжекторҙар, инжекторҙар һ.б.); тәғәйенләнеше б‑са — артезиан...

НАСОС СТАНЦИЯЛАРЫ

НАСОС СТАНЦИЯЛАРЫ, шыйыҡсаларҙы үткәргес торбалар буйлап ҡыуыу өсөн ҡулайламалар һәм ҡорамалдар комплексы. Ер өҫтө, ер аҫты һәм тәрәндән ала торған (шахта тибындағы) Н.с. айыралар. Насос агрегаттарынан, һурыу һәм ҡыҫып тултырыу үткәргес торбаларынан, резервуарҙарҙан, автоматлаштырыу, телемеханика, элемтә,...

НАСРЕТДИНОВА Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы

НАСРЕТДИНОВА Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы (14.8.1923, Өфө — 1.10.2009, шунда уҡ), балет артисы. СССР‑ҙың халыҡ (1955), РСФСР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1949), БАССР‑ҙың атҡ. (1946) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы Е.В.Ширипина) БДОБТ солисы, 1965 й. алып педагог‑репетиторы....

НАССОНОВА Руфина Анатольевна

НАССОНОВА Руфина Анатольевна (19.3.1939, Өфө), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). 1961—95 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы. Н. эштәре сәхнә формаларын оҫта кәүҙәләндереүе м‑н айырылып тора. Күп кенә сағыу, төрлө пландағы ролдәр...

НАСЫРИ Имай

НАСЫРИ Имай [ысын исеме Насиров Имаметдин Низаметдин улы; 30.9.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Түб. Уҫылы а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 29.3.1942 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 29.9.1942) Үрге Тавда ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә һәм...

НАТУРАЛИЗМ

НАТУРАЛИЗМ, Европа әҙәбиәтендәге һәм сәнғәтендәге әҙәби йүнәлеш; тормошто нисек бар шулай, ваҡ‑төйәктәренә тиклем түкмәй-сәсмәй һүрәтләүҙе маҡсат итә. 20 б. баштарында башҡорт әҙәбиәтендә М.Ғафуриҙың “Кеше ашаусылар”, Б.Ғ. Мирзановтың “Исмәғил” поэмаларында; Д.Юлтыйҙың “Ҡәберлектәр өҫтөндә”, “Варшауға...

НАТЮРМОРТ

НАТЮРМОРТ (фр. nature morte), һынлы сәнғәт (башлыса станокта башҡарылған рәсем сәнғәтендә, графикала) жанры; ғәҙәттә, тормош‑көнкүреш мөхитендә ҡулланылған һәм төркөмләп урынлаштырылған әйберҙәрҙе һүрәтләү. Н. кеше, хайуан, ҡош, бөжәктәр һүрәтләнгән булырға мөмкин. Унда сағылдырылған әйберҙәр үҙ аллы...

НАУМЕНКОВ Олег Александрович

НАУМЕНКОВ Олег Александрович (6.2.1948, Бухарест — 28.2.2004, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1992), проф. (1993). ЛДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1989—99 йй. яңы һәм өр-яңы тарих каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге 19 б. Бөйөк Британияның партия-сәйәси тарихына, Африка дәүләттәрен баҫып...

НАУМКИН Василий Дмитриевич

НАУМКИН Василий Дмитриевич (14.1.1936, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Егәҙе ҡсб — 10.8.1993, Магнитогорск ҡ.). Соц. Хеҙмәт Геройы (1976, 1985). РСФСР‑ҙың атҡ. металлургы (1979), СССР‑ҙың почётлы металлургы (1968). 1956—93 йй. Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй: домна эшсеһе, өлкән домна эшсеһе, домна...

НАУМКИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

НАУМКИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Балыҡлыкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1997 кеше; 1920 — 1783; 1939 — 600; 1959 — 979; 1989 — 691; 2002 — 600; 2010 — 699 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

НАУМОВА Лениза Ғүмәр ҡыҙы

НАУМОВА Лениза Ғүмәр ҡыҙы (4.7.1947, Өфө), геоботаник. Биол. ф. канд. (1977), проф. (1996). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2010), БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Биология ин‑тында эшләй. 1974 й. алып БДПУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге урта мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарында...

НАУМОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

НАУМОВКА, Х л е б о д а р о в к а, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 12 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 712 кеше; 1920 — 883, 1939 — 1102; 1959 — 809; 1989 — 2428; 2002 — 2867; 2010 — 2935 кеше. Урыҫтар, татарҙар,...

НАУРУЗ

НАУРУЗ (фарс.), башҡорттарҙың ҡояш календары б‑са яңы йылды ҡаршылауға бағышланған традицион байрамы. Байрамдың килеп сығышы зороастризмға бәйле, тип фараз ителә. 21 мартта, яҙғы көн м‑н төн тигеҙләшкәндә башланып, 3—7 көн дауам иткән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, науруз айы бөткәнсе; ҡара: Халыҡ календары)....

НАУРЫҘ, Учалы р‑нындағы ауыл

НАУРЫҘ, Учалы р‑нындағы ауыл, Наурыҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 60 км һәм Учалы т. юл ст. К.-Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 395 кеше, 1920 — 513; 1939 — 482; 1959 — 807; 1989 — 440; 2002 — 443; 2010 — 410 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

НАФАНАИЛ

НАФАНАИЛ (донъяуи исеме Троицкий Николай Захарович; 30.10.1864, Дон ғәскәре ере — 7.4.1933, Мәскәү өлк. Перхушково ст.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1908—12). Дини тәғлимәт канд. (1897). Митрополит (1924), архиепископ (1918), архимандрит (1897). Монахлыҡ ҡабул иткән (1896). Ҡазан дини акад....

НАФИҠОВ Ғәлимйән Харис улы

НАФИҠОВ Ғәлимйән Харис улы [6.12.1938, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандракүл а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 28.7.2011, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). 1958 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында эшләй: изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыукраны машинисы, 1964 й. алып бри‑ гадир, 1967 й. — прораб....

НАФИҠОВ Марат Абдрафиҡ улы

НАФИҠОВ Марат Абдрафиҡ улы [18.4.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мөлкәт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 18.7.1996, Өфө], педагог- методист. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Мәсәғүт уҡытыусылар ин‑тын (1951), БДУ‑ны (1961) тамамлаған....

НАФИҠОВ Марат Зәки улы

НАФИҠОВ Марат Зәки улы (21.2. 1948, Өфө), инженер‑механик. Тех‑ ник ф. д‑ры (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) БДАУ‑ҙа эшләй (2012—15 йй. теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге туҙған машина деталдәрен һәм ҡорамалдарҙы иретеү ярҙамында яңыртыуға арналған. Н. тарафынан технологик...